Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Март , 20:27

ТЫНЫСЛЫҠ ТИҘЕРӘК КИЛҺЕН!

Баймаҡ һәм Сибай егеттәре ярҙам ебәрҙе...

Ауырлыҡтарҙы халҡыбыҙ бергә күтәреп өйрәнгән. Был хаҡта тарихыбыҙ ҙа бәйән итә, махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә әленән-әле ебәрелгән ылауҙар ҙа иҫбатлай. Бөгөн Баймаҡ районы Бетерә ауылынан Илсур Нәбиуллин, Сибай ҡалаһынан аталы-уллы Иршат һәм Арслан Байрамғоловтар, Руслан Таһиров ярҙам йөҙөнән таҡталар ебәрҙе.

Әйткәндәй, был уларҙың тәүге ярҙамы түгел. Мәҫәлән, Байрамғоловтар көҙ айында ла таҡта ебәргән. Ә мобилизацияланғандарҙың ғаиләһенә утын менән ярҙам иткән. Был юлы улар 10 кубометр таҡта ебәрҙе.
Сауаптары насип булһын, тиҙерәк тыныслыҡ килһен, тип теләйбеҙ! Берҙәмлек, татыулыҡ, ныҡлы рух менән тыныслыҡ яуларбыҙ тип ышанабыҙ.

Автор:Разида Валиева