Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Март , 12:30

ӨЛӘСӘЙҘӘ ҠУНАҠТА

Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова яңынан-яңы проекттар уйлап сығарып ҡына тора. Әле бында «Өләсәйҙә ҡунаҡта» исемле проект старт алған.

ӨЛӘСӘЙҘӘ ҠУНАҠТА
ӨЛӘСӘЙҘӘ ҠУНАҠТА

БАЙМАҠ РАЙОНЫ БИЛАЛ АУЫЛЫ КИТАПХАНАСЫҺЫ РАЙХАНА БУЛАТОВА ХӘБӘР ИТӘ:


Беҙҙең ауыл китапханаһы һәр төрлө проекттар менән эшләй. VII класс уҡыусылары (етәксеһе Дилара Сәлимйән ҡыҙы) янына ҡул эше оҫтаһы, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңһылыу апай Әхмәҙина килде. Ҡул эштәре - үҙенә башҡа ҙур һәм мауыҡтырғыс шөғөлө ул Миңһылыу апайҙың. Селтәр, һаҡал, ҡашмау эшләй, ырҡаҡ, энә менән әйберҙәр бәйләй, сатрашлап таҫтамалдар сигә, күлдәктәргә һәр төрлө яғалар эшләй. Интернет селтәрендә үткән һәр төрлө ҡул эше марафондарында ла әүҙем ҡатнаша. Боронғо тәңкәләр менән биҙәлгән түшелдерек, селтәрҙәр уны айырыуса ҡыҙыҡһындыра. "Ҡул эшен бәләкәстән яраттым. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ныҡлап тотоноп киттем. Сәйләндәрҙән үҙең теләгән гүзәллек тыуҙырыу ныҡ оҡшай. Буш ваҡытымда тиҙ генә яратҡан шөғөлөмә тотона һалам. Биҙәүестәрҙең һәр береһенә күңел йылым, күҙ нурҙарым ҡушыла. Ҡул эше тынысландыра, ҡышҡы оҙон көндәрҙе үткәрергә лә уңайлы. Күберәк үҙем өсөн эшләйем. Теләгәндәргә һатып та ебәрәм. Журналдарҙа, йә интернет селтәрендә нимә күрәм, шуны эшләп ҡарағым килә лә тора. Ҡыҙҙарға әйтер теләгем шул: ҡул эштәренә өйрәнегеҙ, эшләгеҙ. Өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн. Нимәгәлер өйрәнеү һеҙгә бер ваҡытта ла артыҡ булмаясаҡ. Әҙме-күпме килем алыу ҙа булып тора бит ул ҡул эше".

Рәхмәт, Миңһылыу апай! Һеҙгә илһамлы ижад, эшегеҙҙең уң булыуын теләйбеҙ! "Өләсәйҙә ҡунаҡта" проектының киләһе ҡунағы кем булыр? Беҙҙе күҙәтеп барығыҙ.

Автор:Резеда Валиева