Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Ғинуар 2023, 21:30

"АҠМУЛЛА АРБАҺЫ"НА ЮЛДЫБАЙҘАР УЛТЫРҘЫ

Билдәле булыуынса, "Ағиҙел" журналының "Аҡмулла арбаһы" райондар буйлап йөрөй. Проектҡа ярашлы, редакция хеҙмәткәрҙәре, журналда донъя күргән әҫәр авторҙары халыҡ менән осраша. Юлдыбайға журналдың баш мөхәррире урынбаҫары, журналист, шағир, яҙыусы Әхмәр Үтәбай килде.

"АҠМУЛЛА АРБАҺЫ"НА ЮЛДЫБАЙҘАР УЛТЫРҘЫ
"АҠМУЛЛА АРБАҺЫ"НА ЮЛДЫБАЙҘАР УЛТЫРҘЫ

Осрашыуға башлыса яңыраҡ ҡына ауылда ойошторолған аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары килде, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан апайҙар ҙа унан ситтә ҡалманы. Шағир менән күрешеү бик йылы әңгәмәләшеүгә ҡоролдо.

Билдәле булыуынса, быйыл Юлдыбай "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Әҙип был темаға ла ҡағылып үтте. Әхмәр Үтәбай, белеүегеҙсә, һис тартынмай нисек "шайтан зәхмәте"нән ҡотолғанын һөйләй, хатта был хаҡта яҙа ла. Әлеге темаға осрашыу барышында ла туҡталды. Осрашыуға килеүселәр уны ихлас тыңланы. Юлдыбайҙар яҙыусының "Тыштағы зыярата" әҫәре буйынса оҙон-оҙаҡ фекер алышты, уйланды.

Ғөмүмән, был ижади осрашыу бик фәһемле булды, ул барыһына ла оҡшаны һәм һуңғыһы булмаҫ, тигән өмөттә таралышты халыҡ.

Автор:Резеда Валиева