АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Декабрь 2022, 12:10

АУЫЛ—БЕҘҘЕҢ ҒОРУРЛЫҠ

Ауыл – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, тамырҙарыбыҙ. Беҙ ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, тине Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә. 

АУЫЛ—БЕҘҘЕҢ ҒОРУРЛЫҠ
АУЫЛ—БЕҘҘЕҢ ҒОРУРЛЫҠ

Ауыл – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, тамырҙарыбыҙ. Беҙ ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, тине Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә. 

«Улар беҙҙән ғәҙел рәүештә ауыл ерендә уңайлы шарттар булдырыуҙы талап итә. Йыл һайын ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 1,5 миллиард һум аҡса бүләбеҙ. Республика – ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғылар иҫәбендә.

2018 йылда ауылда йәшәүселәр ауыл урамдарын яҡтыртыу буйынса программаны бик йылы ҡабул итте. Ул саҡта беҙ үҙәк урамдарҙы яҡтыртыу бурысын ҡуйғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид осоронда программаны туҡтатырға мәжбүр булдыҡ, әммә почтамда халыҡтан ошо темаға кире ҡайтыуҙы һораған мөрәжәғәттәр күп. Хөкүмәткә киләһе йылдан ошо маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү, муниципалитеттар менән берлектә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына, поликлиникаларға һәм дауаханаларға, шулай уҡ парктарға һәм йәмәғәт киңлектәренә юлдарҙы яҡтыртыу бурысын йөкмәтәм.

Беҙ – ауыл ипотекаһы күләме буйынса илдә лидер. Һуңғы ике йылда республикала 11 миллиард һумдан ашыу суммаға 6 меңгә яҡын кредит бирелгән»,  – тип билдәләне республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/poslanie22/2022-12-15/radiy-habirov-selo-eto-nasha-gordost-nashi-istoki-3072667

Автор:Азат Ғиззәтуллин
 
 
Фото: Интернеттан
Автор:Резеда Валиева