АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Декабрь 2022, 15:38

ҺЫНМАҪ РУХЛЫ ЕГЕТ

Яҙмышы һәм ижады ме-нән дә яҡын булған Салауат Низаметдиновтың ижадын да яҡын күрә ул, уның яҙған әҫәрҙәренә һоҡлана, һигеҙ операһын берҙәй ярата, уларҙы даими тыңлай.

Азатты мин студент сағынан беләм: уның тураһында яҙғаным да булды. Уның тыуған районында эшләп, кинәт бер мәлдә тәүәккәллек итеп Сибай концерт-берекмәһенә эшкә килеүе үҙе бер батырлыҡҡа тиң!

Яҡты донъяны күреүҙән тыу-
мыштан мәхрүм булған әңгә-мәсем аралашыуға шул тиклем ихлас һәм асыҡ. Азат Исҡужин—Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы егете. Өфөнөң 28-се махсус мәктәбендә белем ала, артабан Сибай сәнғәт колледжында уҡый.
—Ғаиләлә беҙ өс бала. Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булы-
уымды мин Аллаһы Тәғәлә һы-науы тип ҡабул иттем һәм үҙ 
донъяма ғына бикләнеп, яҙмышыма үпкәләмәйем. 11 йә-шемдә бер һүҙ русса белмәйенсә, Өфөгә белем алырға ынтылдым. Һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус мәктәптә 12 йыл уҡыным, йырға булған тәүгә һөйөүем тап ошо белем усағында барлыҡҡа килде,—ти йырсы.
Азатҡа йырға булған һәләт бала саҡтан һалынған, тап ошо сифаттар уны ауыр тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа, һынмаҫҡа, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итәлер, күрәһең. Уның шул тиклем ихлас әңгәмәсе булыуына һоҡланып ултырҙым: Азаттың телмәре бай, төрлө ваҡиғаларға, донъяға ҡарата үҙ ҡарашы, ҡыйыу фекер йөрөтә белеүе, уҡымышлылығы һәм иҫ киткес юғары интеллектуаль булыуы шатландырҙы. Егеткә күренекле композитор һәм йырсы Салауат Низаметдиновтан дәрестәр алырға насип була. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, күңелендәге йыр-моң уға тынғылыҡ бирмәй. Йәнтеш ауыл клубында, Аҡъяр мәҙәниәт йортонда бер-нисә тапҡыр сәхнәгә сығырға тура килә уға. Ылыҡтырғыс сәхнә тормошо үҙенә яҡын булыуын бар күңеле менән төшөнгән егет белемен артабан дауам итеү теләге менән яна. Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә. Төркөмдәше Илһам Мөхәмәтшин бар яҡлап ярҙам күрһәтә, бергәләп уҡыуға йөрөй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Колледж етәкселеге лә үҙенсәлекле студентҡа бар яҡлап ярҙам күрһәтә: һуҡырҙарҙы хеҙмәтләндергән уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, уның өсөн махсус әсбаптар, прог-
раммалар алынған. Күбеһенсә, ижадташ дуҫтары уны үҙе килеп эҙләп таба. Яҡташы, йәш режиссер Айнур Асҡаровтың “Яратам һине, донъям!” исемле клибында төшә. Бар яҡлап үҫешергә тырышҡан егет төрлө йыр бәйгеләрендә, конкурстарҙа ҡатнаша.
—Иң ҙур еңеүем—Өфөлә үткән “Серле йондоҙҙар” конкурсында ҡатнашыуым,—ти Азат Исҡужин.—Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларында физик мөмкинлетәре сикләнгәндәр өсөн ойошторолған йыр бәйгеләрендә I һәм II урын алыуым үҙем өсөн ҙур асыш булды. Бигерәк тә Иҙрис Ғәзиев, Салауат Низаметдинов, Радик Гәрәевтарҙың йырҙарын яратып башҡарам. Фортепиано, синтезаторҙа уйнайым, үҙем көйҙәр ижад итәм. Гөлнур Ҡыуатова, Рәзилә Рысҡужина, Фирүзә Абдуллина, Мотал Рәмов, Насип Һаҡмаровтың ши-ғырҙарына көй яҙҙым. Шулай уҡ оло рәхмәтемде, көй яҙҙыртыуға, аранжировкалауға ярҙам ҡулы һуҙыусы Дим Шәрәфиев менән Альберт Дәүләтовҡа әйтер инем. 2018 йылда ҡулыма диплом алғас, Аҡъяр район мәҙәниәт йортонда эш башланым. Әммә артабан үҫешер, яңы йырҙар яҙыу өсөн ниндәйҙер икенсе мөхит кәрәклеген тойғас, тәүәкәлләп Сибай концерт-берекмәһенә эш-
кә килергә булдым. 2020 йылда филармонияла эш башланым, коллегаларыма оло рәхмәтлемен, һәр береһе ярҙам итә, ауыр ваҡытта уларға таянам,—ти минең әңгәмәсем.
Яҙмыш тарафынан ҡыйырһы-тылһа ла, Хоҙай тарафынан иҫ киткес рух ныҡлығы һәм музыкаль һәләт бирелгән Азат Исҡужинға. Уның менән сәғәттәр буйы төрлө темаларға әңгәмәләшергә мөмкин. Күп яҡлы ҡыҙыҡһыныуы был тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, кемдеңдер ярҙамына мохтаж булмай, бар ерҙә үҙаллы һәм кәрәкле булып үҫергә ярҙам итә. Уның тормошҡа һөйөп һәм ышанып бағыуы, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәүе, хатта сәләмәт кешеләрҙе лә көнләштерерлек. Шулай булмаһа, ике бүлмәле фатирҙы ипотекаға юллап, бер үҙе шунда “рәхәтләнеп” йәшәп ятырмы?!
Һуңғы ваҡытта Азат Исҡужин Миләүшә Ҡаһарманованың ши-ғырҙарына йыр яҙған, сәхнәлә уны үҙе башҡара. “Заказ бу-йынса ла йырҙар яҙам, әлегә уларҙы туҡтатып торҙом. Ҙурыраҡ әйберҙәргә тотонғом килә, улар өҫтөндә эш башланым. Бында бар шарттар бар, тик үҙеңә ялҡауланмаҫҡа кәрәк”,—ти ул.
Яҙмышы һәм ижады ме-нән дә яҡын булған Сала-
уат Низаметдиновтың ижадын да яҡын күрә ул, уның яҙған әҫәрҙәренә һоҡлана, һигеҙ операһын берҙәй ярата, уларҙы даими тыңлай. Кем белә, бәлки киләсәктә лә Азат Исҡужиндың симфония һәм операларынан, уның йырҙарын торған ғына ижад кисәһендә булырға ла тура килер әле. 
Кәримә Усманова. 

Автор:Разида Валиева