Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Декабрь 2022, 16:05

ҒӨБӘҘИӘ

КИСКЕ АШҠА ТӘМЛЕКӘС БЕШЕРӘЙЕК

Ғөбәҙиә
Ҡамыр өсөн
- 200 гр. аҡ май;
- 100 гр. шәкәр;
- 2 йомортҡа;
- 2-3 аш ҡалағы магазин ҡаймағы;
- 300-350 гр. он (сама менән) ;
- 1 сәй ҡалағы йомшартҡыс (разрыхлитель);
- бер семтем тоҙ
Ҡамырға ондо яйлап ҡушабыҙ. Аҙ булһа өҫтәйбеҙ.

Эслек:
1.Ҡыҙыл эремсек
2.Бүрттерелгән йә бешкән дөгө;
3.Бешкән йомортҡа (ҡырғыс аша үткәрергә йә ваҡлап турарға)
4.Йөҙөм;
5.Шәкәр. Эслек эсенә иретелгән аҡ май.

Гөбәҙиә өҫтөнә һибергә валсыҡ. Аҡ майҙы бүлмә температураһында иретәбеҙ, уға шәкәр, он ҡушып ыуабыҙ.

 

180 градуста ҡыҙҙырылған мейестә бешерәбеҙ.

Автор:Разида Валиева