Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Ноябрь 2022, 18:45

ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАҪ

Ярат ауылы депутаттары махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәр ғаиләһенә утын, һалам һәм бойҙай менән ярҙам иткән.

ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАҪ
ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАҪ

--Уйлап ҡараһаң, изгелек эшләү бик ябай, ул аҡса менән үлсәнмәй, ҡайһы берҙә күп ваҡыт һәм көс тә талап ителмәй.
Махсус операцияға юлланған Ярат ауыл биләмәһе егеттәренең ғаиләләренә ауыл Советы депутаттары Ғәҙелшин Әкрәм Абрар улы, Мырҙаҡаев Айҙар Шәрифйән улы, эш башлаусы Ҡарамырҙин Зөлфәт утын, һалам һәм бойҙай биреп, ярҙам ойошторҙо.
Уларға һаулыҡ, эштәрендә уңыштар телөйбеҙ Егеттәр иҫән-һау ҡайтһындар, Алла бирһә. Тиҙерәк донъяла тыныслыҡ урынлашыуын, һәр кемебеҙгә лә аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәргә хоҙай насип итһен,--тип яҙа социаль селтәрҙә Гүзәл Мырҙабулатова.

Автор:Резеда Валиева