+18 °С
Облачно


Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһында Гөлнара Марат ҡыҙы Йыһангированың "Бәхет ҡуласаһы " исемле шиғырҙар йыйытығына арналған шиғыр һөйләү бәйгеһе үтте. Шуныһы ҡыуаныслы: был конкурста бөтәһе 35 бала ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар өс төркөм йәштәге балалар араһында баһаланды. Ижади иртәлек кескәйҙәре ҡанатландырҙы, дәртләндерҙе. Шундай телһөйәрҙәр булғанда, киләсәк быуында өмөт бар.
Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Вилданова, тәрбиәсе.