Атайсал
17 Октября 2022, 11:15

НИҺАЙӘТ...

Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы быуын сит ил киноларын, йәнһүрәттәрен ҡарап үҫте. Ундағы әхлаҡһеҙлек, тәртипһеҙлек йәш быуындың аңын «емерҙе», юлдан тайпылдырҙы. Быны мин яуһыҙ һуғышҡа тиңләр инем... Ниһайәт, бөгөн ил Президенты В.В.Путин бойороҡ бирҙе. Кремль сайтында хәбәр ителеүенсә, 30 декабргә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр фильмдарын дәүләт тарафынан финанслауҙы ҡануниәт менән нығытырға ҡушылды. Шулай уҡ йыл һайын балаларҙы рухи-әхлаҡи тәрбиәләүгә йүнәлтелгән мультимедия проекттарына 3,9 миллион бүлергә ҡушты. Был тәңгәлдәге докладты ил етәксеһе 1 ноябргә тиклем көтәсәген белдерҙе. Мәҙәниәт министрлығына иһә мәктәп уҡыусыларына художестволы, документаль, фәнни-популяр фильмдар күрһәтеү буйынса эш алып барырға ҡушылды. Доклад 1 декабргә әҙер булырға тейеш.

НИҺАЙӘТ...НИҺАЙӘТ...
НИҺАЙӘТ...

Был ҡарар күптән кәрәк ине. Балаларҙы мәҙәниәтле итеп тәрбиәләү, уларға тарихты өйрәтеү бик мөһим.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас