+11 °С
Облачно


Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға:
Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин
Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә. Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.
Сығанаҡ: https://vk.com/gumer_ber