Атайсал
17 Сентября 2022, 04:15

Хөкөм. (Повесть. Ун етенсе киҫәк. Дауамы бар.)

  Тәҙрәнән тыш яҡҡа ҡараны. Йәнәшәләге шайтан таяҡтары һерәйгән баҫыу урта­һындағы ас­ыҡлыҡта тамырынан айырылған ҡамғаҡ ел ыңғайына билдәһеҙлеккә ҡарай тә­гәрәй ине.

Хөкөм. (Повесть. Ун етенсе киҫәк. Дауамы бар.)Хөкөм. (Повесть. Ун етенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Хөкөм. (Повесть. Ун етенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Иркен, бөхтә итеп йыйыштырылған өйҙөң төпкө яғына сәй табыны әҙерлән­гән. Өҫт­әл түрендә быуын борхотоп еҙ самауыр шыжлай. Ҡабарып бешкән йылы икмәктән хуш еҫ тара­ла, йомартлыҡ билдәһе итеп ике урынға оло йомарлам май ҡуйылған, ә табындың түрендә ул килтергән күстәнәстәр: торт, ҡиммәтле кәнфиттәр, емеш-еләк. Хәстәр­лән­гән һый-хөрмәттән генә түгел, тотош йорттан ҡот, бәрәкәт бөркөлә төҫлө. Ябай­лыҡ­ты, их­ласлыҡты тойоуҙан рәхәт булып китте. Ху­ж­абикә уны күреү менән ҡыҙыҡһына һалды:

            – Юлдаштарың ҡайҙа? Уларҙы үҙең менән эйәртһәңсе, әҙер­лә­гән һыйым бө­тәгеҙгә лә ет­ер­л­ек.

            – Ҡабаландылар. Эштәрен бөтөрҙөләр ҙә ҡайтып киттеләр.

            – Барлыҡ мәшәҡәттәрен иртәгегә ҡалдырмай тамамларға өтәләнәләрҙер ин-де, хәҙер бит ор­ҙо-бәрҙерәк, ҡаба­л­ан заман. Әҙәм балаһы баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң да өс көнлөк эше ҡалыр ти. Ҡа­на һуң өтәләнеп кенә теләгәнеңә ирешһәң, ба-шлағаныңды кисектермәй ослаһаң. - Гөлбикә өҫтәлгә әйҙүкләне, үҙе көн­и­т­мешенә ябай ғына ит­еп аңлатма бирҙе. - Ошолойтып ығырлап-шығ­ыр­лап йәшәп ятҡан көн әле. Ка­мил ағайың һаман да шул урынында, лесхозда, Әҡлимә медицина ин-ститутында пиҙиатрға уҡып йөрөй.

            - Әҡлимә шулай үҫеп тә еттеме ни? Ә ул күҙ алдымда һаман да елбәҙәк кенә ҡыҙ бала кеүек тора.

            - Шулай булмай тағы, күрмәгәнеңә ни ғүмер! Ул тәүлә училищыны тамамлағайны, шуға әлеге мәлдә белемен дә ала, бер юлы балалар балнисында эшләй ҙә, үҙ көнөн үҙе күрһә лә хәлемдән килгәнсе ярҙамдан өҙмәйем. Бигерәк бала йән-ле инде, үҙе һам­ан кейәүгә сыҡм­аған, йыйынмай ҙа һымаҡ.

            - Ҡабаланмаһын ишен тиңен осратмайҙыр һаман.

            - Улай тимә, ҡыҙ кешенең һуңламай башлы-күҙле булыуы хәйерле. Училищыны бөтөргән йылы күрше ауылдан һоратҡайнылар, ары институтҡа барам, тип һылтаулап еҙнәйеңдең служагының трактарис улын үҙһенмәне. Ҡарап тороуға арыу ғына егет ине, ҡулы оҫта, өйләнмәҫ элек үк яңы өй бөтөрөп ҡуйған, кәртә-ҡура тирәһе лә әҙер. Бар ҙа, йәшә лә кит инде.

            - Үҙ көсөң менән ҡорған донъя ҡәҙерлерәк.

            - Тормошто ҡыйыҡһыҙ башлап ебәреүе лә еңелдән түгел. Йылдар үтеп баҙары төшһә башҡа яусылатмаҫтар ҙа әле, шунан ҡалыр яңғыҙ кәкүктәй моңай-ып. Еҙнәйең ҡуйынына сы­мылдыҡ артына ин­г­ә­ндә яңы ун һигеҙем тул­ғайны, бөгөнгө ултыраҡ ҡыҙҙар ег­ер­ме би­штә лә йәш иҫәпләнә, ташҡа үлсәйем. - Әңгәмә барышын үҙгәртте - Камил менән килен яңғыҙыңа көн итеүе ауыр, тип алып ҡайтабыҙҙан һал­дыралар ҙа бит, ҡайҙа инде ҡартайған көн­дә ни­г­еҙҙе ташлау, торлағымды һыуытыу, өлөшөмә яҙғанды ошонда кү­рәм, Сәфиуллам да, ҡайным-ҡәйнәм дә ошо зыяратта. - Сәйнүктән сынаяҡ­ҡа ҡуян ҡанылай ҡаты сәй ағы­ҙып са­мау­ырҙан гөбө­­р­ләтеп һыу өҫтәгәс һыйына ҡыҫтаны. -  Өй ик­м­әгенә яңы бешкән ма­йҙы яғып ҡаб­ып ебәр әле, ҡыҙыл эремсектән ет­еш, өҙәрем юлда килеп ҡор­һ­а­ғың асҡан­дыр. - Ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйларға тырышһа ла үҙе ашамлыҡтарға ҡағылманы, йоҡа ирендәрен ялағандай итеп кенә ҡуйҙы. - Миңә иғтибар итмә, һин килер алдынан ғына Әминә апайың сәйгә әйткәйне, эсем йәйелгәнсе шунда һыйландым…

       “Ауылда ҡайһылай рәхәт, бөтәһе лә ябай, аңлайышлы…”

            – Һине бөтөнләй юғалттыҡ та, йә үҙең именлегеңде бе­лгер­теп­ хат-хәбәр яҙмайһың. Иншалла, көн итеүең арыуҙыр: өҫ­т­өң­дә затлы кейем, елдергәнең ҡим­мәтле машина. Беҙҙең ҡыҙмы, әллә түгелме, тип ап­­тыраңҡырап та ҡуйҙым әле, күргән ыңғайы.

            – Ҡалала йәшәйбеҙ, эш күп, ҡайтып әйләнергә ваҡыт табып булмай.

            – Теләһәң ваҡыт табыла инде ул.

            – Уныһы шулай. Гүзәл ҡайҙа?

            – Гүзәл  университетын бөтөргәс күрше райондың егетенә кейәүгә сыҡҡай-ны, шундағы  ауылдарҙың береһендә йәшәп яталар. Өс бала әсәһе. Барғас та мәкт­әптә эшләне. Юғары белемен иҫәпкә алмай ҡыҫҡартҡастары ситтән тауар ташып сепр­әк-сапр­аҡ һатыуға тотоноп киткәйне китеүен, килгән килемдәре тама­ҡ­тарынан артм­ай, хәйерһеҙ. Ке­йәү зоотехник һөнәренә яр­а­шлы эш таба алмаған­лыҡтан Себер та­ра­фтарын ҡыҙыра, онотҡанда бер ҡай­тып күренә. Балалары ата тәрбиәһен күрмәй үҫә. Ҡуй инде хәҙерге тормошто, ҡайҙа китеп баралыр? Ауыл хужа­л­ы­ғ­ын тө­бө тамыры­н­ан ҡыйратып бөт­өр­ҙөләр ҙә, инде килеп мә­к­т­әптәргә, медпункттарға ҡаныҡ­ты­лар. Мә­к­т­ә­птәр ябылыуы - илдең нигеҙ ташының һурылыуына бәрәбәр. Ишетеп белеүебеҙсә һуғыш йылдары уларҙың бөтәһе лә гөрләп эшләп торған. Боронғолар белмәй әйтмәгәндәрҙер: “Белемһеҙ берҙе йыҡһа, белемле етене йығыр”, тип. Сеүәтәләй ҙә аш­лыҡ сәс­е­л­мә­гәс тауыҡ-ҡаҙ­ҙарҙы бөтөрҙөм, йәй башында еленләгән һыйырымды тотондом . Элеккеләй түгел, ҡулдың көсө ҡайта, бесән сабып булмаҫтыр быйыл.

            – Ауылдаштар нисек йәшәй?

            – Шөғөлһөҙ ята көллөһө, бында ни эшһеҙлек тә дөйөм эскелек! Көллөһөн киренән һалдырып ултырһам да донъя көтөргә тырышып ятҡандар ҙа юҡ түгел, йәнә ауыҙҙарына иҫерткес эсемлек алмаған йәштәр ҙә бар. Беҙ күрә алмаһаҡ та алыҫ киләсәктә йәшәү яйға һалынып китер, бәлки, кем белә.

            – Ғәлимйән менән Розалия… күрше райондалар шикелле, - шулай тине лә ҡыҙарынып китте.

            – Һуң Гүзәлдәр ҙа шул райондан. - Гөлбикә йәнләнгәндәй итте. - Ғәлимйән­дәр эргәләрендәге 3-4 саҡрымдағы ауылда йәшәгәндәр. Розалия тәүге бәпес­ен тыу­ҙыра алмай үлеп киткән, Ғәлимйән яңынан өйләнгән, уныһы ла биҙәү икән. Йәш-әгән­дәр шулай икеһе ике мөйөшкә ҡарап. Үткәндә Гүзәл шылтыр­ат­ты, Ғәлимйән-дең үпкәһенән яман сир тапҡандар ҙа Өфөгә ебәргәндәр, тиме. Бала­лары бумаған-ға күрә Хоҙай үҙенә ғүмер бирһен инде, йәш бит әле ул.

       Терт итеп ҡалды, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе:

            – Ҡайһы больницала ята икән?

            – Билдәле, ундайҙарҙың урыны онкологияла. - Гөлбикәнең йөҙө үҙгәрҙе, һарғая төшкән шау тарамыш ҡулы менән муйынын ыуҙы.

       Күңелһеҙ яңылыҡтан һуң табындың йәме китте.

            – Һөйләгәндәрем ҡыуанырлыҡ түгел шул. Йәшәйешебеҙҙең ал да гөл түгелле­ген былай ҙа күрәһең.

            – Беҙҙең эт һеҙҙә ҡалған ине бит әле. Һорлан. Нисәмә йыл үтте үлгәндер ҙә инде?

            – Тере! - Күңелле хәбәргә күсеүгә ҡыуанып китте хужабикә. - Тере! Эттең эте шул тиклем дә оҙаҡ йәшәр икән. Аптырай ауыл халҡы. Кешене өмөт йәшәтә ти, ә кейекте? Көн һайын зыяратҡа, атайың-әсәйең янына барып әйләнә, бер нисә тап-ҡыр уны һеҙҙең элекке сабынлыҡта ла күргәндәр. Күпме генә ҡыялһаҡ та йо­ртоғ-оҙҙан алып ҡайта алманыҡ. Нигеҙегеҙҙе һаҡлап йәшәп ята шунда. Камил ағайың ҡал­ын таҡта­н­ан оя эшләп бирҙе. Ә мин көнөнөкөн көнөнә асыҡтырмай-сарсатмай ашарға ил­тәм. Ныҡ олоғайыу ғәләмәтеме, өрөүҙең ни икәнен дә онотто. Хәйер, сит-яттарҙан һаҡлар нимәң бу­мағас өрҙөң ни ҙә өрмәнең ни. Һорландың тоғролоғона иҫем китә, ниндәй хәлдә лә емерек нигеҙҙе ташламаны. Беҙҙең ауыл­д­ан сыҡ-ҡан Салауат ағайың бар ине бит әле. Иҫ белгәндән сығып киткәйне, Өфөгә барып урынлашты, фән доктор­ына ҡәҙ­әр үҫте. Шул яңыраҡ үлеп ҡалды. Вафаты алдынан Өмбәткә алып ҡайты­ғыҙ, тип ва­с­ы­ят әйткән имеш. Ер аяғы, ер башынан апҡайттылар. Ош­онан аҙ­аҡ аңлап ҡа­ра көнитмештең серҙәрен! Тыуған т­өйәгенә ҡайтып йән тыны­с­лығы та­бырға ын­тыл­ған Салауат нишләп ғүмере буйы ситтә йәшәне ик-ән?! Ә бит эт аңһыҙ иҫәпләнһә лә бер ҙә ге­нә лә ул­айтмай.

       Ҡайтырға йыйынып ишек төбөнә килгәс ниҙер хәтерләгәндәй туҡталды, кәш-ел­үг­енән аҡса алып диван ҡырына һаҡҡан Гөлбикәнең тубығына һалды:

 – Үҙем менән ошо сумма ғына.

  Гөлбикә ҡулына алған меңәрлектәрҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй бармаҡтарында ҡы-штырҙатты:

            ­– Ошоносаны миңә бирергәме иҫәбең?

            – Һеҙгә шул. Кәрәгегеҙгә тотоноғоҙ бик тә бу­лмаһа Гүзәлгә ебәрегеҙ, ун­ың йә­ш­әүе еңелдән түгел, тинегеҙ бит.

            – Ыстағәфирулла, юҡ, кәрәкмәй, йортома бер ҡасан бушлай, йәиһә харам нимә ингәне буманы. Ныҡышһаң да алмайым. - Кире һондо. - Гүзәлде коммерс-ант, тинем дә, ул да кеше көнлө түгелдер, мо­ғайын.

       Һиҙҙе, ауыл ғәҙәтен ҡыуалай Гөлбикә апаһы, әҙәп күрһәтә, кеҫәһен­дә елдәр уйнағанда ла, хәлем шөкөр, тип ялғанлаясаҡ. Хәйләгә күсте:

            – Атай-әсәйемә ҡәбер ташы ҡуйҙырттым яңы ғына, күр­ше-тирәңде йыйып шун­ың хөрмәтенә минең исемдән аят бағышлат.

            – Ҡайһылай изге ғәмәл ҡылғанһың, Нәйлә, бигерәк сауаплы эш бө­т­өргән­һең! Миңә әләйгәс аят уҡытырға?

            – Уҡыт шул, ауылдаштарға ошо аҡсаны саҙаҡа итеп тарат.

            – Ярай, шулайтырмын. Әллә тим, ҡунырға ҡа­ла­һыңмы?

–  Ҡалыр ҙа инем, бик ҡабаланам шул, апай.

       Гөлбикә өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡыша бирҙе:

            - Иҫке генә буһа ла му­нсамды тоҡанд­ырып ебәрәйем, Раф­иҡ­тан та­уыҡ салдырып йолҡҡа­йным, шуны бешерергә һалам, ә, ҡайтма ла ҡуй?

       Эскерһеҙ үтенескә, инәлеп ҡарауға яуап таба алмағас әйберҙәрен йыйырға кереште.

       Урамға сыҡтылар.

            – Һеҙ минән ниҙер һорарға итәһегеҙ шикелле, апай?

            – Ни һан утырып ташланыҡ, белешергә лә ҡыйманымсы, кем булып эш­ләй­һең ул тегендә? Иркен ҡыланыуыңа ҡарағанда ҙур урындалыр?

            – Институтты тамамланым, әлеге көндә һатыу итәм…

            – Ә-ә-ә, шулайҙыр тип уйлағайным да. Бөгөн тотош ил баҙар, унда йәшәгән һәммәһе лә һатыусы. - Гөлбикә төшөнгәндәй һуҙҙы. - Ошо арала килеп сыҡ әле, Нәйлә ҡыҙым, машина үҙеңдеке, кемгәлер ялынаһы тү­гел. Эргәңә ултыртып ҡар ятмаҫ элек еләк-муйыл тиргән болондарҙан ҡыҙыртып әйләндер. Күрг­ем килә. Яйы сыҡһа машинанан төшөп йәйәүләп тә алырбыҙ. Ағайыңа әйтеп ҡарайым да эш күплеккә һылтанып һуҙа ла һуҙа. Үкене­рҙәй булыр ҙа…

       “Вәғәҙәләһәм, бала фиғеле ингән оло кеше көтәсәк бит, юлдан күҙен алмай кө-тәсәк…”

            – Ышандыра алмайым, бәлки юл төшөр, кем белә… Һау булып тор, апай!

       Гөлбикә һары күлдәген елдә елберҙәтеп оло юл уртаһында тороп ҡалды. Көс-лө ел сығыр ҙа һары япраҡтай кәүҙәне әллә ҡайҙа осороп алып китер һымаҡ.

  Урам буйлап үтешләй йорттарҙы ҡырлатып килеүсе Миңнизарҙы сырамытты. Үҙгәр­м­әгән дә һымаҡ, тәбәнәк буйын ҡабаланмай ҡымғырлатып тәгәрәп кенә ба-ра. Тағы  берәй ауырыуҙың саҡырыуы буйынса йөрөүелер. Фельдшер булараҡ һәр кемдең яҡын ярҙамсыһы, ул шулай йөрөп ятҡанда һәммәһен ауырыу- һыҡ­тау ур-ап үт­ер төҫлө.

            – Миңнизар апай, һаумы? - Машинан һикереп төшөп ҡаршы атланы.

        Тегеһе тиҙ үк таныны, аптырап китте:

            – Нәйлә ҡыҙым! - Биниһая ваҡыт биленән һығып ҡосаҡлап ебәрмәне. - Бы-на, көтмә­гәндә-уйламағанда. Ҡайтҡан­һ­ың бит!

        Һүҙҙе нимәнән башларға белмәй баҙап ҡалды:

– Нисек йәшәп ятаһығыҙ?

            – Беҙҙең ни бер көйө, таң ата ла кис була тигәндәй.

            – Әмир ағай…

            – Әмир ағайың, улым көтмәгәндә бер төптән китеп барҙылар. Ишетмән-еңме ни? - Күҙҙәрендә йәш эркелде.

            – Ишетмәнем шул, ишетһәм… Ғәфү ит, Миңнизар апай…

            – Ишетмәү ғәйеп түгел. - Ҡулъяулыҡ сығарып бит-йөҙөн һөртөштөрҙө. - Үҙең һуң ни хәлдә?

            – Бына ҡайтырға иттем.

            – Яҡшы иткәнһең. Онотолоп тик торамсы, әйҙә беҙгә! Яңғыҙым көн итәм, ҡы­ҙым район үҙәгендә эшләй. Ҡыҙым, туғандарым, ҡалала, һис юғында район үҙәгендә йәшәргә саҡырып димләйҙәр күптән, бында ятҡан ағайыңды, улымды ҡалдырып ҡайҙа китмәк? Улар бит үпкәләр, рәнйер. Килдем, тиһең дә, кемгә бо-ролдоң?

            – Яңы ғына Гөлбикә апайҙа булдым да ҡайтырға ҡуҙғалдым.

            – Төбәп килер кешең ул ғына инде. Мине лә онотма. Ишеккә һаман да бик һалмайым.

            – Икенсе ваҡыт мотлаҡ килермен, йәме?

            – Йә, тик хәйләләштән булмаһын.

            – Яратып тыңлайым, нисә йыл ҡалала йәшәп тә телең боҙолмаған, таҙа һөйләшәһең.

            – Үҙ телеңде онотоп буламы ни?

            – Кешеләрҙең дә төрлөһө бар, анау Мөнирәнең ҡыҙы татарға сыҡҡайны, яр-ты йылдан сүселдәп ҡайтып төштө.

            – Һеҙ эшләйһегеҙҙер?

            – Ҡайҙа инде, күптән пенсияла.

            – Элеккеләй саҡырталарҙыр?

            –  Көнөн дә, төнөн дә ҡоро ҡалдырмайҙар. Үҙемдең аҡсама “тиҙ ярҙам” су-мкаһын эшләп алдым да, өндәшеүҙәре була, шуны эләктерәм дә еләм. Әле Гөлбикәгә китеп барыуым. Етди сирләй ул. - Һағайып ҡалыуҙы күреп өҫтәне. - Ҡыҙыл үңәсендә яман сире бар, ашауҙан яҙып бара. Ихтыяр көсө менән, бирешмәҫкә тырышып йүгер­мәләй шунда. Яйын тап килтереп Камилға ла, Гүзәлгә лә, Әҡлимәгә лә хәбәр иттерҙем. Һуңғы осорҙа ҡайтып китәләр ҙә бит, һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәте. Әсә күңеле балала, бала күңеле далала, тигәндәре шулдыр. Көс керһен тип витаминдар ҡаҙап система ҡу­й­ған булам да бит, оҙаҡҡа бармаҫ, ятыр түшәккә. Хәлен үҙе лә һиҙемләйҙер, үткәндә барғанымда кәфенлек һымаҡ нимә төрөп аҙаплана ине. Мине күргәс йәшерә һалды.

           – Ә мин уға йомош ҡушып киттем тағы.

           – Һәйбәт иткәнһең, ул нимә менән булһа ла шөғөлләнергә, иғтибарын сир-енән ситкә йүнәлтергә тейеш.

       Йылы хушлаштылар.

      Өйҙәре янында туҡталды. Хужалыҡтарын ур­­атҡан баһыу ауып ергә түшәлгән, урам яҡтағы рәшәткә-ҡойманың бағаналары серей баш­лағ­ан, тот­ош иш­­ек алдын кесерткән, тегәнәк, әрем япҡан, өй, келәт, мал һарайы урындарын тоҫ­мал­ларға ғына м­өм­кин, тик ба­ҡса эргәһендәге имән бағана ныҡ әлегә, ә бына уға берке­­т­е­лгән сый­ыр­сыҡ оя­һының һайғауы осондағы ауырлыҡҡа бирешеп яртылаш ергә эйе­л­гән. Ояны ат­аһы турғайҙар йыйған сүп-сарҙан таҙартып, йыл һайын яңынан күтәрә торғай­ны. Ир­тә­геһенә ҡояш сығыр-сыҡ­м­аҫ­тан ту­пһа күтәрмә­һе­нә һағып түҙемһеҙ­ләнеп көтә башлай, йоҙроҡтай ғына ҡошсоҡ килеүен белгертеп соролдап ебәреүе була, өйҙә кү­ңел­ле мә­х­шәр ҡуба: ата-әсәһе тәҙрәгә ҡаплана, ул кү­т­әрмә иҙәнен тып­ы­рҙатып бейей… Таҡ­ыр­ланып бөткән берләм һуҡмаҡты ҡыуалатып инеп ыҡсым итеп эшләнгән ояға юл­ыҡ­ты. Ул буш ине. Эт ҡайҙалыр сығып киткәйне. Яманһыулап кире боролдо, барып сыйыр­сыҡ ояһы беркетелгән бағананы ҡосаҡланы.

   “Ҡурҡ…ҡурҡ…ҡурҡ…” Башын ҡалҡытты. Көйәнтәләй бөгөлгән һайғауҙың ҡап уртаһына ҡоҙғон килеп ҡунған икән, күҙҙәрен былтайтып ҡарай. “Көш… көш…­ көш… кит бынан!” Оятын юғалтҡан нәмә ҡурҡырға уйламай ҙа, хатта үҙенең бында хужа икәнлеген белдереп тәпәйҙәрен кирә баҫыңҡыраны.

       Сығыу яғына йүнәлде һәм һуҡмаҡ уртаһында ултырған этте күрҙе.

            – Һорлан! Һорлан, һаумы!

        Ялбыр йөнө һиҙелеп ҡойолған ныҡ бәлйерәгән эт сәләмде алғандай ҡойроғон болғаны.

            – Танымайһыңмы әллә? Мин бит Нәйлә, һинең хужаңдың ҡыҙы! Кил әле эргәмә, ҡәҙерлем, берҙән-берем минең! - Ынтыл­ғай­ны, Һорлан арауыҡ һаҡлап ар-ыраҡ шылды.

            – Танымайһың шул, танымайһың.

       Йөнтәҫ морон юғары сөйөлдө, оҙон тел һәлберәгән ауыҙҙан шыңшып илауға оҡ­шаш тауыш ишетелде.

            – Таныйым, тиһеңме? Рәхмәт һиңә матурҡай! Күстәнәс ашағың киләме? - Су­мочкаһынан «Сникерс» алып үләнле ер өҫтөнә һалды. - Тәмле, туҡлыҡлы кән-фиттән ауыҙ ит.

       Эт ҡымшанманы ла.

            – Колбаса алмағайным шул, бар һыйым ошо ғына. Теләйһеңме, мин һине үҙем менән алып ҡайтам. Тегендә ожмахтағылай  йәшәрһең, үҙеңә ветврач берке-теп ҡуй­ы­рмын. Өшөмәҫһең, яңғыҙлыҡтан интек­мәҫ­һең, ҡаңғырмаҫһың. Киттек!

       Саҡырыу ҡабул ителмәне булыр, эт яртылаш йөнө ҡойолған ҡаҡ башын ситкә ҡайырҙы.

            – Эх, аңһыҙ мәхлүк,  белмәйһең шул иң яҡыным булып һин генә ҡалғанды. Бе­л­мәйһең! - Сүкәйҙе, сикәләрен ҡушусланы. Һорлан да хәленә ингәндәй мо­ңһоу итеп ҡа­рай. Уның күҙҙәре ҡоро, ә эттең мороно буйлап субырҙап йәштәр аға.

            – Аңһыҙ кейек булһаң да күңелең йомшаҡ шул, Һорлан. Ә мин бик теләһәм дә илай алмайым, күңелем ҡатҡан, йәнем ҡорғаҡһыған…

       Ҡуҙғалып китте. Артына ҡайырылды. Эт урам уртаһына сығып һерәйгән дә ун­ың яғына төбәлгән.

       “Минең менән бәхилләшеүеңме, Һорлан?!. Хуш, мәңгегә хуш…”

       Һауаға күтәрелгән һөмһөҙ, һөйкөмһөҙ ҡоҙғон ҡа­н­аттарын талғын елп­еп уны ауыл осона ҡәҙәр оҙата килде.

       Тәҙрәнән тыш яҡҡа ҡараны. Йәнәшәләге шайтан таяҡтары һерәйгән баҫыу урта­һындағы ас­ыҡлыҡта тамырынан айырылған ҡамғаҡ ел ыңғайына билдәһеҙлеккә ҡарай тә­гәрәй ине.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас