

Наина Васильевна һиҫкәнгәндәй тирә-яғына ҡараны. Август аҙаҡтарында һауа торошоноң үҙгәреүе көндәрҙең ҡыҫҡарыуы һиҙелеп беленә; көндөҙ ҡыҙҙыра, кис-тәрен һәм төнөн ҡапыл һалҡынайта. Йә йәйҙән сыҡмаған, йә көҙгә инмәгән илаҡ миҙгел араһы. Ул да бит шундай йәшкә етеп килә, йәш тиер ине әүәлге талсыбыҡтай кәүҙәһе ҡалыная төштө, хәрәкәттәре һәлмәкләнде, ҡартайҙым, тиер ине һаман дәрте ҡайтмаған. Ҡайһы саҡ тиреһенә һыймай һытылырҙай хәлгә килә, тәне берсә утта яна, берсә ҡара тиргә батып боҙло һыуға сумғандай ҡороша. Кәйефе лә тотороҡһоҙ, тиҙ үҙгәреүсән. Әле Ялтаға ялға китергә йыйынып тикшереү үткән-дә ошо хаҡта зарланғайны, табип-терапевтың иҫе лә китмәне:
- Это возрастное. Климакс. Пройдет.
- Значит старею?
- Нет. Вы в полном расцвете сил! - Өҫтәл артында ҡағыҙҙар тултырып мәшғүлләнгән табип башын ҡалҡытмай ғына килешле комплимент әйтеп ҡотолдо.
Виктор Николаевич олоғайһа ла эшенән китмәне, элекке вазифаһын башҡара башҡарыуын, ә бына түшәктә кәренең, ир ҡомарының ҡайтыуы һиҙелә, онотҡанда бер ашыҡ-бошоҡ иркәләй ҙә һырты менән боролоп ҡарт бесәйҙәй ойоп та китә, юғиһә йәш ирҙәргә ҡаш һикертеп бындай гөнаһтарға батыр инеме? Яттар менән түшәк бүлешеүе ҡырағай нәфсене ҡандырыу ғына түгел. Ундай мәжнүндәр менән иренә килешеүҙәр төҙөү, партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу әллә күпмегә еңел. Юҡ, юҡ, был хаҡта Виктор Николаевич белмәй, еңел генә уртаҡ тел таба алыуын бәлки үҙенең дипломатик оҫталығы тип тә һанайҙыр, бәлки. Бөтә финанс ойоштороуҙарының артында ул тора, күҙгә күренмәй килгән килемдәрҙең тәүсығанағы ул. Тик бына һуңғы бәйләнеш көтмәгәндә бәләгә килтерҙе. Нишләп кенә шул елғыуар-тинтәккә бәйләнде инде. Йәш ине шул суҡынмыш, ҡарыулы ине. Шуға ҡыҙыҡты, тотанағы тотманы…
Эйе, Наина Васильевна тулы хужабикә йортта, һәр әйтелгәнде, ҡушҡанды тайпылышһыҙ үтәүҙе талап иткән ханбикә. Дубайҙан тура ошонда ҡайтып төштөләр. Тупһаны ашатлағандан алып йөҙөнә үҙгәрмәҫ битарафлыҡ битлеген кейҙе, ҡусҡарҙай ҡабырсағына йомолдо. Ул хеҙмәтселәре өсөн үткәне булмаған, бөгөнгөһө менән генә йәшәгән мәңге асылмаҫ сер йомғағы. Таныштары сит ил паспортына яҙы-лғандай урыҫ исеме менән өндәшәләр, башҡа милләттән икәнлеген Виктор Нико-лаевичтан башҡа берәйһе беләме икән? Бында килгәс сауҙа институтында юғары белем алыуы тураһындағы ҡыҙыл дипломды алдына килтереп һалдылар. “Алыш-биреш өлкәһендә алыштырғыһыҙ оҫтамын шул…” Ҡатырғаға күҙ һалғас йөҙөнән асы йылмайыу йүгереп үтте.
Ғаилә тормошона килгәндә тәүге көндән үк һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Виктор Николаевич иртәнән алып кискә тиклем эшендә юғала ла һуң ғына ҡайтып инә. Оҙон өҫтәл артында суҡайып, әһәмиәтһеҙ һәм мөһим булмаған яңылыҡтар хаҡында арлы-бирле хәбәрләшеп киске ашты ашайҙар ҙа ире яңынан кабинетына инеп бикләнә, үҙе менән эшенән алып ҡайтҡан килешеү проекттары, башҡа рәсми ҡағыҙҙар менән таныша, йә һуңға ҡалып килеүселәрҙе ҡабул итеп улар менән әңгәмә ҡора. Ҡағыҙҙарҙағы миллиондар менән эш итеп, уларҙы таба һәм арттыра белһә лә эш хаҡына, ҡулына ингән меңәрлектәргә бөтөнләй иғтибарһыҙ, уны тулыһы менән кәрәк-яраҡҡа, аҙыҡ түлек алыуға ул тотона. Тәүге осор йәшлегенә барып ауырға ҡалырға теләмәй һаҡланып маташты, һуңынан өмөтләнһә, ымһынһа ла көткәне килмәне. Хыялындағы бәпес ирендәренең имсәк остарын ҡытыҡлауҙы төштәрендә күреп, шунан сикһеҙ рәхәтлек алып уяна ине ҡайһы саҡ. Йәшәүҙең мәғәнәһе, донъяның йәме һәм ҡото икән бала. Түлһеҙлек кемеһенәндер, мәгәр ошо хаҡта төпсөнмәнеләр, һүҙ ҡуҙғатманылар, тәмһеҙләшмәнеләр, бер-береһен ғәйепләмәнеләр. Тағы ла тиҫтә йылдан ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне: еренә еткереп биҙәнгән, төҙәнгән, үҙен юғары кимәлдә тота белгән, иномаркала оҫта елдергән ҡатындың сығышы ауылдан, тип әйтеп ҡара, торғаны бизнес-леди!
Тәүге тапҡыр руль артына ултырғас Өмбәткә ҡайтып урағыһы килде. Кешеләр менән аралашҡанда хистәрен, күңел торошон йәшерә, ә инде яңғыҙы ҡалғанда үт-кәнен һағынған яланаяҡлы ауыл ҡыҙына әүерелә. Бала саҡта атаһы яҙғы үләндәй асыҡ йәшел төҫтәге велосепед алып биргәс ҡыуанысынан ауылдың бер осонан ик-енсе осона елдереп, юҡ, ҡоштай осоп үткәйне. Өр-яңы машина асҡысын ҡулына алғас шул теләк яңынан уянды. Ҡайтыр, әммә унда буш ҡул менән күренә алмай, атаһы-әсәһенә вәғәҙәләгән, әйтеү әйтеп нығытҡан бурысы бар.
Ритуал хеҙмәттәр бюроһына барып өҫкө өлөшөнә пар аҡ күгәрсен һыны ҡунған, аҫҡы яғына ҡуш балдаҡ һуғылған, бронза хәрефтәр менән исем-шәрифтәр яҙылған ике метр бейеклегендәге ҡиммәтле ҡара мәрмәрҙән ҡәбер ташы эшләргә ҡушты. Заказы әҙер булғас йөк машинаһын яллап, теге бюроның хеҙмәтселәрен эйәртеп үҙе алдан төшөп ауыл яғына ҡарай елдерҙе.
Йәненә яҡын ялан-ҡырҙарын күрһә күңеле елкенер тиһә, киреһенсә унда яҡынайған һайын кәйефе ҡырылды, элекке урындарҙы таныны ла таныманы ла; ауыл эргәһендәге баҫыуҙарҙы япҡан билсән туҙғаҡ мамығын елдә ойоҫҡота, ауыл эргәһендәге ырҙын табағы, иген келәттәре, трактор паркы, тимерлек ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, урын-урыны менән нигеҙҙәре генә ҡалған ауыл теше төшә башлаған йәмһеҙ ауыҙҙы хәтерләтә, элекке ағас мәктәп тә ташландыҡ күренә, биләмәһен ҡый үләндәре баҫҡан. Уның ҡарауы тау битләүендә мәсет балҡып ҡалҡҡан. Хужаһыҙлыҡтың ҡап уртаһында иман йортоноң төҙөлөүе емереклектән, әлеге аянысы хәлдән сығырға ынтылыуҙың берҙән-бер рух билдәһе һымаҡ күренә. “Мәсеткә халыҡ йөрөйөмө икән?” Тәүге уйы шул булды. Урамға килеп ингәс таныш ҡапҡаға ҡайырылды.
Гөлбикә кесерәйеп, кәлберләп киткән, йөҙө тартылған, шуғалырмы күҙҙәре күгелйем күләгәгә батып, танауы ослайып күренә. Йорто эргәһенә еңел һәм йөк ма-шиналары машина эйәртенешеп килеп туҡтағас солан күтәрмәһенә сығып ярпайып ҡатты берауыҡ, шунан йүгерә-атлай йөрөп, оло ҡунаҡтар ҡабул иткәндәй ҙур ҡапҡаны шар асып ебәреп урамға сыҡты.
– Һаумыһығыҙ? - Машинаһынан сыҡҡас танытырға теләп ҡара күҙлеген һалды.
– Кем икән был, тип аптыранып торамсы, Нәйлә ҡыҙым, һин түгелме?
– Эйе, мин. - Йоҡа, шау һөйәккә ҡалған кәүҙәне ҡосағына ҡыҫты, сал сәсле башҡа танауын терәп еҫкәп тә алды. - Ҡабул итәһегеҙме!
– Бынағайыш, урынһыҙ хәбәрҙе сыбалтасы, как будты беҙгә сит-ят инде. Әйҙүк, һәммәгеҙ ҙә. - Гөлбикә ҡоласын ҡанаттарҙай йәйеп ихлас һөйләнде.
– Машиналағыларҙы саҡырыу кәрәкмәй, улар ялланғандар, аҡсаһы ла артығы менән түләнгән. Хәҙер атайым менән әсәйемдең янына барып әйләнәм дә һеҙгә инеп сығырмын.
– Йә. Ә мин бында самауырымды яңыртырмын. Зыярат тигәндәй, тәүлә мулланан рөхсәт алып аят уҡыт, шунан ғына тәүәккәлләрһең, ни тиһәң дә унда ауыл-даштарың, яҡындарың ята.
– Беҙҙәге Ғабдулла мулла үлеп ҡалған түгелме? Ситтән берәү килдеме әллә?
– Иншалла, хәҙер мәсет тә төҙөп ҡуйҙылар, муллабыҙ ҙа үҙебеҙҙеке.
– Кем?
– Фәтих мулла. Пенсияға сыҡҡас ихласлап дингә бирелде лә китте. Өфөгә барып диниә назаратында уҡып та ҡайтты. Һәр хәлдә эшемде күрһәтәм, тип тыр-ышып ятҡан көнө.
“Ундай шылғаяҡтар утта ла янмай, һыуҙа ла батмай инде ул. Ҡартайған көнөндә йылы, төшөмлө урын тапҡан…” Һүҙҙе икенсегә борҙо:
– Ярай, мин оҙаҡламам. Апай бынауҙарҙы индер әле, һиңә тип күстәнәс алып килгәйнем.
– Юҡ менән мәшәҡәтләнеп расхутланмаһаңсы, һин миңә үҙең күстәнәс, үҙең бүләк.
Мәсеткә барманы, һәүәҫкәр мулланы ла эҙләмәне, тура ауыл эргәһендәге ҡалҡыулыҡҡа күтәрелде.
Зыяратта тәрән тынлыҡ. Бында ел дә иҫмәй, тау атындағы шишмәнең шылты-рауы ла ишетелмәй, ваҡыт ағышы ла туҡтап ҡалған һымаҡ. Эҙләгәнен тиҙ тапты. Йылдар үтеү менән ҡарауһыҙға әүерелгән ҡәберҙәрҙең өҫтөн ярым ҡороған үлән ҡатламы япҡан, тупраҡ өйөмдәре һеңә барып ер менән тигеҙләнә яҙған. Атаһының хөрмәтенә тимерҙән эшләнгән, бер яҡҡа аушая төшкән йондоҙло обелискты ла һоро тут япҡан.
Инеүселәргә бойорҙо:
– Плиту ставьте между двумя могилами. Старые камни и этот обелиск желательно не трогать!
Ялланыусылар ығы-зығыһыҙ, йылдам ҡыймылдап эшкә керештеләр: үҙҙәре менән килтергән цементты иҙҙеләр, плитә ҡуйылаһы урынды тигеҙләп ҡырсынташ менән нығыттылар. Зыярат уртаһында аҡ төҫкә буялған тимер кәртә эсендә мәрмәр таш ҡалҡып күренде.
– Расплатилась с вами в полном объеме! До свидание.
Эргәһендәгеләр күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты.
– Һаумы, атай, әсәй! - Тамағы төбөнән ҡалтырауыҡлы өн һығылып сыҡты.
…Башланғыс класта уҡығанында түбәнге ос Фәндиҙә менән нимәгәлер эләгешеп киттеләр ҙә теге еңә алмағас уҫал хәбәрен әйтте:
– Васил олатай менән Сания инәй атайың да әсәйең дә түгелдәр, бик беләһең килһә! Әсәйем һине ташландыҡ ти!
Ҡайтарыр яуабы булмағас Фәндиҙәне яҙғы күләүеккә этә төрттө лә тегенең сәрелдәп, ғауға һалып илауына ла иғтибар итмәй өйҙәре яғына ҡарай йүгерҙе. Бикле ишекте асып инде, сумкаһын, өҫ кейемен нисек етте шулай ырғытып сисенде һәм асыуын кемдән алырға белмәй үсле күҙҙәрен өй эсенән йүгертте. Бөтә урында ла тәртип, таҙалыҡ, бөхтәлек, тик ишек төбөндә ятҡан итектәренең ҡары ҡатыш ҡойоһо иреп иҙәнгә йәйелә бара. Балаҫ киҫәгендә ятҡан бохар бесәй балаһын ҡәҙерләп ҡосаҡлаған да имеҙеп ята. Күҙҙәрен йомоп ебәреп ирәүәнләүенә ҡарағанда уның йәшәйеше теүәл. Элек бохар бер юлы дүрт-биште көсөкләне, хәҙер олоғайҙы инде, һуңғы тапҡыр ошо ап-аҡ йоморосайын ғына килтерҙе лә янынан китмәй, һағалай ҡурсый, көндәр буйы йөнтәҫ ҡосағына һыйындыра. Ҡыҙыл моронло, зәңгәр күҙле наҙлыҡай ҙа һырпаланырға, иркәләнергә ярата. “Әсәһе булғас хатта ошо бесәй балаһы минән ҡәҙерлерәк. Күрһәтәм күрмәгәнеңде!” Яһил ҡыланып ырғып торҙо, ҡойондай өйөрөлөп кейенә башланы, имсәккә сат йәбешеп ятҡан бесәй балаһын эләктереп тышҡа атылды, яртылаш ирегән алағарҙы кисеп урман яғына ҡарай йүгерҙе. Бышлыҡты, тыны быуылды, итек ҡуңыстарына иреү ҡар тулып аяҡтарын өшөттө. Бына Саптырма Таш. Был ҡашлаҡтан урман-ҡырҙар, туғай-болондар ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Ике тау тоташып улаҡланып ятҡан оҙон, тәрән үҙән таш ҡаяға барып ялғана. Ошо аралыҡҡа ҡышҡы бурандар тыңҡыслап көрт тултыра. Яҙ ҡояшы йылыта башлау менән үҙәндә өйрәләй күлбегән ҡарлы һыя барлыҡҡа килә, ә апрель урталарында инде, ана шул боҙ ҡамауында тыйлығып ятҡан нимә ҡуҙғалып, тиҙлеген арттыра барып улаҡ буйлап йүгерә лә елгәрелә-елгәрелә ҡаянан түбән ташлана. Һыу парҙары ҡояш нурҙарында уйнап ете төҫтә балҡыған салауат күперен хасил итә. Әле үҙән алҡынып ятҡан, йүгерек күб-екле тулҡындар менән тулған. Ҡая ситенә килде, аҫ яҡта Саптырма Таштан атылған ағымдан, тирә яҡтан килеп ҡушылған ваҡ йырғанаҡтарҙан көс-ҡеүәт алған Селтербей шишмәһе болғансыҡланып үкерә. Башы әйләнгәнлектән кире тартылды. “Нишләп килде әле бында? Әллә ҡайтырға ла китергәме? Юҡ инде!” Күҙҙәрен сытырҙатып йомдо, ҡулындағын киҙәнеп ҡая аҫтына ырғытты : “Дөмөк шунда!” Бик алыҫтан үҙәләнеп мыяулау ҡолағына салынды, тик уны шундуҡ яҙғы ташҡын тауышы йотто. Һиҫкәнеп китте: “Уйламағанда нимә эшләнем әле, бында бесәй балаһының ни ғәйебе?..” Ҡурҡып ҡына түбәнгә ҡараны. Ҡорбанын йотҡан ҡара ташҡын ҡәнәғәт кикереп уфылдап ҡуйҙы. Төҙәтә алмаҫлыҡ хата ҡылынғайны. Урынында тыбызыҡлап тапана биргәс аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтыу яғына йүнәлде, өй ишеген асып инеүе булды яр һалып мыяулаған, үҙенә урын тапмай үрһәләнгән бесәй ҡайҙалыр сығып сапты. Рыя ҡыланып түргә үтте, мейескә күҙ атты. Унда утын тултырып ҡуйылған, тоҡандырып ебәрергә туҙына ҡәҙәр әҙерләнгән. Ҡояш көлөп торһа ла кистәрен, төндәрен һалҡынайта, шуға көндөҙ өйҙө йылытып алмайынса булмай. Ул мәктәптән һуң, мейесте яға, шунан дәрестәрен әҙерләй башлай, төшкөлөккә атаһы, әсәһе ҡайтып инәләр. “Иркәнең юғалыуы бер ни хаҡында ла аңлатмай бит әле. Тағы нимә эшләргә?” Шырпы һыҙып ялҡынды туҙға яҡын килтерҙе һәм ҡоро утын ныҡлап тоҡанып киткәс ҡулына бәрхәт тышлы альбомды алды, ысбутҡа таянды ла үҙенә ҡағылған барлыҡ фотоларҙы берәмләп ут тамағына ырғыта башланы. Бына һуңғы бит тә ябылды. «Тиҙ төшөнөрҙәр эштең нимәлә икәнлеген. Ошонан аҙаҡ нимә тип яуап бирерҙәр икән?»
Бохарҙың юғалыуын ҡайтыу менән үк абайланылар, кәртә-ҡура тирәһенә сығып әйләнделәр, ҡат-ҡат унан төпсөндөләр: “Иркәне күрмәнеңме балам, үҙе лә, бала-һы ла күренмәйҙәрсе. Ҡайтып ингәнеңдә эйәртенешеп сығып китмәнеләрме? Улай, тиһәң, урынынан ҡуҙғалмаған бесәй, яңы аяғына баҫҡан балаһын эйәртеп ҡай-ҙа ғына барһын инде…” Шулай итеп Иркә осто-гүҙе юғалды. Ә альбомдағы фотоларҙың биттәрҙән һыҙырып алыныуы икенсе көнгә билдәле булды. Өсәүләшеп өҫтәлде өйрөлткәндәр, ҡаршыһындағы икәү һынаулы текәлеп ғәйепләгәндәй итеп ҡарайҙар. Атаһы тамағын ҡырып алғас тауышын күтәрмәй генә һораны: “Һин беҙҙең иң яратҡан, ғәзиз балабыҙ. Әйткәндәремдең ысын икәнлегенә ышанаһыңмы, ҡыҙым?” Нимә тип кенә яуап бирһен инде, ҡулдары нимә эшләргә белмәй өҫтәл аҫтында күлдәк итәген йомарлай, башы эйелгәндән-эйелә бара.
– Теге саҡтағы һорауыңа бөгөн яуап бирәм, атай, һеҙгә ышанам, ышаныу ғына түгел инанам… Тик игелегегеҙгә яуызлыҡ менән яуап бирҙем, үлемегеҙҙә ба-ры мин генә ғәйепле. Ярлыҡау өмөт итмәйем… Бына ғәйебем булһа ла ҡайттым… Ҡылғанымды еңеләйтеү, кисереү мөмкин түгел, әммә яҙмыш хөкөмөн саҡҡа ғына еңеләйтеүегеҙҙе һорайым…
Ҡояш байыу яғына ыңғайлағанлыҡтан күләгәле ҡара таш уның өҫтөнә ауып барғандай тойолдо, йөҙөн күләгәләне.