АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
16 Сентябрь 2022, 04:12

Аяҡ тауыштары

   Ғаилә йәме, бөтөнлөгө, матурлығы үбешеү, һөйөшөү, тамаҡ ярып маҡташыу түгел, бары яҡын кешеңдең һаҡ ҡына яҡынлауын булмышың менән һиҙеп-танып алыуҙыр ул!

Аяҡ тауыштарыАяҡ тауыштары
Аяҡ тауыштары

  Ҡатыны ирен маҡтаған, ире ҡатынын өрмәгән ергә ултырмаған дан ғаиләләр бар. Гәзит-журнал биттәре улар хаҡындағы мәҡәләләр менән тулған, телевизорҙы асып ебәрһәң, интернетты тоҡандырһаң үбешкән-ҡосаҡлашҡан, береһе икенсеһенә һөйөп ҡараған күренештәр экрандарҙы сыбарлай. Бәлки шулай тейештер ҙә, ни тиһәң дә пиар сәскә атҡан яңы быуатта йәшәйбеҙ.

      Ошо ерҙә әллә нишләп ҡапыл ғына Ғәлләм ағай иҫкә килде лә төштөсө. Көн яҡтыһынан яҙа барған, әммә ошо хәлдә лә яҡтылыҡҡа өмөт итеп йәшәгән уҙаман ине ул. Көтмәгәндә ҡыштырҙаған берәй тауыш ҡолағына салынһа  ул ҡыуанып, йөҙө көләсләнеп һөрәнләп ебәрә: “Ана, еңгәйең дә килә ята!” Ҡайҙа ла ошо һүҙҙәрҙе әйтә. Тағы шуныһы ғәжәп, һис ҡасан яңылышмай, ҡатынының атлап килеүен башҡаларҙыҡы менән бутамай.

     Ғаилә йәме, бөтөнлөгө, матурлығы үбешеү, һөйөшөү, тамаҡ ярып маҡташыу түгел, бары яҡын кешеңдең һаҡ ҡына яҡынлауын булмышың менән һиҙеп-танып алыуҙыр ул!

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас