Атайсал
15 Сентября 2022, 10:45

Хөкөм (Повесть. Ун бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)

– Һине түбәнселеккә тормош ауырлыҡтары, хәйерселек этәргәндер. Минең ҡа­т­ыным бул, На­ина! Ҡарар ҡабул итеүҙә иреклеһең. Ашыҡма. Уйла. Тәҡдимемдән баш тартҡан осраҡта ла бынан ары ма­тди ау­ыр­лыҡтар кисермәҫһең...

Хөкөм (Повесть. Ун бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)Хөкөм (Повесть. Ун бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Хөкөм (Повесть. Ун бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)

Траптан күтәрелгәс самолеттың эсенә үтергә ҡыймай саҡҡа ғына туҡталды, әлеге мин­ут­та болоттарҙан бейектә оса алыуына ышана ла, ышанып бөтмәй ҙә. Үҙен ни-нд­әйҙер илаһи, шауҡы­м­лы бейеклеккә күтәрелгәндәй хис итте.

   Өмбәт тапҡырынан кө­н һайын төш мәлендә бәләкәй, “кукурузник” тип аталған самолет осоп үтә тор­ға­й­ны. Сабынлыҡтары ауылдан 2-3 саҡрымдағы болонда. Күктән килгән гөрөлдәүҙе ишетә лә һамаҡларға то­тона:

                                             Самолет, самолет,

                                             Мине үҙеңә ултырт!

        Шунан болондоң арғы осонда бесән сапҡан ата-әсәһенә ҡул бо­л­ғай: “Ура! Эш-егеҙҙе ташлағыҙ, әбит етте! Сәй эсәйек, тырыз тултырып бөрлөгән йыйҙым!” Килт-ергән брезент яп­маны ҡайын күләгә­һенә йәйеп ебәреп табын хәстәрләргә тотоноп китә, ә үҙенең күҙҙәре зәң­г­әр күктә кесерәйгәндән-кесерәйә барған самолетта. Ә бынд­ай һанһыҙ пас­­са­ж­и­р­ҙар­ҙы һыйҙырған, дәү, шул уҡ ваҡытта ҡупшы һауа лайнерында тә­ү­ләп осоуы. Те­­ләг­ен, ки­с­е­р­ештәрен Виктор Нико­л­аевич һүҙһеҙ ҙә аң­л-аны: “Әйҙә, Наи­н­о­ч­­ка, тәҙрә янынан ур­ын ал. Тәүге тапҡыр осҡанда ҡыҙыҡ, елкендергес ул, ә мин был пейзаждан ялҡып бөткән­мен!” Эргәһ­енән урын ал­­­ды һәм ба-шын ҡы­рын һалып ойоп та китте. “Һе, була бит мо­ңһоҙҙар, ҡа­батланмаҫ тамаша­нан да баш тартыр икән ке­ше!”

   Иллюминаторҙан тыш яҡҡа ҡараны. Икһеҙ-сикһеҙ, диңгеҙҙәй йәйрәгән аҡһыл болоттар йыртығынан йәм-йәшел урмандар, көҙгөләй ялтыраған күлдәр, ҡан там-ыр­ҙа­р­ылай тарбаҡланған йылғалар, тигеҙ һыҙыҡтай арҡыс-торҡос тартылған юлдар кү­ренгеләп ҡала. Юғарыла күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ зә­ң­гәр­лек. Шул тик­л­ем дә төпһөҙ, серле күк йөҙөн тәүләп күре­үе. Ҡош  талпы­н­ып кү­­тәрелә  алмаҫ бе­йеклектә генә була­л­ыр ул ошондай төҫ. Лайнерҙы һауала тотҡан, уны бына ошолай осорға мәжбүр иткән ҡанаттар киң, улар самолетҡа түгел уның иң­д­әренә береккәндәй. Шул киң, яҫы аҡҡоштоҡолай ҡан­ат­т­а­­рын талғын елпеп иркенлектә маҙрай, алт­ын ну­рҙарҙа ҡойона, яҡтылыҡты, тәнен иркәл­ә­гән бейек елдәрен булмышына һеңдерә. Төҫлө ҡорамалай ялан сәскәләре тирбәлгән Ураҙғол сабынлығы, аҡ күлдәкле, йәшел шәлле ҡайындар, ҡупшы йүкәләр, тәңкә япраҡлы уҫаҡтар ҡайыған киң болон яңы­н­ан күҙ­ҙәре алдына баҫҡандай булды.

  Иҫендә, туғыҙ­ынсы кла­с­ты тамамлаған йылда атаһы уны кәбән башына ҡуйға­й­ны, әс­әһе менер ине, ҡан ба­ҫ­ымы юғары булғанлыҡтан башы әйләнә, күрше-күлән­гә өндәшер­ҙәр ине, ҡыҙыу бе­­сән осоро, һәр кем көн аяҙҙа үҙенә эшләп ҡалырға ынт­ы­ла. Ат­аһы өс саталы ағас һә­­­нәг­енә ярты күб­әне сәнсеп ала ла еңел әйләндереп күт­ә­р­еп кү­крәкләнеп ба­р­ғ­ан кәбән өҫтөнә ырғыта, ә ул уны тырмаһына етеҙ генә элә­ктереп ая­ҡтары аҫтына тү­шәп һеңдергәнсе тапалап та ҡуя. Әсәһенең дә ҡул-ында тыр­ма, ул кү­бә тө­­п­тәрендә сәс-баш ҡа­лғанды өйөп күтәремдәр әҙе­р­ләй.

            - Ҡара әле, Сания, - тип ҡыу­а­на атаһы, - ҡыҙ­ыбыҙ быйыл буйтым ҡул аҫт­ы­­на ингән түгелме, бесәндең бөр­тө­гөн дә ки­ре тө­шөр­мәй, ә беҙ кеше таба ал­м­ай аптыранабыҙ!

            - Һуң шул­ай бу­лм­ай тағы, беҙ ҡарт­аяб­ыҙ, сүгә бар­а­быҙ, ә ул юғарыға үрләй. Ҡыҙыбыҙ өй тирәһендә лә алыштырғыһыҙ яр­ҙ­а­­мсы! - Әсәһе лә ҡәнәғәт.

        Кәбән ос­ла­н­­ды. Һу­ң­ғы күтәре­м­де аяҡтарының аҫтына һалып тапаланы.

            - Ат­­ай, бында ҡош ҡуныр ҙа урын ҡалманы!

            - Кү­рәм, ҡы­ҙым, хеҙмәтең прәме кә­р­тинк­әләй килеп сыҡты, мә, ел ҡайырмаһын өсөн бынау сәүе­лдәрҙе йәтешләп һал да төш! - Атаһы беләгенә йомар­л­а­ғ­ан арҡанды һелтәп ыр­ғытып ебәрҙе.

       Арҡан осона тағылған башағасты тартып ал­ып кәбән осона сатрашлап баҫырҙы.

– Ҡа­ра уны, ныҡ йә­б­еш, аяҡтарыңды бе­сәнгә ыш­аныслы терә! - Атаһы өҙмәй ҙә ҡуймай ғауғалана.

        Бынан бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Эргәлә генә мыйыҡлы баш-аҡт­арын эй­еп, аҡһылланып арыш беш­ә, ары, Ураҙғол менән Ташкисеүҙе ҡап ур­т­а­­лай бү­лгән Ҡараһаҙ йылғаһы аръяғында һап-һары тө­ҫө ме­нән гөлтләп көнбағыш ба­ҫыуы кү­ренә. Яртыл­аш сабылған баҫыуҙы силос ко­м­байнын таҡҡан “Белорусь” уратып йөрөй. Яландарҙы ҡара йәшел балдаҡ­ҡа ал­ған ағ­ас остарын ҡы­ҙ­ғылт нур­ҙа­рға мансылдырып ҡояш байып килә. Саҡ ҡына юға­рыр­аҡта ҡаҙ ҡана­тылай ҡатлы-ҡа­т­лы өрпәк болоттар йөҙә. Бейектә, бик бейектә ҡанаттарын йәйеп төйлөгән ҡатып ҡал­ғ­ан, һабантурғайҙың үҙе күренмәһә лә соролдауы ап-асыҡ ишете­лә. “Эх, ҡош булһаң ине!” Ул ҡул­дарын йә­й­еп ҡатып ҡа­л­ды. Аҫта, арҡандың осон ебә­рмәй тотҡан атаһы ҡул­ын юғ­а­рыға сө­йөп ха­ф­­аланып ҡатып ҡалған, кәбән тирәл­әй тыз-быз әсәһе йү­гер­гел­әй:

            - Нимә ҡыланаһың тағы, йығылаһың, ана, бесән һел­кенә, аяғ­ың та­й­ып китер! Төш, төш тим!

       Тотонмай-нитмәй шыуғайны атаһы һауала уҡ эләктереп, бәпестәй күтәреп ипләп кенә ергә баҫтырҙы. Енләнеп килеп еткән әсәһе ярат­ҡан­дай итеп оса­һ­ы­на сәпелдәтте:

            - Бир­ермен мин һи­ңә ҡош буламды! Уф, ҡо­том­до алды, ҡоромағыр! Ва­сил, инде бынан бүтән ба­ланы кәбән башы­на мен­де­рәм, тип ауыҙ­ы­ң­ды ла асма!

       Ат­а­һ­ы­ның ғәме башҡала:

–   Талпы­на инде, күр­мә­й­һеңме ни әрпеш өйрәк бәпкәһе аҡҡош­ҡа әүерелеп бара. Бер килеп беҙҙе та­шлап осоп та китер әле.

     “Эх, ҡош булһаң ине!..” Ҡоласын йәйеп ебәргәйне беләге Виктор Николаевич­тың ма­ң­­лайына тейҙе.

            –   Ә, нимә, килеп тә еттекме? - Әүелйеп барған ир йоҡоло күҙҙәрен ыуып ян-тирә­һен байҡағас эргәнән үтеп барған стюа­р­дессаға бо­йорҙо:

            –   Юғары сифатлы һут һәм яҡшы коньяк килтерегеҙ!

            –   Беҙҙәге бөтә аҙыҡ-түлек тә сифатлы! - Авиакомпанияның бәҫен төшөрө-ргә теләмәгән стюардесса төҙәтә һалды.

            – Сифатлының сифатлырағы, ҡиммәттең иң ҡиммәтлеһе кәрәк!

   Һағыныулы хәтирәләр алып килгән Ураҙғол сабынлығы, бушап ҡал­ған болон ур-та­һында ҡалҡ­ҡан мөһабәт кәбән, танауҙы ҡытыҡлаған бесән, арыш, көнбағыш еҫе һа­ғымдай ирене, бала саҡ офо­ғо билдәһеҙ­леккә шылды, мөғжизәле әк­иәт ошо ер-ҙә тама­мланды…

       Һалҡын ҡыштан, алыҫта ҡалған ҡаланың төҫһөҙ ысынбарлығынан көтмәгәндә ила­һи­лыҡҡа килеп юлыҡтымы ни! Са­м­олеттың ишеге асылыу менән битенә эҫе ҡай­нарлыҡ бәрелде. Ул эйәртеп килгән шәүләһен салонда ҡалдырып нурҙар дарь­я­һ­ына сумды ла, күҙҙәрҙе ҡам­аштырған яҡтылыҡтан һаҡланырға теләгәндәй ҡулын маңлай өҫтөнә ҡу­йҙы. Траптан тө­шөү­селәрҙе автобус менән аэропо­рт­тың бе­ренсе ҡат­ында урынлаш­ҡ­ан, стенаһы, ишектәре ялтыр бы­я­лаларҙан хасил ир­кен зал­ға алып барҙылар. Бында тәнде, йәнде иркәләгән еләҫлек. Ян тирәлә үтеп-һәтеп йөрөгән ял итеүселәрҙең өҫтөндә күләгәле һыҙаттарын, нә­ф­­ис урындарын боҫорма­лаған кейем ишараттары ғына, яла­н­ғас урындары ҡарағусҡыл­ланып ҡояшта ян­ғ­ан. Уңған­сы багаж килеп етте. Айырым бү­л­мәләргә биклә­неп өҫ ке­й­емдәрен алмаштыр­ҙы­л­ар иң әүәл, шунан алдан әҙерләнгән өҫтәлдәр арты­на ба­ҫып ең­­­е­лсә ҡапҡылап алдылар. Оло башлы, ташбыҡ күҙле, көңгөрт тиреһе тыртыҡ кәүҙәһенә йәбешеп ҡатып тере мумияны хәтерләткән  йәш егет эргәләренә хеҙмәтсе етеҙле­ген­дә килә һа­лып баҫты ла халыҡтың ҡайҙан килгәнлеген алдан күҙаллағандыр, ва-та-емерә русса һупаланы: “Готов Вас вести даже на край света!” Ви­ктор Николаевич әйберҙәрҙе сығарырға бойорҙо. Ас­ыҡ машина­н­ың арт яғы­на сығып ул­тыр­ҙылар һәм бер аҙҙан көн кеүек яҡтыртылған оҙон туннелгә инеп сум­д­ы­лар, ә те­ге оста инде  күктәргә олғашҡан, тәҙрәләрендә нурҙар уйнаған бейек йорт­тар ҡаршы алды. Түбәләре күк ҡабағына терәлгән төҫлө.

  Ҡа­ла ситендәге ҡунаҡхана ҡаласығында туҡталдылар. Бындағы күренеш тә ожм­а­х­ҡа тиң: эргәлә генә алтын ҡомло пляж, трамплинлы бассейн, ҡулайлы ял итеү ур­ын­да­ры, бейек кө­нъяҡ ағастары күләгәләгән, тигеҙ итеп киҫелгән ҡыуаҡтар оҙа-т­ыу­ы­ндағы прогулка һуҡмағы. Уларға тип әҙерләнгән бүлмәләр иркен, ҡаралты юғары за­у­ыҡ та­л­аптар­ы­на ярашлы урынлаштырылған. Йыуыныу бүлмәһенә ин-де. Бында йыу­ын­ыу ғына түгел иркен ваннала әй­ләнеп-тулғанып йөҙөп алырға мө-мкин. Ҡаршылағы стена-көҙгө бүлмә­не  ике тапҡыр иркен итеп күрһәтә. Үрелеп кенә алырлыҡ ергә эр­еле-ваҡ­лы, ал­лы-гөллө һауыттар теҙелгән. Ишек тотҡаһы, крандар то­ноҡ һа­ры төҫтә балҡый. Һаҡ ҡына үрелеп һый­п­ап ҡара­ны. Артынан килеп ингән Викт­ор Нико­л­аевич биленән ҡосаҡланы ла бит­енән үбеп алғас ҡола­ғы­на бышылданы:

            – Саф алтын түгел, ялатылған ғына. Быларҙың бөтәһе лә һинең өсөн, Наин­о­чка!

  Ҡатын-ҡыҙ зирәклеге менән шуны һиҙә, уға Виктор Николаевич ысынлап ғашиҡ бу­лды шикелле. Һиҙҙе, мәгәр юғары ҡатлам кешеһенең кәнтәйҙәй тормош һөргән фәхишә­не ярата алы­у­­ына һаман да ышанып бөтмәй. Ә ул уның хаҡында бөтөн­ләй белмәй: ҡай­ҙа һәм ниндәй вазифала эшләй, ғаиләһе бармы? Хәйер, кәрәкмәй ҙә, уға хәүефле, кү­ң­ел­һеҙ, өмөтһөҙ киләсәк түгел, бөг­өнгө мәл ҡәҙерлерәк.

   Иртәгеһен ҡала буйлап экскурсияға сыҡтылар. Виктор Николаевич бында тәүге та­п­ҡыр ғына килмәгәнлектән тәжрибәле оҙатып йөрөүсе ише ҡаланың иҫтәлекле, та­р­и­хи, иғтибарға лайыҡ урындарын белә, мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Күп ҡатлы йортт­а­рға, прилавкаларына күгәрсен һөтөнән башҡа бөтә һый-ниғмәттәр теҙелгән баҙарға, ур­ам буйлаған һанһыҙ һатыу нөктәләренә, архитектура төҙөлөшө менән һушты алған мәсеттәргә мөкиббән китеп төбәлмәй инде хәҙер. Әҙәм балаһы кам­ил­л­ыҡ­ҡа тиҙ өй­рә­нә, өйрәнә лә бер ни тиклем ваҡыттан һуң ошоғаса хайран ҡалғанын ғә­ҙ­әти күренеш итеп ҡа­бул итә ба­шлай. Ә бына Бурд Хәлиф майҙанында күргән йыр­л­ау­сы һәм бейеүсе фонт­а­н­ға һоҡланып ҡына ҡалманы, уны татлы төш һымаҡ ҡабул итте. 150 метр бейеклеккә сойорғоған фонтан би­хис­ап ут нө­ктәләре яр­ҙамында аллы-гөллө төҫтәр­ҙә балҡыған, күҙҙең яуын алған йәйғорға әүер­е­лә һәм ҡойондай өйөр­ө­лгән, йы­л­андай борғаланған, меңәрләгән тамсыларҙан яр­­ал­ған би­хи­сап һыу ба­ғ­анал­а­ры талғын ағылған көй ыңға­йына түңәрәктә әйлә­н­еп, ти­г­еҙ сафҡа теҙелеп, йә бер нисә рә­т­кә баҫып бейергә тотона, көньяҡ бейеүен ба­ш­ҡарған һомғол буйлы ҡыҙҙар тиерһең!

            – Иҫ китмәле, бындай гүзәллектең булыуы мөмкин түгел!.. - Ирекһеҙҙән ир­е­ндәре ситенән таң ҡалыу ауазы һығылып сыҡты. Баш­ҡ­ор­тса әйтелһә лә аңланы Вик­тор Николаевич.

            – Был бейек фонтанды үтәнән үтә 40 прожектор яҡтыр­та. Һыу парҙары нурҙар аша йәйғор бу­л­ып күренә. Тышҡы эффект һәм алдатҡыс фокус шунан ғиб-әрәт. Ә шулай ҙа 828 метр бейеклегендәге Бурд Хәлиф башняһының иң юғары нө-ктәһенә менеп ҡараһаң был күренеш һоҡландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ.

            – Матур...

            – Эйе, беҙҙең ҡалала ундай нимә юҡ шул. - Килешкәндәй итеп әйтте. - Тимәк, иртәгәге көн беҙҙең экскурсияның маҡсаты билдәле – башняға менәбеҙ! - Һуңғыларҙы акцентһыҙ,  башҡорт­с­алап әйтте Виктор Ни­колаевич. Туған телен ишетеү ят һәм көтөлмәгәнерәк ҡабул ителһә лә ғәжәпләнеү­ен һиҙ­ҙермәне:

            - Башняның иң юғары нөктәһенә!

            - Һис һүҙһеҙ!

      Бейеүсе фонтандарҙы тамаша ҡылғандан һуң ҡала ситендә урынлашҡан зо­опарк­ҡа киттеләр. Бында ғәҙәтилек хөкөм һөрә; тәбиғәттә һирәк осраған кейектәр өр­кмәй-ҡур­ҡ­май йыбанып ҡына ун­да-бында йөрөп яталар, моғайын да урталағы быуа ла шу­н­дай уҡ йө­ҙөүселәр, һөй­рәл­еүселәр менән тулғандыр. Ауылда саҡта клас-тары ме­­н­ән ра­йон үҙәг­е­нә кил­гән күсмә зоопаркты ҡарарға барғайнылар. Эсе бошоп, кәйеф­һ­е­ҙ­­л­әнеп ҡа­йт­­ты. Ба­р­лыҡ йәнлектәр ҙә ситлектәргә бикләнгәйне, оҙайлы сәфәрҙән, юл аҙ­­­абынан һәм­­мә­һе талсыҡҡан, ҡараштары һүнгән, тимер ситлек аша иреккә тилмереп ҡа­р­айҙар. Бында ҡайҙа баҡһаң да ҡараш иңләмәҫ иркенлек: яр ситендә оло мис­к­әләй аунап гиппопот­ам ята, һир­әк аға­с­тар араһынан жирафтың оҙон муйыны күренә. Күләгәләге аушайып үҫкән ағас өҫтөнә һуҙылып ятып йо­ҡом­һ­о­р­ағанға һалышҡан йылғыр гепард арыраҡ  тәгәрмәстәй бөгәрләнгән быу­а­р­ҙың та­маҡ туйҙырғанын күҙә­тә. Йыландың алдына апаруҡ ҙур ҡу­я­н­ды ыр­ғытҡандар, һәм был ҡорбан ҡасыу ғына түгел, үҙе теләп, сихырланғандай, күндәм генә, алап­тай итеп ас­ыл­ғ­ан оло ауыҙға инеп бара. Арбаулы күренеш тамамланды, яң­аҡ­тар тере тә­ғәмде  йотоп ябылдылар, ытырғандырғыс сыбар кәүҙә бүлкәт­лә­неп тупай­ҙы.

            – Ну что делать, или ты его, или он тебя. Это закон жизни. - Вайымһыҙ ирҙең иҫе лә китмәне.

       Ситлек эсенә эткә оҡшаш кейекте ятҡандар.

            – А это будьте знакомы, его Величество - египетский волк, - тине Виктор Ни­кола­евич. - Иң уҫал, ҡанһыҙ йыртҡы­с булараҡ уны иреккә ебәрергә ярамай. Шун-ыһы иғтибарға лайыҡ, бик һирәк ҡа­лған­ғалыр улар тотҡонлоҡта ла үрсем артты-рырға һә­ләтле.

     Бүренең уҫал, мәрхәмәтһеҙ күҙҙәре осҡонланған, алдына ырғытылған ит киҫәгендә түгел ғәме, ул ситлекте ва­тып сы­ғырға теләп үрһәләнеп улай-былай йүгерге-ләй. Бил­д­ә­­ле, аҙыҡҡа ҡарағанда, ирек әллә күпмегә танһығыраҡ.

     “Ниндәй генә хәлдә лә бахыр ҡуяндай йотолоуға дусар булмаясаҡмын! Тор­м­о­шҡа яраҡлаша белергә кәрәк. Это закон жиз­ни. - Виктор Николаевичтың әйткән-дәрен күңеленән ҡабатлап уға ҡо­рбанына ҡа­­ра­ғ­андай итеп төбәлде, - һин быуар йылан булһаң, мин сүл бүреһе!”

       Күңелле, мауыҡтырғыс ял тамамланды, ҡайтырға ваҡыт етте. Киске аштан һуң Виктор Николаевич һауа һулап инергә тәҡдим итте. Көн эҫеһе һиҙелеп һү­рәнлә-нгәй­не. Ағас күләгәһендәге улар урынлашҡан бәүелмәле ултырғыс асфальтлы һуҡмаҡ­тың эргәһендә генә. Кис яҡы­нлашһа ла халыҡ ағымы кәмемәгән. Эргәләренән  үтеүселәрҙе айырыу, таныу бик тә еңел, йомош­та­ры артынан йөрөгән­дәр­ҙең, эшен эш итергә тыр­ыш­ҡандарҙың ҡарашта­ры етди, хат­та ҡайһылыр кимәлдә тө-мһәргән һәм хәс­рәт­ле, ә ял итеү­с­еләрҙең ирәүел ҡы­ҙыҡһыныуҙары, мәр­ә­кә эҙләп тирә-яҡты кү­ҙәт­еү­ҙәре йөҙ­ҙә­р­енә сыҡҡан.

       Виктор Николаевич сигарет тоҡандырҙы.

            – Яңғыҙлығымды уртаҡлашыуың өсөн рәх­мәт, Наина. Шу­лай өндәшеүемә үп­к­әләмә, ул исем миңә үтә лә яҡын.

            – Кем тип өндәшһәгеҙ ҙә миңә барыбер. Беҙ бит һеҙҙең менән осраҡлы ос­раш­ҡ­ан кешеләр. Наина булып бергә ял иттек, иртәгә…

            - Кәйефегеҙҙе йөҙөгөҙҙән уҡырға мөмкин, мин һеҙҙе шул тиклем дә тиҙ ялҡыттыммы ни?

            – Киреһенсә, мәңге онотолмаҫлыҡ ял ойоштор­ҙоғ­оҙ. Үҙ яйым, мөмкинлек­тә­рем менән бында һис ҡас­ан килә алмаҫ инем. Ошоғаса бар нимәгә үҙ бе­­­­­йеклег-емдән генә ҡа­рағанмын һәм баһа биргәнмен, сә­й­ә­хәткә алып сығып күҙ­­­ҙәремде ас­т­ы­ғ­ыҙ. Ә йөҙөмдәге үҙгәреш - ҡайтып яңынан һоро донъяла йәшәргә теләмәүҙе сағылдыралыр.

            – Мин дә үҙ сиратымда онотолоп, ғәмһеҙ ял иттем. Һеҙҙең эргәлә тыныс, рәхәт. - Көт­өл­мәгән һорауын бирҙе. - Украин милләтенәнмен, ә башҡорт телен һәй-бәт беләм. Шул ха­ҡ­та һораман­ығыҙ ҙа, ҡыҙыҡһынманығыҙ ҙа. Ҡасандан бирле аралашып та бер-бере­беҙ ха­ҡ­ында бө­­төнләй бел­м­әй­беҙ. Сәйер, эйе бит?

            – Бер ҙә сәйер түгел! Клиенттың эс бау­ы­р­ына инә ал­м­айым, һәм хаҡым да юҡ! - Һәр һүҙе­нә баҫым яһап, асыу менән әйтте.

            – Наина, бында һи­не бөтөнләй икенсе нимә хаҡында һөйләшергә саҡырҙым, - тине Виктор Ник­ол­а­е­вич әңгәмә темаһын үҙгәртеп. - Тормошом ха­ҡында саҡ ҡы­на бу­лһа ла бе­л­ергә тейеш­һең, шунһыҙ һөйләшеү килеп сыҡмаҫ. - Тә­мәке төп-сөгөн эр­гә­ләге ҡый һау­ы­тына ыр­ғытты.

            – Мин һуғыштан һуң тыуған бала. Илдә тыныслыҡ урынлашып көн итеү әҙерәк яйға һалынғас Ленинградтан Мәскәүгә күсеп килдек. Атайым машиналар  эшләү за­­вод­ында яу­аплы вазифа биләне, әсә­й­ем - ҡайһылыр институтта инглиз теленән уҡ­ыт­ты. Улар татыу пар булараҡ хәтеремә һаҡланып ҡалған. Хәтер тигәнең, 4-5 йәшлек бала­н­ың үтә лә сон­тор инде ул. Шул саҡтағы ваҡиғаларҙы хәҙер урыҡ-һурыҡ ҡына күҙ ал­­дына баҫ­ты­р­ам. Шәмбе һайын кис фатирыбыҙға йыйыла торғайнылар. Әсәйем сәй әҙ­е­р­л­әп ебәрә, өҫтәлгә тәмле бә­леш­ен ҡуя. Табын артында нимәлер хаҡында ҡыҙыу бәх­ә­с­ләшеп китәләр ҙә кү­р­шеләр ишетеп ҡа­л­ыуҙан шикләнеп кинәт тауыштарын баҫалар. Күр­ше­ бү­лмәлә ятам, үҙем былар ҡасан  ғына ҡайтып китерҙәр инде, тип йо­ҡ­л­ай ал­м­ай йо­­н­сойом. Хушлашыр алдынан атайым украин йырын һуҙ­ып еб­әрә, уға әсәйем ҡушыла. Шунан ялтыр та­баҡ битле, ыҫ­малалай ҡара сәсле ағай үҙе мен­ән алып килгән көпшәһен килтереп сы­ғара. Бүлмә эсе аһәңле моңға тула. Һу­ңы­­нан ғына был музыка ҡоралының ҡурай икәнлеген аң­л­аяс­аҡмын.

     Ҡара төндә ҡаты, талапсан шаҡыуға һиҫкәнеп киттек, килеүселәр кө­­т­өр­гә телә­мәй сабырһыҙланып ҡысҡырыштылар, ишекте ҡаты итектәре менән тип­кесләргә тотонд­о­­лар. Билдәле, ҡунаҡ­ҡа килмәгәндәр, тигенгә йөрөмәйҙәр. Ишек асы­л­ыу менән ҡабал­анып өс кеше килеп инде. Урталыҡҡа таш ҡаялай баҫҡан атайым үтә лә тыныс тауыш менән һораны: “Вы по какому праву пришли сюда, еще в ночное время?” Уның йөҙөнә һоро ҡағыҙ киҫәген килтереп терәнеләр: “Ордер прокурора на обыск и арест.”  Шунан әйберҙәрҙе ауҙарып, кейем-һа­л­ы­м­ды туҙҙыр­ып, кит­ап-дәфтәрҙәрҙе иҙән уртаһына ырғытып фатирҙы тентергә то­т­он­оп киттеләр, уларҙы ҡыҙыҡһындырыр бер нимә лә табылмағас зал уртаһына баҫҡан ир атайыма, әсәйемә кейене­ргә ҡу­ш­ты, хатта ка­рауатымда ҡурҡып йомарланған  минең эргәмә ки-лергә, хуш­лаш­ы­р­ға ла рөхсәт итмә­не. Әс­әйемдең: “Улым ҡурҡма, беҙ таң менән ҡайтырбыҙ, көт!”, тип өндәше­үе иш­еккә ҡыҫы­лып ҡалды. Быны ишеткән башлыҡ туҡталды. Әз­мә­ү­е­рҙәй кәү­ҙәле күн пл­ащ­лы ирҙең йө­ҙө уҫал һәм күҙҙәре боҙҙай һалҡын, бындайҙан мәр­хәмәт һәм яр­лыҡау өмөт итер­м­ен тимә. Ул табышын аңдыған йы­р­т­ҡыстай  бүл­м­ә­не һөҙөп тағы ла бер тапҡыр күҙ­ҙән үткәргәс минең беләгемдән эләктереп иҙән уртаһына ырғытты, түш­ә­гем­дең аҫтын өҫ­­кә әйләнд­е­рҙе, кеҫәһенән бәке килтереп сы­ғарып матрацты ярып ебәреп ҡул­ын шун­ың эсенә тығып бо­лғаны. Һуңғы сиктә: “Все равно на­й­дем!”, тине тештәрен шы­ғ­ы­р­ҙ­а­тып. Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте. Шомло ине төн, шуға тауышһыҙ ғына һы­ҡ­т­ан­ым. Ҡы­с­ҡырып ил­ар ҙа инем, күн плащлылар ҡабаттан килеп инеп алып сығып кит­ер­ҙәр тип ҡурҡтым. Ир­тәгеһен дә күренеүсе булманы, иртәнән һуңға ла. Аш бүлмә­һен­дәге күҙгә сал­ын­ған аҙ­ыҡты ашап бөтөрҙөм. Өсөнсө көн ҡараңғы төшкәс фа­тирҙы үҙ­енең ас­ҡ­ы­сы ме­­нән асып теге быжыр битле ағай килеп инде һәм ҡабаланып йый­ын­ды­ра ба­ш­­ла­ны: кейем­дәремде ҙур сумкаға тултырҙы. Вокзалға килдек, беҙҙе унда тан­ыш түг­ел ҡа­т­ын көтә ине. Өсәүләп поезға улт­ыр­ҙыҡ. Дөйөм вагонда төн үткәрҙек, ин­еүсе-сы­ғыу­­сы юл­аусы­лар күп ине. Юлдаштарым бер-береһенә һыйынып тынып ҡа­лдылар, ә мин ирҙең тубыҡтарына башымды терәп серем итеп алдым. Иртәгеһ­ен кисләтеп ке­нә нин­дә­й­­ҙер ҡа­лаға килеп төштөк. Ҡаршы ал­ыу­сы булманы. Йәйәүләп ҡала ситендәге ағас йо­рт­ҡа бар­ҙ­ыҡ. Ялбыр сәсле һаҡалтай ишекте асты, беҙҙе индереп хәл-әхүәл белешкәс өҫ­тәлгә ҡара икмәк, бетәү кар­туф ҡуйҙы, сало ҡырҡты. Ололар ризыҡҡа ҡағыл­маһа­л­ар ҙа ныҡ ас­ыҡ­­ҡан­лыҡ­тан өҫтәлдәген һыпырып ашап ҡуйҙым.

            - Наталья менән Ник­о­лай­ҙың ба­шын ашанылар ши­келле, - тип илау­ланы ҡатын.

            - Наина, насар­ға юр­амайыҡ әле, бәлки сығарырҙар.

            - Эйе, сығ­арҙы ти, сығармай ҙа, шп­ион­да­р, тип ғә­йеп­ләй­ҙ­әр икән, йәнәһе лә Ан­глия разведкаһына эш­ләгән­д­әр. Ундай мә­ғ­әнә­һеҙ ғәй­епте кем уйлап сы­ғар­ғ-анд­ыр.

            - Беҙ башҡаланан ҡас­ып ҡайттыҡ, әммә бөгөн ил оло ГУЛ­АГ-ты хәт­ерләтә, ҡайҙа ғына боҫоп ҡотол­маҡ!

        Ишет­кән һәр һүҙ­ҙе айыр­ым- ай­ы­­р­ым ҡабул итһәм дә улар бергә ҡушы­л­ып аңлайыш­һыҙға әүереләләр, зи­һен­емде бу­тайҙар, шуға аңшайып ҡалғанмын.

   Иртә­геһен мине бә­л­әкәй генә башҡорт ау­ылына алып барып әбей менән бабайҙа ҡа­л­дырҙылар. Бы­ж­ыр бит һыуға һеңгәндәй юҡҡа сыҡты, һирәкләп кенә теге һары сәсле ҡатын хәлемде белеп китә. Бында килгәндә бөтөнләй башҡортса белмәгән хохол ма­­лайы ти­ңдәш­тә­р­ем менән аралашҡанда этеп-төртөп һупалаштыра баш­ланым. Ур­ын­дағы башланғыс мәктәпкә уҡырға төштөм, бабай мине үҙ ейән­еләй яҡын күрҙе, бес­ән саб­ы­р­ға, ут­ын ки­­ҫергә, кәртә-ҡура тирәһендәге хужалыҡ эш­тә­р-енә өйрәтте. Сталин үлгәндән һуң ике йыл үткәс На­и­на апай үҙ янына ҡалаға алды.“Хәҙер беҙ­гә хәүеф янамай, язалаған­д­ан һуң булһа ла атайың менән әсәйеңде, ир­емде аҡ­ла­ғ­а­ндар. Бергәләп йәшәрбеҙ. Ми­н­ең дә яҡындарым ҡалманы, телә­һәң әсәй, тип өн­дәш, теләмәһәң апай ғы­на тигән, тик шуны хәт­ереңдән сығ­ар­ма, Вик-тор, кеше яңғыҙ йәшәй алмай. Ҡурҡы­н­ыс нимә ул яң­ғыҙл­ыҡ”, тине ул.

    Мәктәпте тамамланым, шунан нефть институтын. Наина әсәйем ҡартайып ҡулы­м­да үлде. Нефть эшкәртеү заводына эшкә урынлаштым. Ма­стер­ҙан башлағайным, яйл­ап-яйлап карьера баҫҡыстарынан күтәрелдем. Ә шә­­хси тормошома килгәндә  ма­ҡ­тана алмайым. Өйләнмәнем түгел, өй­­л­ә­ндем, әм­мә ғаилә ҡороу нисектер килеп сыҡм­а­ны. Төп хата, етеш­һ­е­ҙ­лек үҙ­е­мдәлер. Башҡарыр эшемде гел алғы планға ҡуй­ҙ­ым, шу­н­ан ғына ғаилә, ә ҡа­т­ы­н­дар­ға бит уны ғы­на яратҡан, уны ғы­на ҡур­сыған, саҡ­ҡа ғына ла янынан кит­м­ә­г­ән тормош юлдашы кәрәк. Һәр шөғөлдө теләп башҡар­ыу­ым, еренә еткереп ҡу­й­ы­уым Айбулат бабайҙың өй­рәтеүҙәрен­ән килә. Бала­л­ыҡ йы­лдарым үткән ау­ыл­дағы ҡарттың исеме шулай ине. 90-сы бо­ла йылдарҙа арзан хаҡҡа ғына ҡим­мәтле ҡо­­р­олмаларҙы күмәртәләп ал­ыу, тиҙ байып ки­теү мөмкинселеге сыҡты, тот та баш­ҡа­лар һымаҡ тар­тынып маташмай урла инде. Фәре­ш­тә түг­елмен түгеллеккә, әммә дәүләт милкенә теймәнем. Атайым менән әсәй­ем, ми­не тәр­би­әлә­гән кешеләр ысын коммун­ис­тар ине бит, ин­де килеп рухтар­ына тап тө­ш­өрәйемме? Улар­ҙы инанған идеялары, ын­тыл­ы­ш­тары өс­өн төрмәгә япҡан­дар, яза­л­а­­ғандар, мине урлыҡта ғәйепләп хөкөм ит­һе­ндә­р­­ме? Йәнә нимәгә яңғыҙ башыма шул ҡәҙ­ә­ре байлыҡ? Һи­не осраттым, һәм йә­шер­мәй­ем, ошоға тик­л­ем, тат­ып ҡарамаған тойғо кис­е­р­ҙем. Ятһам да, торһам да уйымда һин генә. Ол­оғайып барған көндә мөхәббәт тураһында хә­бәр һа­тыу килешеп тә бөтмәҫ, та­ғы беҙҙең йәштәр айыр­маһы ла ҙур. Наина әсәйе­м­дең әҙәм балаһы яңғы­ҙы ғына көн итә алмай, тип әйткәнен әле килеп төшөндөм. Физикала тауыш тиҙлеге тигән төш­өнсә бар. Ә кеше­ләр араһын­да­ғы мөн­әс­әбәт шул тиҙлекте күп тапҡырҙарға кәм-етә, йәш са­ҡ­­та әйтелгәндәр, һиңә олоға­йған кө­ндә генә килеп етә.

       Виктор Николаевичтың йөҙө моңһоуланып китте. Бай, ирекле, бойондороҡһоҙ ир ҡаршыһында яҡлаусыһыҙ, ярҙамға мохтаж кешеләй тилмереп ҡа­рай. Уны ҡалаға оҙатҡандағы атаһы иҫенә килеп төштө. Ул да юл сатында тороп ҡалғайны бит. Күңе­л­ен­дә ҡайнашҡан кисерештәрҙе йәшерергә көс тапты шулай ҙа.    

            – Кешене буй-һыны өсөн генә яратмайҙар. Минең йәшәү рәүешен беләһег-еҙ, Виктор Николаевич! Һеҙгә бер нисек тә ярҙам итә алмайым!

            – Һине түбәнселеккә тормош ауырлыҡтары, хәйерселек этәргәндер. Минең ҡа­т­ыным бул, На­ина! Ҡарар ҡабул итеүҙә иреклеһең. Ашыҡма. Уйла. Тәҡдимемдән баш тартҡан осраҡта ла бынан ары ма­тди ау­ыр­лыҡтар кисермәҫһең.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас