Атайсал
9 Сентября 2022, 04:19

Апайыңды миңә бир!

           Ҡолағымда өс ағайҙың да тауышы бер юлы яңғырап киткәндәй итте: “Апайыңды миңә бир! Апайыңды миңә бир! Юҡ, миңә....”        “Кем алыҡ, ағайҙар, бирәм!” тип ҡысҡырғым килә. Тик ағайҙар ҙа юҡ, апайым да...  

Апайыңды миңә бир!Апайыңды миңә бир!
Апайыңды миңә бир!

        Ауыл зыяратында йөрөйөм. Һәр ҡәбер алдында оҙаҡ ҡына баҫып тороп мәрхүмгә ҡағылышлы үткәндәрҙе хәтергә төшөрәм. Бында Буранбай ята. Ғүмере буйы малда эшләне. Холҡо ысынлап та буранлы-дауыллы булды, әммә бүлексә малына сыбыртҡы менән киҙәнмәне һис ҡасан, яҡын кешеһен һыйлағандай итеп баҡты, ҡараны. Шул һыйырҙары менән көңгөр-ҡаңғыр килеп һөйләшә лә торғайны. Арыраҡ Нурғәле ята. Тракторсы. Йәйен тәгәрмәсле тракторға ултырҙы, ҡышын – сылбырлыһына. Балалар ише тәм-том ярата торғайны, ҡышын беҙгә бесән килтерһә табын артында ашҡа үрелмәй кәнфит һурып сәй һөрпөлдәтеп тик ултыра. “Ит ҡабып ебәрһәңсе, Буранбай!” ти әсәйем. “Юҡ апай, мин кәнфит яратам!” Бер ситтәрәк Вәхит. Төҙөүсе ине һайлаған һөнәре. Йор һүҙле булды, сәсән ише шиғыр юлдарын әйтеп һөйләште гелән. Ауыҙынан тәмәке өҙөлмәне, төшмәне.

        Игелекле, мәрхәмәтле, һәйбәт кешеләр ине ағайҙар, үтә һәйбәт.

       - Хәйҙәр, мә, аҡса! – ти Буранбай.

       - Нимәгә ул миңә?

       - Бәй, ҡәйнеш аҡсаһы, апайыңды миңә бир!

       - Һиңә кейәүгә сығып ғүмер-баҡый туҡмалып көн итһенме?

       - Юҡ, сәтәкәй бармағым менән дә ҡағылмам, өрмәгән ергә ултыртмаҫмын, бир, ә?!

       - Булмай, һинән мал һыҡраһы, силус еҫе килә...

      Урам сатында Нурғәлене тап иттем.

       - Ҡустым, давай, мин һиңә бер тиләжкә итеп ҡоро-һары килтереп ауҙарам!

       - Ҡарауһыҙ, етем әбейгә апар әйҙә, беҙгә кәрәкмәй.

       - Һуң, буштан-тәккә ҡоро ҡул һорап булмай ҙа, буштың атаһы күптән үлгән, киләһе йомала апайыңды һората килергә ине иҫәп!

       - Ары йөрө, апайым ғүмере буйы һинең мазутыңды йыуып көн итһенме, таптың һантыйҙы!

       Алыҫ Сибайҙан төҙөлөштән Вәхит ҡайтып төшкән. Ни тиһәң дә ҡала кешеһе бит, фырт ҡына итеп кейенеп тә алған: клещ салбарҙа, әтәс һүрәте төшөрөлгән күлдәктә. Ғәҙәтенсә ауыҙында тәмәке быҫҡый.

       - Ыслушай брат, мине нишләп ваҡытһыҙ ҡайтып төшкән ти уйлайһың?

       - Йөрөйһөңдөр, тинтерәп, берәҙәкләнеп.

       - Һис ҡасан эт һуғарып йөрөмәй ул ағайың, йомошом һиндә?

       - Әйтеп ебәр, ҡолаҡҡа яғылырлыҡ булһа тыңлап ҡарайыҡ!

       - Апайыңды миңә бир!

       - Бирмәйем!

       - Ништәп?

       - Өй эсен тәмәке ыҫы менән ыҫларға штули!

    Бер көн кис әсәйемә әйтә ҡуйҙым:

       - Аптыраттылар был, ағайҙар, апайымды һорайҙар, һоратмаҡсылар!

       - Һораһалар, һуң, бир, ғүмере буйы беҙҙә йәшәмәҫ апайың.

       - Бирмәйем тигәс бирмәйем, ул икебеҙгә лә бер юлы кәрәк!

     Ҡолағымда өс ағайҙың да тауышы бер юлы яңғырап киткәндәй итте: “Апайыңды миңә бир! Апайыңды миңә бир! Юҡ, миңә....”

       “Кем алыҡ, ағайҙар, бирәм!” тип ҡысҡырғым килә. Тик ағайҙар ҙа юҡ, апайым да...

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас