

Хәүефле саҡырыу икәнлекте һиҙемләгәнгәмелер бызмыр холоҡло Миңнизар бик тиҙ килеп етте. Сыбыртҡылай һалынған ҡулды тотоп пульсты һәрмәп ҡараны, та-мам төҫһөҙләнеп ҡалған күҙ алмаларына оҙаҡ итеп текәлеп уларҙы ҡапшағандан һуң һамаҡларға тотондо:
– Кисә һеҙгә йомош менән ингәндә ауырыҡһыныуын күргәс ҡайтып тонометр әпкилдем. Үлсәгәндә ҡан баҫымы ныҡ юғары ине шу… Укол ҡаҙаным, таблет-калар эсерҙем, балнисҡа ятып ал, тигән булдым, ә ул бесәнгә төшөргә йыйынабыҙ, дауаланыуҙы һуңғараҡҡа күсерәйек, тип ризалашманы, юл төшкәндә район дауа-ханаһына барып әйләнергә вәғәҙәләп алдаштырҙы. Эй, был үкенесле донъя тигәнең, ҡороғор. - Күҙ йәштәренә төйөлөп урынында тапана биргәс хөкөм ҡарары сығ-арғандай итеп әйтте. - Әйҙә, Васил, күршеләреңде уят та, индерәйек өйгә… - Үҙе һаман көтмәгәндә килеп баҫҡан ҡазаға ышанырға теләмәй иламһыраны. - Бәлә ағ-ас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тигәндәре шулдыр, кем уйлаған бына ошолай, ҡапылда килеп сығыр тип.
Тиҙ арала йыйылышҡан күрше-күләндең ирҙәре иҙән уртаһына артһыҙ ултырғыстарға ҡаты яҫылыҡ ҡуйып ҡулдарын түш тапҡырынан ҡаушыртып, күҙҙәрен йомдортоп мәйетте шунда һалдылар ҙа ширлеккә теҙелеп баш баҫып берауыҡ шымтайышҡас өнһөҙ-һүҙһеҙ таралыштылар. Ауыл ерендә шатлығы ла, ҡайғыһы ла тиҙ таралыусан: йышылып бөткән имән таяғын туҡылдата-туҡылдата аҡһаҡ аяғын һөйрәп өс өй аша йәшәгән Хәйерниса ҡарсыҡ килеп инде, уның эҙҙәренә баҫып тиерлек Гөлбикә, Әминә, Хәкимәләр күренде. Хәйерниса тешһеҙ ауыҙын беленер-беленмәҫ йыбырлатҡандан һуң шау тарамыш бармаҡтарын тарбайтып сырыш биттәрен һыпырҙы ла яулыҡҡа төрөп ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып килтергәнен үлсәп-бесеп кәфенлек тегергә керешеп китте, үҙе һин дә мин, һәүетемсә һөйләнде:
– Санияға әхирәткә ҡуҙғалырға әле иртәрәк, ул моғайын да көнэлгәре төйн-әнмәгәндер, яһанмағандыр, шуға үҙемә тип әҙерләгәнде тотошлайы менән килте-рҙем. Зыяратҡа күптән йыйынып бөттөм дә бит, Хазраил алмағас ни хәл итәһең. Аллаһы Тәғәлә йәшенә, дәрәжәһенә ҡарамай күңеленә ятҡанын һайлай-сүпләй. - Шул арала эргә-тирәһендәгеләргә кире ҡаҡҡыһыҙ күрһәтмәләрен биреп тә өлгө-рҙө. - Әминә килен, әҙәм сағылыр нимәләрҙе брастинә менәнме, ашъяулыҡ мен-әнме ҡапла әле тиҙ генә, динебеҙ кеше һыны сағылғанды, сағылдырғанды яратмай. Ә һин Васил ҡәйнеш таң атыу менән барып кибеттән аҡса ваҡлатып, киҫтермәй генә таҫтамалдар ал, зыяратҡа сығырға кәрәклекте әйтеп урам ҡыуалатып хәбәр ебәр. Урам ҡыҙырып йәүкәләмә, һөйөнсө яңылыҡ түгел, килешмәҫ, һүҙ генә юллат, иншалла ауыл халҡы белеклелеген юғалтмаған әлегә. Көндөҙгө ун икенән дә ҡалдырмай мәрхүмәне сығарырбыҙ, улай-былай иткәнсе көн кискә ауыша торған. Алла ҡашына юлланыусыны көттөрмәйек, ыҙалатмайыҡ. - Һуңғы тумбытҡандарын раҫлағандай нығытты. – Йома көн мәңгелек йортона күсенә, тура ожмахтың түренә барып эләгер Сания мәрхүмә, ул бит игелекле, итәғәтле, иманлы ине. Ҡуй инде, кисә иртән генә донъя ҡыуалатып йүгермәләп йөрөгән кешене мәрхүмә тип атарға тел дә әйләнмәй. Ни хәл итмәк, маңлайына яҙғаны шулдыр, күрәһең, әҙәм балаһы фанилыҡта Хоҙай ҡушҡандан тыш күкрәк тултырып артыҡ тын да ала алмай хатта…
Йорт хужаһы ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡаршы төштө:
– Тағы ла бер төн генә булһа ла йоҡлап китмәһенме, еңгә?
– Ярамай, китап ҡушмай, кафырҙы ғына өс көн тоталар. Мосолманды ер өҫтөндә ҡалдырмай көнөндә ерләү фарыз, юғиһә артынан башҡаларҙы эйәртеүе бар, йәнә селләһе лә ҡайһылай томра, өҙлөкһөҙ артыш төтәтеү менән генә эш сыҡмаҫ.
– Санияның үлеме хаҡында справка ла алаһы бар. Рөхсәтһеҙ килешмәҫ. – Һаман ризалашҡыһы килмәй атаһының.
– Уныһын үҙемдең өҫтөмә алам, фалиж һуҡты тип участка больницаһының баш врачы Сәләхетдин ағайға шылтыратырмын. Аҡыллы, ярҙамсыл кеше ул, эш-тең асылына тиҙ төшөнөр. Врачтар саҡыртыу, Санияны районға алып барып, ерле-юҡҡа тунатып, шунан кире апҡайтып мәшәҡәтләнеү кәрәкмәҫ. Былай ҙа бөтәһе лә күҙ алдында бит инде, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Миңнизар.
– Иншалла, шулайтығыҙ. - Амин ҡылғандай ҡабатлап йөҙөн һыпырҙы Хәйерниса. - Гөлбикә ҡыҙым, Әминә, офоҡтан ҡояш күренеү менән Селтербей шишм-әһенә барып килерһегеҙ, һыуҙы ағым ыңғайына буръяҡландырмай ғына һыпырып, йәтешләп алығыҙ, шулай тейеш. Күнәктәр өҫтөн яулыҡтар менән бәйләрһегеҙ, һыуҙың тамсыһын да ергә сайпылтырға ярамай. Бөтәһе урын-еренә еткәс һуңғы тапҡыр үҙем йыуындырырмын, ауырын ауҙарырмын, яйымды яйлап өйрәнгән Фатима, Фариза, Нәзирә, Мәрйәмдәр ярҙам итешерҙәр.
Ишек төбөндәге ултырғыста бөршәйгән. Уны күреүсе, уға йомош ҡушыусы ла юҡ. Атаһы ғына ғәйепләгәндәй һүҙ ҡыҫтырҙы:
– Ҡыҙым, биттәрең ҡарайған, маңлайыңа мөһөр баҫып алғанһың. Бар, йыуын, таҙарын!..
Ҡояш күтәрелеүгә ишек алдын тултырып ярты ауыл халҡы йыйылған ине инде, ир-ат ҡул ҡаушырмай, һәр береһенең шөғөлө бар: кемеһелер баш-аяҡ остарына ҡуймалы яҫы таш йүнләп килтереп шуны сүкеш ҡасау менән соҡоп мәрхүмәнең исем-шәрифен, тыуған, баҡыйлыҡҡа күскән йылын-көнөн яҙып аҙаплана, кемеһелер самалап ҡалын ләхет таҡтаһын быса, кемеһелер таҡтаның ситтәрен тигеҙләй, кемеһелер көрәктәрен яурындары аша һалып ҡәбер ҡаҙырға йүнәлә. Ҡапҡа төбөндә оҙон арбаға егелгән ат теҙгененән баһыуға бәйле, ҡайғырғандай башын эйгән хайуан үҙ сиратын көтә, уға ла бит дилбегәне ҡағыу менән ҙур булмаһа ла таштай ауыр йөктө көсәнеп тартып ауыл һыртындағы ҡалҡыулыҡҡа йүнәләһе. Өй эсендә мәрхүмәне йыуындырыусыларҙы, һуңғы сәфәргә әҙерләүселәрҙе иҫәпкә алмаған-да ҡалған бисә-сәсәгә эш юҡ тиерлек, улар тупһа ауыҙында өйкөлөшкәндәр. Араларында Рауза ла күренә. Ул ике һүҙҙең береһендә Санияны маҡтай: “Һәйбәт кеше ине, - ти һағыҙын ласылдатып сәйнәй-сәйнәй, бөтәһе ишетерлек итеп аҡланырға ла яйын таба, - Ғәзим ни ауылда мәйет барлығын ишетмәгәс ҡара таңдан кисекмәҫтән барырға кәрәк тип, ҡабаланып район үҙәгенә сыҡты ла китте, ҡайтыу менән килеп етер, сыҙап ятмаҫ. Фәтих Әхмәҙуллычтың һуң тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше артынан эйәреп ҡайта ғүмер баҡый, полугадауай отчетын һаман тапшырып бөтмәгән, совхоз бухгалтерияһы ҡыр быуынына төшөп шуны таптыра, талап итә ти, дибит-кридитын тап килтереп төн оҙоно тауҙай ҡағыҙҙарында соҡсондо, әле ашау-эсеүен онотоп кәнсәһендә. Ус яларлыҡ эш хаҡы алмаһа ла вазифаһы бигерәк яуаплы һәм ауыр шу...”
Һарай ҡырындағы оҙон бүрәнәгә һаҡҡан да тынып ҡалған. Уның өсөн йәшәү мәғәнәһе ҡасҡан, салт аяҙ көн һүнгән, шуға Яңғыҙҙар Тауындағы суйырҙай һерәйгән. “Үлтереүсемен! Әсәйемдең фажиғәһенә бары мин генә сәбәпсе! Әллә йыйылғандарға, ғәйеплемен, тип ярып әйтергә лә ҡуйырғамы? Ул саҡта нимә үҙгәрер? Бары үҙемә генә насарлыҡ ҡылам, ә атайым бер төптән ике кешеһен юғалтыр - ҡатынын һәм ҡыҙын. Ул ҡатарҙан килгән ҡайғыны йөкләй, күтәрә алырмы? Юҡ, нисек тә йәшәп ҡарарға кәрәк. Йөрәгендәге ете йоҙаҡҡа бикләнгән енәйәтен берәү ҙә, бер ҡасан да белмәҫ. Ә Ғәзим, ҡурҡаҡ йән, телен арҡыры тешләр, өндәшмәҫ. Яйы сығыу менән үсен аласаҡ, ҡонон ҡайтарасаҡ, ҡотолоу юҡ уға!.. “
Төшкә ҡарай өйгә саҡырҙылар, әсәһе менән хушлашырға кәрәк икән. Башта йөҙө асыҡ ҡатынының янына атаһы барҙы, оҙаҡ ҡына моңһоу итеп текәлде, эйелеп ир-ендәрен балауыҙ төҫө алған маңлайға тигеҙҙе, күҙҙәренән һаран йәштәр һығылып сыҡты. Ғүмерҙә күҙ йәштәрен яттарға күрһәтмәгән атаһы, тәүге тапҡыр мир алд-ында илай ине. Шунан ул яҡынланы, атаһының хәрәкәттәрен ҡабатланы, әммә күҙҙәре ҡоро ҡалды, сөнки ғәмен, ошо ерҙә, әлеге минутта башҡараһы мөһим йом-ошо биләп алғайны. Ҡаш аҫтынан ян-тирәһен байҡаны - уны күрмәйҙәр, уға иғтибар итмәйҙәр һымаҡ. Ҡулын кеҫәһенә тыҡты һәм усына йомоп сығарған алтын сәғәтте йыйылыусыларға һиҙҙермәй, кәфен эсенә төшөрҙө. Ары Гөлбикә, Әминә, Миңнизарҙар яҡынланы, шунан Фариза, Нәзирә, иң аҙаҡтан илай-һыҡтай Рауза…
Ҡояш төшлөктән байыу яғына ыңғайлағанда зыяратта түмәләс ҡалҡып сыҡты. Ауыл муллаһы Ғабдулла тауышын артыҡ күтәрмәй генә көйләп йыназа уҡығас, ҡәбер тирәһендә өйкөлөшкәндәр өләшелгән хәйер саҙаҡаны устарына йомоп, баштарын эйеп ҡапҡа яғына йүнәлделәр, улар икәүһе генә тороп ҡалды. Ҡатын-ҡыҙға эскә үтергә рөхсәт ителмәгәнлектән тыш яҡтан зыярат кәртәһенә һөйәлгән дә тынып ҡалған, ҡулы йән көскә ҡаҙауы сысайған һайғауҙы ҡыҫҡан. Шыпа ла ауыртмай, әрнемәй усы, ә бармаҡтары араһынан һырғалаған ҡара ҡыҙыл ҡан тамсылап ергә тама: тып… тып … тып… Биниһая ваҡыт онотолдолар, әммә ауыл яғына ыңғайламанылар. Ҡайҙа ғына барһындар инде, улар өсөһө лә бында бит, ҡайтһалар эҙләһәләр ҙә таба алмаҫлыҡ юғалтыуҙы, ғаиләләренең бөтөнлөгө йәнселеүҙе бөтә тәрәнлегендә тоясаҡтар. Шуға ҡымшанмай ҙа тора бирәләр. Бына кинәт иҫеп ебәргән талғын елгә эйәреп әллә ҡайҙан өрпәк болот килеп сыҡты ла, ҙурая, ҡабара барып ауыл өҫтөндә әйләнергә кереште һәм бер аҙҙан уның ослайып тамамланған мөйөшө һүтелеп ҡорғаҡһыған ергә һанһыҙ көмөш тамсылар һибелде. Төпһөҙ күк йөҙө уның илай белмәүенә үс иткәндәй булмышынан һаран йәштәрен көсләп һығып шым ғына һыҡтай ине. Маңлайынан, биттәренән шыбаҡшып һарҡҡан йылымыс тамсылар эйәге осона йыйылып ҡан тамсылары таплаған үлән өҫтөн еүешләнеләр.
Тормоштарының бөтөнлөгө йәнселде Иманбаевтарҙың. Мәрхүмәнең өсөн, етеһен уҡытыу ҙа йортҡа һиллек килтермәне. Көндәр буйы ауыҙҙарына йөҙөк йәшереп суҡаялар ҙа кис етһә береһе төп яҡта, икенсеһе аш өйҙә ҡырын ятып ойоп китәләр. Иртән тағы ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Ашарға кәрәк булған өсөн генә тәғәмләнәләр, ҡапҡан ризыҡтарынан көл тәме килгәндәй, тәмһеҙ-татһыҙ. Атаһы эсештергеләй башланы. Юҡ, күҙгә-баҡа салынып өй беренсә әйенселәмәй, магазинға уны ғына ебәрә. Ҡайһылай итһен, һүҙҙе йыға, үтенесте яуапһыҙ ҡалдыра алмай, шауҙырлатып алып ҡайта бер нисә шешәне. Үпкәләп иҫкәртеүҙәргә аҡланыулы яуап әҙер: “Рәнйемә ҡыҙым, мин саҡ ҡына, сама белеп кенә, ҡайғыны баҫырлыҡ ҡына…” Магазинға сираттағы шешә артынан китеп бара ине, урамда Ғәзимде тап итте. Аралары тиңләшкәс теге ҡабалан мығырҙаны:
- Сер һаҡлай беләһең икән, һатманың. Ысынын ғына әйткәндә тормоштан ваз кисеп төрмәгә йыйынып бөтөлгәне.
Нәфрәтле ҡарап төбәлде:
- Күрә алмайым! Әлегә йөрөй бир иректә, тик оҙаҡҡа түгел... Ҡасан да булһа үлтерәм мин һине, шуны хәтереңдән сығарма! Ошо ҡулдарым менән быуып үлтерәм! - Ороло муйынға үрелде лә тырпайған бармаҡтары йоҙроҡҡа йомарланған ҡулын көслөк менән кире тартып алды.
Һорау билдәһеләй кәкрәйгән Ғәзим бер ни тип тә яуап ҡайтармай ары атланы.
Кискеһен апаруҡ иҫерек атаһы мәғәнә ҡасҡан күҙҙәрен инәлтеп төбәлде:
– Әйт әле, ҡыҙым, әсәйең ысынлап та үҙ үлеме менән үлдеме? Ә мин быға ышанмайым, бик теләһәм дә ышанмайым! Ышанмайым, бөттө-китте! Әйт дөрөҫөн, шул төндә нимә булды?! Ете төн уртаһында мунсала нимә ҡараған әсәйең, ни сәбәптән сикәһе юғарыға ҡағылған сөйгә эләккән? Ошо шикле, зиһенгә һыймаҫ һорауҙарға нисә көн яуап таба алмай ҡаңғырам…
– Һин айыҡ тәүҙә, шунан һөйләшербеҙ, йәме… Иртәгә иртәнсәк…
Таң һарыһынан атаһы ҡабаланып өйҙән сығып китте, ул үҙе үк дөрөҫлөктө ишеткеһе килмәй ине шикелле.
Ибраһимовтар кәләш әйттерҙеләр ҙә туйҙы Октябрь байрамына тәғәйенләнеләр. Шул көндәрҙә телевизорҙан өҙлөкһөҙ ГКЧП, башҡалалағы оло бола хаҡында һөй-ләй башланылар. Көн оҙоно телевизорҙан йөҙҙөре төмһәргән, өгөттәренә инанған халыҡтан яҡлау өмөт иткән етәкселәрҙе күрһәтәләр ҙә эфирҙың ҡалған ваҡытын
“Аҡҡош күле” балеты, траур көйө уйнаусы симфоник оркестр сығыштары менән тулыландыралар. Иҫерек атаһы кис еткәс йоҙроҡлап өҫтәлгә тондорҙо:
– Күҙ алдында яҙмыштар емерелә ҡыҙым, ҡом тауылай бөйөк ил ишелә. Тарафтар буталды, алда беҙҙе ҡурҡыныс тетрәнеүҙәр көтә!
Тағы һүҙһеҙ ҡалдылар. Атаһының ғәмендә ил ҡайғыһы, ә ул Ғәлимйәндең туйы хаҡында ишетеп болоҡһой.