АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
5 Сентября 2022, 04:49

Хөкөм (Повесть. Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Ишек алдына инеп тупһаға яҡын­л­а­уы булды кемдер ҡара­ңғы мөйөш­кә тар­т­ып алды ла һө­л­өктәй ир­ендәренә ҡаҙ­а­лды, талап, айпалап оҙаҡ үп­кәндән һуң уғрыл­ай хәтәр шый­ы­лданы...

Хөкөм (Повесть. Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)Хөкөм (Повесть. Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Хөкөм (Повесть. Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)

   Таңдан яһалма алсаҡланып күтәренке кәйефтә йөрөргә ты­рыш­ты.  Аласыҡ иҙ­әнен йыуып сығарғас йүге­рә-атлай өй эсен йыйыштырырға кереште, ал­ыҫ­тағы ҡар-андан көйәнтәләп һыу кил­те­реп тыштағы усаҡлыҡта йылы­т­ып йыйы­лып киткән керҙәрҙе йыуып элде, шунан самауыр ҡойоп ебәрҙе. Ҡыҙ­ы­ның егәрле­лә­неп ки­теүенә ҡыуана әсәһе, арты­н­ан эйәреп йөрөп хәстәрләй:

            – Ормаһарҙа тырышып үҙеңде әрһеҙләмә, иртәгә лә көн бар.

            – Иртәгә ни булырын кем белә, әсәй…  

   Төн­дә күргән хәйе­р­һеҙ төшө тынғылыҡ бирмәй ине уға. Төшөндә үҙе ут төртк­ән өй­ҙө уратып ҡа­ңғырып сыҡты: ярҙамға саҡырырға итә - тауышы сыҡмай, тот­ош хуж­а­­л­ыҡтарын ял­маған, ҡором ҡайыған, ялҡынлы теле асманға олғашҡан янғы­н­ды һүн­дерергә ынтыла - ҡул-аяҡтары тышауланған. Баҫлығыуынан кө­скә айнып, ар­­ман­һыҙ арып уянды. Әле шуның ша­уҡымынан болоҡһой. 

            – Бөтә нимә Хоҙай Тәғәлә ҡулында. Алла бойорһа өсәүләп, бына ошо­лай ма­т­ур итеп йәшәрбеҙ әле киләсәктә, татыулыҡҡа, бер-береңде һүҙһеҙ ҙә аңлауға ни етә?! Әҙерәк ял итеп ал да документтарыңды йәнең теләгән уҡыу йортона ап-арып тапшыр. Әхирәтең Гүзәл университетҡа, тел йүнәлешенә бармаҡсы икән, Гөлбикә шулай ти. Өс бала тәрбиәләгән ҡатын ҡы­ҙын белемле итергә тырышып ятҡ­а­нда беҙ ҙә һине уҡытырбыҙ, саҡ ҡына ла мохтаж­лыҡ ки­се­р­­мәҫһең. - Әсәһе үрелеп арҡаһынан тупылдатып һөйҙө.

       Иркәләүҙәрҙе тәү тапҡыр тәтемәһә лә был юлы нишләптер иләҫләнде, албырғаны. Хист­ә­р­­ен йәшереп һүҙҙе икенсегә борҙо:

            – Әйҙә, әсәй сәй эсеп алайыҡ, уңғансы атайым да эшенән ҡайт­ыр.

            – Төтөнгә күҙҙәрен шәмәртә-шәмәртә самауыр ҡайнатҡан бәпесемдең сәйен эсәбеҙ инде ул, эсмәй әллә. - Аласыҡҡа сыҡҡас Сания өҫтәлгә һый теҙергә тотон-до ла лып итеп ултырғысҡа ялпашып хәтирәләргә бирелде. - Әллә ниш­л­әп һуңғы осорҙа йә­шлегемде һағынам. Уйлап ҡараһаң артыҡ­лап иҫкә алыр ваҡи­ғ­а­л­ар бул-маған да һы­маҡ, шу­­­лай ҙа үткән йылдарымды берәмтәләп теү­әлләһәң һәр көнө, һәр сә­ғәте, хатта һәр ми­­нуты ҡәҙ­ерле. Таң алдынан ғына төш кү­р­еп ятам, имеш тә йәп-йәш кенә кил­еш туй табыны арты­н­дабыҙ, ат­айың бармағыма йылҡы­л­дап янғ-ан, зөбәржәт ҡашлы йө­ҙөк кейҙерә, бе­­ләг­е­мә алтын сәғәт таға. Ә бит беҙ йәшәгән йылдар­ҙа кәләшкә бүләк биреү йо­лаһы муҙы­ла түгел ине. Ат­а­йың өйләнешкәндән һуң никах ҡағыҙын ике ай үткәс кенә эшенән ҡайтышлай ауыл Советына һуғылып алды, ә балдаҡты көм­өш тәңкә­н­­ән һуғып бирҙе. Ғүмерем буйы шуны затлы әйберҙәй күреп һаҡлап, ҡәҙерл­әп кенә тотонам. Бер осор тәмәке бөтөп киткәс ир-ат махорка табып тарта башланы, шуға мин атайыңа суҡлап, ҡорамалап кисет тегеп биргән булдым. - Ауыҙын усы менән ҡаплап кеткелдәп көлөп алды ла оното­л­оуы­нан арынып ысынбар­лыҡ­ҡа ҡайт­ты. - Өйҙөң, аласыҡ­т­ың иҙән­ен йыуып сығар­ып, түшәнер яҫтанырҙы ҡағыштырып, ҡа­ралтыны йы­й­ыш­тыр­ып, туҙанын һөртөп арыу иттең әле, йо­ма сәй­енә Миң­ни­зар, Гөлбикә ап­айҙар­ың­а әйтеп алыр­ға иҫ­әп. Саҡырыуым аша-тө­шә­рәк ин­­де, бынау Һайыҫҡан Раузаны саҡырырға шыпа ла күңелем тартмай.

            – Ярай, һөйләшер-сөкөрҙәшер серҙәштәреңде йый. Әсәй, атайымды көтәй-ек инде, моғайын да оҙаҡламаҫ, мин хәҙер.

         Төпкө өйҙә эске кейемдәрен алмаштырҙы, ты­уған көнөнә бүләк ителгән сейә ҡыҙыл күлдәген, шул уҡ төҫтәге туфлиҙарын кейҙе, ҡо­­­лаҡтары һы­ртына хушбый ышҡыны, былай ҙа һылыу, былай ҙа күрмәлекле, камил йөҙөнә һиҙ­елер-һиҙелмәҫ буяныу әйбер­ҙәрен тигеҙҙе, сәстәрен ялбыратып ебәреп элек­тр бигудиһы менән бөҙрәләтергә тотондо. Йәнендә ҡаршылыҡлы уйҙар ҡайнаша. “Эх, ошолайтып, әсәйем әйтмеш­ләй өсәүләп йәшәргә лә йәш­әргә ине. Беҙгә башҡа бер ни кәрәк түг-ел, өс таған ише торм­о­ш­обоҙ им­­ен, ныҡ, бөтөн. Бөгөн кис…” Тынғылыҡ бирмәгән һу­ңғы һүҙ­бәйләнеш һүл йыйған яралай һулҡып ҡуйҙы. Тәҙрә быялалар­ында уйнағ­ан нурҙар ҡайһы аралалыр юғал­ғ­ан, өй эсе ҡараң­ғы­ланып ки­ткән.

       Аласыҡтан күңелле тауыштар ишетелә. Атаһы төшкө ашҡа ҡайтҡан икән. Уны күреү менән әсәһе һөрәнләп тә ебәрҙе:

            – Ана беҙҙең ҡәҙерлебеҙ килә ята!

 Үтеп, ике урталарына барып тығылып, муйындарҙы һығып ҡосаҡлап үҙ­енә яҡын­айтты:

            – Ауылды ташлап китеп барһам һағынырһығыҙмы?

            – Как будты белмәй-һиҙмәй инде, һин йоҡонан уянғансы юҡһынып бөтә­беҙ. - Хискә бирелеүсән әсәһе күңелендәген йәшермәне. Атаһы әйтелгәндәрҙе йөп-ләгәндәй мыйыҡ остар­ын се­м­етеп һүҙ ҡыҫтырҙы:

            – Ҡыҙым үткәндә алтын сәғәткә күҙҙәрең тишелә яҙып ҡараның, бына уңыш йы­йғандың аҡсаһын алырмын да, әсәйеңдең эш хаҡына ҡу­шып шуны бе­ләгеңә та-ғырбыҙ, йәме. Әлегә сабыр ит.

       “Ә уны быға тиклем алғандарҙыр ҙа әле…”

       Муйындарҙы үҙенән ебәрмәй ҡыҫа бирҙе:

            – Ә мин һеҙҙе ныҡ-ныҡ яратам, ситкә китә ҡалһам ныҡ-ныҡ итеп һағыныр-мын! - Шулай тине лә йөҙөн йәнәш баштар араһына йәшереп бала саҡтан йәненә һеңе­ш­кән ҡәҙерле еҫте ҡомһоҙланып еҫкәргә тотондо.

   Клубҡа бик һуңлап ҡына сыҡты. Ситкәрәк тартылып айыр­ым ур­ынлаш­ты, шы­мып ҡалды, шө­бһәләнеп кисә үҙе уйлап сығарған тамаша­н­ың башланыр­ын көт­тө. Ғә­зим түрҙәге ул­тырғыста ҡайҡайған да ая­ҡ­­тар­ын тарбай­та бир­еп ултыра, йөҙөн­дә һауаланыу билдәһе са­ғ­ы­ла. “Эре­ сирттереүенә ҡара­ға­н­да уның һорауын үтәг-ән... Ни­м­ә­гә кәр­әк­те һуң әле уға ул сәғәт? Беләккә йә муйынға тағылған алтын кешене бәхетле итә алмай…  Уйындан уймаҡ… - Абайланы. - Ғәл­и­мйән, Розалия бы­н­далар. - Бүл­әк итһен, сиртһен бынау икәүҙең танауына!” Ҡарар­ының хаҡ­л­ы­лы­ғ­ын иҫбатлар­ға теләгәндәй башын ғорур сөй­өп ебәрҙе.

   Уйын ҡыҙ­ғайны ғына Ғәзим барып Рауилдың гармунының күрегенә ба­­­ҫ­ты, аҙға ғына туҡталып тор, йәнә­һе. Ур­таға сыҡты. Йәштәр ни әйтер икән был тигәндәй тө­б­әлгәндәр.

            – Егеттәр, ҡыҙҙар! Яңыраҡ беҙҙең ауылдың иң сибәр ҡыҙына 18 йәш тул­ды. - Ғә­зим башын артҡа ташлап ебәреп йоҡа сәстәрен һыпырҙы. Тауышы һәлмәк, та-нтаналы, телмәр тоторға трибуна артына баҫҡан оратор тиерһең. Юрамал, күрмәгәндәй, кем хаҡында һүҙ барғанын йәшергәндәй уға арҡаһы менән баҫҡан. - Ал­тынға тиң сибәрлек ғәҙел баһаланырға ха­ҡ­­лы. Бы­на мин, - маһайып күкрәгенә төрттө, - һеҙҙең төшөгөҙгә лә инмәгән ҙур аҡ­са­ға шул һылыуға затлы әйбер һатып алдым. Бүләкте һеҙҙең алда та­п­шы­р­ы­рға рө­­­хсәт ит­е­геҙ! - Уны етәкләп уртаға сығ­а­­рып беләгенә сәғәт таҡты ла хужаларса ҡосаҡ­лап ирендәр­е­нән һу­рып үпте. Егеттәр шау-гөр килде, ҡыҙҙар килешмәгән хилаф нимә күргәндәй ҡараштарын иҙәнгә сә­нсте.

   Кеше араһында түгел, хатта аулаҡта, шаяртып ҡына ла уны үпкәндәре юҡ ине, ки­р­еһенсә ошоғаса сәнскеле, ҡырыҫ холҡо менән ауыл егеттәрен арауыҡ һаҡ­лар­ға, ауыҙ­ҙарын үл­сәп асырға мәжбүр итте. Бына бит үҙе ҡорған, аҙағы нимә менән барып бөт­ө­рө билдә­һеҙ уйыны ниндәй хәлгә төшөрҙө. Ғәзимдең килешеүҙе боҙоуы-нан тертләп, тәне семерҙәп китте, баш­ын сит­кә ҡайыр­ып тәненә яғылған ерәнес нимәнән ҡотолорға теләгәндәй усы менән ирендәрен һып­ырҙы. Бу­рҙаттай ҡыҙарып, ҡаҡ­ҡан ҡаҙыҡ­тай ур­ын­ы­нда бәүелеп тора биргәс бар көсөнә сәберткеле тар сикә­гә са­бып ебә­р­ҙе. Һуғыу тауышы тынлыҡты ярып асыҡ ишетелде. Ғәзим ялланған ерен ыу­ҙы:

            – Ә беҙ бит башта быныһы хаҡында килешмәгәйнек, шулай ҙа хәстәрем өс-өн ғә­ҙел баһа алыуыма сикһеҙ бәхетлемен! - Бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә тәмәке сы-ғарып ҡапты. - Был тамаша рәхәтләнеп бер көйрәтерлек булды! - Йәйерәтә баҫып асыҡ ишек яғына йүнәлде.

   Урынына барып ултырҙы ла ары ни ҡылырға белмәй тирә-яғына аптыранып баҡты. Клубтағылар иғтибар итмәгән һымаҡ ҡыланалар, әйтерһең дә ул буш урын, әйтерһең дә ул юҡ, ҡырын эш бына бит нишләтә! “Иҫем дә китмә әле, нимә теләйем шуны эшләйем!” Бер аҙҙан дарҫлап типкән, алҡымына ки­леп тығылған йөрәге тыныслана төштө, үҙе лә килеп тыуған хәлде айыҡ баһалар кимәлгә ҡайт­ты. Тү-б­ә­нге ос ҡыҙҙарҙы ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа нимәлер ха­ҡы­н­да быш­ы­лдаша­лар, моғ­а­йын да ауыл ере өсөн оят иҫәпләнгән ҡылыҡты оҡшат­м­ай ғә­­йбәт һа­т­алар­ҙыр әле.    

       Ғәлимйән клубтағы ығы-зығыны күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә, эйелеп Роз­а­лия­һына ниҙ­ер һөйләй. “Бының быуаһы йырылған, кисәнән алып ошо ҡа­ра бөрсәнән айы-рыла ал­майсы!”

   Сәйер тамашанан һуң клубтағы уйындың йәме, ҡыҙығы китте. Көндәгенән иртәрәк тарала башла­ған йәштәргә эйәреп сыҡты. Гүзәлде өйөнөң янына тиклем оҙата килде. Әхирәте ауыҙы­на йөҙөк йәшер­­г­ән, тимәк ул да клубтағы хәлде оҡшатмаған. Һүҙҙәре берекмәһә лә ҡуҙғалырға ашыҡ­маны, нисек тә ваҡытты оҙағы­р­аҡ һуҙырға тырышты. Һиҙә, егет­тәр менән бергә сыҡҡан Ғәзим мо­ғайын да тура ғына ҡайтып ки­т­­мә­г­әндер. Ул уны эҙ­ә­рлекләй, хатта эргәләге баҡса ҡараңғы­л­ы­­ғ­ы­на боҫоп, таб-ышын аңдыған һеләүһендәй уң­айлы, яйлы мәлде һағалай төҫ­лө. Шу­­­ға тура ғына ҡайтма­й­ы­нса ни­с­ек тә эҙ яҙлыҡтырырға иҫәбе. Гү­зәл инеп киткәс ҡар­а­­сҡылай ҡы-йм­ы­лдап өйҙәре яғ­ы­на йүнәлде. Хәҙер тү­шәгенә су­м­ыр ҙа иртәгә бөтөнләй кл­убҡа сыҡмаҫ, шунан Өфө­гә до­кументтарын тап­шырырға юлла­н­ыр. Ә был һа­нтый һе­­мәй­һен әйҙә. Ишек алдына инеп тупһаға яҡын­л­а­уы булды кемдер ҡара­ңғы мөйөш­кә тар­т­ып алды ла һө­л­өктәй ир­ендәренә ҡаҙ­а­лды, талап, айпалап оҙаҡ үп­кәндән һуң уғрыл­ай хәтәр шый­ы­лданы:

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас