АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
2 Сентября 2022, 05:39

Хөкөм (Повесть. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Өҫтөндәген һыпырып ырғытты, тәмле итеп иҫнәне, ҡоласын ташлап кирелде. Ҡояш өй эсен нурҙарға күмеп урам яҡ тәҙрәнең өҫкө өлгөһөнә менеп үк ҡунған икән дә баһа. Таң әтәстәре ҡысҡырғансы дауам итте кл­у­б­тағы уйындар, шуға үлтереп йо­ҡоһо килә, тағы саҡ ҡына, бына ошолай күҙҙәрҙе ҡыҫып ойоп ҡы­на ятырға ине. Әсәһе ярым-шә­рә нәфис буйҙы һо­ҡланыулы ҡара­шы менән ярат­ҡ­ас, мендәрҙе гөп­өлдәтеп шайлап, карауаттан яртылаш һал­ын­ған одеалды ҡал­ҡ­ы­­тып уны ты­ҡ­шырып боҫорма­­ларға, әбеүләргә ашы­ҡ­ты...

Хөкөм (Повесть. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)Хөкөм (Повесть. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Хөкөм (Повесть. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

             – Балам, тор инде, түшәгеңдә бигерәк оҙаҡ наҙланаһыңсы, ана, Ғәлимйән - агроном, көтөү ҡыуғанда уҡ атын егеп баҫыуҙарға сығып китте. Тор, урыныңды йыйыштыр ҙа  сәйҙән һуң инешкә һыу­ға барып килерһең, өй тирәһендә башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. - Әсәһе һәүетемсә, орошмай ғына һөйләнә. - Йоҡо һим-ерткәнеңде атайың күреп ҡалһа  ни тиер? Уның ҡыр­ыҫ холҡон беләһең.

      Өҫтөндәген һыпырып ырғытты, тәмле итеп иҫнәне, ҡоласын ташлап кирелде. Ҡояш өй эсен нурҙарға күмеп урам яҡ тәҙрәнең өҫкө өлгөһөнә менеп үк ҡунған икән дә баһа. Таң әтәстәре ҡысҡырғансы дауам итте кл­у­б­тағы уйындар, шуға үлтереп йо­ҡоһо килә, тағы саҡ ҡына, бына ошолай күҙҙәрҙе ҡыҫып ойоп ҡы­на ятырға ине. Әсәһе ярым-шә­рә нәфис буйҙы һо­ҡланыулы ҡара­шы менән ярат­ҡ­ас, мендәрҙе гөп­өлдәтеп шайлап, карауаттан яртылаш һал­ын­ған одеалды ҡал­ҡ­ы­­тып уны ты­ҡ­шырып боҫорма­­ларға, әбеүләргә ашы­ҡ­ты:

            – Быға бер нимә хаҡында тумбытаһың, ә ул ирештергәндәй киреһен ҡайыра.

  Иртәнге сәй янында атаһы уға түгел, ҡаршыһына ҡарап ҡырыҫ ҡиәфәттә һалпыш ҡаштарын төйҙө:

            – Сания, ҡыҙыңды һуңға ҡалғансы йөрөтмә, тип һиңә күпме әйтергә мө­м-кин! - Йәнәһе лә ҡыҙы хаҡында түгел, сит-ят кеше тураһында һүҙ бара инде.

  Сынаяҡтарға пары борхоған самауырҙан һыу ағыҙып аҙапланған әсәһе янып уҡ ки­тмәһә лә сәсрәп сыҡты:

            – Ул ғына тиһеңме, тотош ауыл йәштәре шул колопҡа йыйылал­ар, инде ки­леп бер ғәйеп­һеҙ мин минауат. Нәйләң эргәңдә тү­гелме? Көн һайын ыж­ы­ғ­а­ныңды тәфсир­ләп төшөндөр үҙенә.

            – Ҡыҙ тәрбиәләү, уны йорт эштәренә өйрәтеү тулыһы менән һинең өҫтә, әгәр ма­­­­лай булһа шығырлатып тәрбиәләр инем, ян­ымдан, тракторҙан төшөрмәҫ инем. Ба­ла ти­гәнең бәләкәйҙән эш күреп үҫһен, шул саҡта ғына тапҡанының  ҡәҙерен, баһа­һын белә. Колопҡа оҙатҡансы өй тирәһендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәт­тә­р­е­ңде ҡуш. Ошоға саҡлы эштән берәү ҙә үлмәгән!

            – Әләйгәс, сығарылыш имтихандарын тапшырып йонсоған ҡыҙыбыҙҙы үҙем ме­­­­­нән, таң һарыһынан  һауынға эйәртәйемме тағы? Ял итһен, күңел асһын, йо­ҡ­о­һон ту­йҙырһын. Беҙҙе ҡалдырып уҡырға китһә һағынһаң-юҡһынһаң да ҡыҙың эргәңдә бумаҫ. Ға­ил­ә­ң­де ком­мунистарса тәрбиәләргә йыйынаһың. Өйөңдә се­к­рет­а­рлығыңды онот, ал­дыңда  партия ағзалары түгел, беҙ - ике бөртөгөң ут­ы­раб­ыҙ. Ҡа­ты дисциплинә мен­ән йәшә­ү­е­ң­де ҡасан ҡуй­ырһың ик­ән, әйтәгүр.

            – Сәйең шыйыҡ, Сания, ҡатыраҡ итеп яһа әле! - Атаһы бәхәскә тартып бар-ған әңгәмәне ҡуйырт­ырға теләмәй һүҙҙе ыңғай юҫыҡҡа борҙо. - Кисә эштән ҡайт-ышлай Ураҙғол, Баланлы Үҙәк буйҙарындағы сабынлыҡтарға һуғылдым. Быйыл яҙ башынан ям­ғыр йүнләп яу­мағас ҡорһаҡһыған ер дыңғырҙап ята, бесән һәрпенде-һе сауҡалыҡ ара­л­арында, ағ­­­ас тө­птәрендә генә күренгеләй. Әпәт кәсилкәгә түгел, кәкре салғыға ҡала инде көн. Ба­рлы-юҡлы ни­мәне көйҙ­­өрөп бөтмәҫ элек өйә һал-ырға ине. Емләһәк, арыш һаламын ҡуш­ы­ш­тырһаҡ мал би­решмәҫ, тик шуныһы, был барыш менән барһа ашлығы наҡыҫланыр. Быйыл ҡоролоҡ килерен күҙалламай райком бюроһында бөртөклө культу­раларға йөкләмәне ҙурҙан ҡуйғандар, ырҙын табағын һепереп тә планды үтәрлек түгел. Шул хаҡта беҙҙә үткәрелгән күсмә актив барышында һүҙ ҡуҙғатҡайным да Беренсегә шыпа ла оҡшаманы.

            – Бесәнгә тим, ҡасаныраҡ төшөрбөҙ икән? Йоманан һуң сабынлыҡтарҙы ыҙанл­ап сыҡһаң да артыҡ булмаҫ ине, юғиһә Ишкилде Ҡыршый йылдың-йылы беҙҙең Аҡташтағы биләмә­нең уныҡы менән сикләш мөйөшөнә рөхсәтһеҙ-ниһеҙ инергә әүәҫ була торған. Иҫең китер, ергә туймағанына. - Әсә­һе әңгәмәнән бер аҙ ситләшеп сурытыңҡыраһа ла ыҡҡа, ыңғайға килеп бесәнгә төшөү хаҡындағы хәбәрҙе күтәрә һалып ала.

            – Сенаж планын үтәп, ҡыр эштәренең яртыһын бөтөү яғына ауҙарайыҡ башта, ары күҙ күр­ер.

            – Ошондайыраҡ яуапты ишетермен тигәйнем дә, ызнамы яңылышмағанмын. Әг­әр бүлексәң  эштәрен ырата алмаһа? Ул сағында ни ҡы­лыр икән ауыл халҡы? Ҡоролоҡ бит һинең сабынлығыңды ғына көйҙөрмәй. Баҫ­ыу­ҙар­ҙағы сенажға һал­ыр үл­ән һарғайып ҡураған, көнбағышы, кукурузы беләк буйы икән, тип һөйләп торҙо ушутшик Фәриттең бисәһе Таңһылыу, ташҡа үлсәйем. Ете ятты ҡайғыртҡансы иң әүәл малдың ҡышлыҡ тамағын йүнләйек. Үҙебеҙ­ҙе үҙебеҙ хәстәрләмәһәк, кеше ҡайғыһы төштән һуң ул, береһе лә буш­лай ки­лтереп тоттормаҫ.   

            – Ауыл Советы сессияһының ҡарарынан башҡа бер кемдең дә бесәнгә төш-өргә хаҡы юҡ! Это принципально важно! - Әйткәндәренең мөһимлеген күрһәте-ргә телә­г­ән ата­һы урыҫсалап ебәрә.

            – Ай, онота ла ебәрәм, халыҡ тулы ышаныс күрһәткән депутатһың да бит әле. Ҡуй инде, Өмбәттә һинән дә текәрәк, кәттәрәкте тапмаҫһың. Улай уҡҡа китһә бү­л­ексә­н­ең баш бух­г­алтеры Фәтих ласылдатҡансы төкөрөп бирҙе һинең принсиптәреңә, кә­б­ә­н­л­ек күбә­лә­р­ен әҙерләп тә өлгөргән, тип ишеттем әле иртән көтөү ҡыуғанда. Өҫ­т­әүе­нә картуф­лыҡ баҡсаһын ҡырлатып ни һан умартаһын теҙгән, ай­ыртҡан ба­л­ын аҙна һайын ра­й­он ба­­ҙарында һа­тып кинәнә. Рабкооп түрәләренең ауыҙҙарынан сыҡҡансы һыйлап би­сәһе Рау­з­аны еңел эшкә урынлаштырҙы.Үәт, йәшәй беләләр бәғзе берәүҙәр, елгә ел­енләп боҙға ла бы­ҙ­ауламайҙар, активистар ише принсипиәлней ҙә түгелдәр.

            – Урынлы-урынһыҙға шул Һайыҫҡан Раузаны килтереп ҡыҫтырмаһаңсы, бытб­ы­л­дыҡ.

            – Ҡыҫтырырмын да, үҙәгемә үткәргәс, нәһеремде ҡоротҡас. Йәш саҡта һин-ең уға ҡарамауҙың үсен әле килеп ҡайтара, яйын табып аҙым һайын бәйләнә, би­т-әр­л­әй, лөғәт һата, ғәйбәт тарата.

            – Биш былтырғы  ваҡиғаларҙы, үпкәне оноторға ваҡыттыр?

            – Ҡатын-ҡыҙҙың ҡылығын, холҡон белеп бөтөрмәйһең, пенсияға сыҡҡас та йәш сағындағы рәнйеүен онота алмай беҙҙән ҡон ҡайтарып кинәнер әле, бына кү-р­ер­һең.

   Өҫтәл артында һерәйгәнсе тип күтәрмәгә сығып баҫты, янбашы менән этеп ала-сыҡтың ишеген япты. “Нимә ҡыланаһың ул тағы? Бынау томрала бикләп бышлы-ҡтыраһың бит! Иртә таңдан ҡайһылай ҡыҙҙыра… “ Артында әсәһенең ғауғаланы-уы ишетелде. Ҡайырылып тотҡаны үҙенә ҡарай тартты ла өй со­лансаһының ҡый-ыҡлап яб­ы­л­ған тупһаһына барып ултыр­ҙы. Буялған тупһа таҡтаһы ла аяҡ табан-дарын ҡыҙған табалай яндырып алып бара. Күләг­ә­лә эҫенән тел­дәрен һәл­бе­рәтеп ятҡан Һорлан аяҡтарына килеп һырылды. Буйға ҙур уҡ күренһә лә көсөк кенә әле ул. Куних Ғәйнислам ағайҙан алғайнылар. Һөйкөмлө, тоғро эт, үткән-һүткән, сит-ят кешегә өрә һалып бармай, әммә өй тирәһенә малды ғына түгел, күрше-күләндең тауыҡ-ҡаҙҙарын яҡынлатмай. Ялбыр йөнлө һырт буйын һыпырҙы: “Ас­ы­ҡ­т­ыңмы? Бар аласыҡ яғына, әсәйем аш­ар­ға сы­ғарыр. - Эттең кит­ергә те­­лә­мәүен күргәс муйын­санан эләктереп еңелсә этте. - Бар ин­де, ҡа­м­асаула­ма, тинем бит! “ Тегеһе үп­кәлә­гән­дәй кире урынына барып һуйҙайҙы ла башын ал­ғы тә­п­әйҙәр­енә һалды. Ә ала­сыҡ яғынан һаман да мөңгөрҙәгән һөйләшеү­ҙәр иш­­етелә. Өлкәндәрҙең уның өсөн әһәмиәтһеҙ булған йорт мәш­ә­ҡәт­тәре тураһын­да кө­ңгөр-ҡаңғыр итеү­ҙәре бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға.

   Күҙҙәрен ҡыҫа төшөп юғарыға, шунан ян-тирәһенә ҡараны. Күк йөҙө һайығыуҙан төбө күренеп ятҡан күл ише төҫһөҙ­лә­н­еп ҡалған, ҡыҙа барған ер өҫтөнән зем-берләп һағым күтәрелә. Картуфлыҡ осона уҡ килеп терәлгән сауҡалыҡ, баҡсалағы ҡарт алма­ғ­ас дым осмотон өмөт итеп тынып ҡа­лғандар, юғарынан да, түбәндән дә тынсыу ҡайнарлыҡ, ипкен бөркөлә.  Кәртә-ҡура тирә­һен­дә тир­еҫтә тибенергә яратҡан тау­ыҡт­ар әле күренмәй, улар мо­ғайын да ла­п­аҫ аҫтына инеп боҫ­ҡан­да­р­ҙыр. Бындай көндә ҡайһылайтып инештән һыу ташымаҡ та башҡа эш менән шөғөлләнмәк? Тороп баҫты, урынында тапанды, теләкһеҙ генә ишек алдын һөҙөп күҙҙән үткәрҙе. Ошолайтып күпме йыбанырға мөм­кин? Кеше заты тойолмаған ур­амға сыҡты, ҡа­­й­ҙа барырға белмәгәндәй урынында тапанып ике­лә­неп ҡа­л­ды. Класташы Гүзәл иҫе­нә төштө. Бигерәк оҙаҡ­л­ап китте, моғайын да ҡайт­ҡ­ан­дыр.    

      Әхирәтенә китешләй ауыл урт­а­һындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан аҙыҡ-түл-ек магазинына һуғылды. Унда әсәһе өнәп еткермәгән Рауза эшләй. Тәбәнәк буйлы, төйөрөм кәүҙәле, би­рән ҡорһаҡлы, быжыр биттәренең өҫкө яғына асыулы аҡайған тәңкә күҙҙәр батҡ­ан һөйкөмһөҙ, һапата бисә ул. Рауза­н­ың ире Фә­тих Рәхимов. Һаҡ ҡына ба­ҫ­ып, еҫ­к­ә­нә биреп ат­лауы, эргә-тир­әһ­ен йүгерек күҙәте­үе ҡомаҡҡа оҡшаған Фә­т­их ағ­а­й­ҙың. Гелән үҙенең генә яйын ҡайырған үжәт кеше тиҙәр. Ә ул­да­ры Ғәзим ки­р­е­­һенсә, атаһына ла, әс­ә­­һ­е­нә лә тартмаған, үҙе бер ба­ш­ҡа: ҡо­­лғалай бу­йы, йоҡа сәстә­ре, ослайып тамамлан­ғ­ан таржыҡ танауы йөҙөн йә­м­һеҙ­л­әй, күрмәлекһеҙ итә. Өфөнән ары кит­м­әй генә Арм­и­я­ла хеҙмәт итеп ҡай­т­ҡа­й­ны, хә­ҙ­ер йыл тулып үтте, эш­кә төш­ө­ргә аш­ыҡмай, һәр шәмбе, йәкшәм­бе  район үҙәген­д­әге ба­ҙарға ба­рып бал һат­а. Бар шө­ғө­лө шул.

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас