АТАЙСАЛ
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
1 Сентябрь 2022, 05:38

Йөк аты

       Бер көн ул миңә шылтырата:        - Эш тип йөрөп гәзит-маҙар уҡығаным, телевизор ҡарағаным юҡ. Тиҙҙән байрам көндәре бит, нисә көн ял итәбеҙ ул?       Теге, аттарҙың артынан эйәреп йөрөгән элекке йөк аты күҙ алдыма килеп баҫты.  

Йөк атыЙөк аты
Йөк аты

   Совхоздың үҙәк бүлексәһендә бер ат булды. Йөк аты. Бала саҡтан күреп үҫтек, ул өҙлөкһөҙ еккелә йөрөнө, күндәм генә ауыр арбаларҙы тартты, баш баҫып көтөү көттө, бесән осоронда косилканың мисәүендә түгел, иң төбөндә көсәнде, унан ҡалһа тырмаға баҫтырҙылар, күбә тарттырҙылар. Күрмәлекле ат ваҡыт үтеү менән баҡтаһы елдә туҙған, күҙҙәренән субырҙап йәштәре аҡҡан, ҡабырға һөйәктәре ҡырғыстай беленгән ҡарасҡыға әүерелде. Көс-ҡарыуы ҡайтҡас элекке хеҙмәттәрен иҫәпкә алыптыр инде, уның нимәнең кимерәһең дә мөнйөйһөң инде тип, ҡамытын һалдырып иреккә ебәрҙеләр. Шул хәлдә лә үҙен кәрәклегә иҫәпләп башҡа аттарҙан тотам да ҡалмай эт ише эйәреп йөрөнө алаша.

       Бер танышым пенсияға сыҡты. Ул да иртәнән алып кискә ҡәҙәр фәҡәт хеҙмәт тип янған кеше ине. Телендә лә, уйында ла нимәнелер матур итеп, сифатлы итеп ваҡытында атҡарыу йә башҡарыу. Һаман да ул үҙен кәрәкле кеше итеп иҫәпләй, йәнәһе лә унһыҙ донъя шыпа ла алға бармай, емерелә, юҡҡа сыға.

      Бер көн ул миңә шылтырата:

       - Эш тип йөрөп гәзит-маҙар уҡығаным, телевизор ҡарағаным юҡ. Тиҙҙән байрам көндәре бит, нисә көн ял итәбеҙ ул?

      Теге, аттарҙың артынан эйәреп йөрөгән элекке йөк аты күҙ алдыма килеп баҫты.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас