Атайсал
29 Августа 2022, 08:19

Баҡса ҡарауылсыһы (Хикәйә. Өсөнсө өлөш.)

       Ә мин икеләнеп ҡалдым; алдымда кәртә, был яҡта яҡшылыҡ, теге яҡта яманлыҡ, әлегә мин гөнаһһыҙ, бер аҙҙан шул кәртәне аша сығып ят кешенең биләмәһенә инһәм, сикте үтһәм ҡараҡҡа әүереләм. Ни эшләргә? Баштан уҡ ризалашмаҫҡа кәрәккән, хәҙер һуң инде... Күҙ алдыма кинәт ҡаҡ һөйәккә ҡалып түшәгендә ятҡан Әлмәғиҙә ҡарсыҡ килеп баҫты, уның хәлһеҙ тауышы ҡолағымда яңғырағандай итте: “Һалҡын ғына ҡарбуҙҙан ауыҙ иткем килә үҙәгемә үтеп...” Бәлки ул, ошо әжәл дарыуылай ризыҡтан ауыҙ итһә шәбәйеп китер, кем белә. Кәрәк тирәкте йыҡтыра, юҡ, кире сигергә ярамай!

Баҡса ҡарауылсыһы (Хикәйә. Өсөнсө өлөш.)Баҡса ҡарауылсыһы (Хикәйә. Өсөнсө өлөш.)
Баҡса ҡарауылсыһы (Хикәйә. Өсөнсө өлөш.)

       Кис, көтөү ҡаршылағандан һуң, Мөҙәристәрҙең лапаҫ башында ҡоролған ҡыуышында йоҡлайым, иртә таң менән ҡайтырмын, тип алдашып өйҙән сығып китеп, Аҡташ аҡланына барып ер аҫтынан сусайып сыҡҡан аҡ ташҡа барып һаҡтым да ҡояш байыуын түҙемһеҙләнеп көтә башланым. Ә аҡлан ситендәге суҡ ҡайын осона эленгән ҡояш байымай ҙа байымай, көтә торғас, тәҡәтем ҡалманы, барып ҡайынды һелкетеп ҡояшты офоҡҡа тәгәрләтер хәлдәмен, тик ул тау ҡырластарына бәрелеп йәнселер бит, шуныһы ғына тота, һипһендерә. Бына яйлапяйлап көн яҡтылығы һүрәнләнде, ер өҫтөнә шыйыҡ эңер шәүләһе ятты, төн яҡынлашыуын белдереп эргәләге Ҡоҙоҡ Бите уйпатында төн ҡошо Саҡ үҙәләнеп ҡысҡырҙы, Суғы әлегә өндәшмәй, уныһы сәхәрҙә тауыш бирә торған, ғәҙәттә. Бергә, парлашып йөрөһәләр ни булған, юҡ бит, береһе икенсеһен эҙләп ғүмерҙәре заяға уҙа, береһе икенсеһен таба алмай.  Гелән муйынымда йөрөткән бетеүҙе өйҙә ҡалдырып сыҡҡайным, хәҙер үҙемде ҡото киткән, фарты ҡасҡан бер етем зат итеп тойҙом. Барыбер дөрөҫ эшләнем, ни булһа ла булыр, юғиһә муйынға изге яҙыу тағып урлыҡта йөрөп булмай бит, яҡшыны ямандан айырмаған иманһыҙҙар ғына ҡара эшен аҡ тип иҫбатлап хилафлыҡҡа бара, намыҫтарын һатҡан иблестәр генә ҡылған гөнаһтарын игелек тип тәҡрарларға хирес.  

       Килешелгән урынға барғанда тау битләүендә ҡәлғәләй ҡалҡҡан ер дүмһәйҙә япрайып үҫкән тубылғы ҡыуағы артына боҫҡан Батырйән мине алыҫтан абайлап йәшенгән еренән сыҡты:

       - Оҙаҡ көттөрҙөң, аҡшам намаҙын уҡып ҡыялмағанһыңдыр ҙа?

       - Үҙең ҡараңғы төшкәс, тинең дә баһа, мыжыҡ!

Шуның менән һөйләшеү бөттө, башҡарыр эшебеҙ алдан билдәле булғанға һүҙ сыбалтмай ҡуҙғалдыҡ. Эңер ҡарағусҡыллығы ҡунған күк йөҙө аяҙлыболотло. Әлмәғиҙә ҡарсыҡтың еҙ батмусы ҙурлыҡ тулған ай һыуҙай аҡ йөҙөн өйкөмләнгән болот менән япты, шуға сауҡалыҡтар араһында биленә һуҡҡан йыландай бормаланып ятҡан урман һуҡмағын тоҫмаллауы еңелдән түгел. Беҙгә тура түгел, һулғараҡ тартып Борам кисеүенең аҫҡы яғындағы Муйыллы Туғай буйына бараһы, Михайловка урыҫының баҡсаһы ҡаршы яҡ ярҙан күтәрелгәс арыраҡ, һөҙәк асыҡлыҡта урынлашҡан. Көндөҙ Ҡарағайлы ҡаяһынан йәшел балдаҡтай түңәрәкләнеп асыҡ күренә, хәҙер ул тарафты шыйыҡ ҡараңғылыҡ шаршауы япҡан. Урман һыҙатын ҡырлатып бара биргәс тау түбәненә төшә башланыҡ. Балаҡтарға уҡмашып бөрмәкәйҙәр йәбешеп бөттө, сәнскеле һәрпенделәр балтыр буйын әсеттереп һыҙыра, ҡайһы ерҙә абынып, ҡайһы ерҙә йығылып китәбеҙ. Эргәбеҙҙәге сауҡалыҡтан осоп сыҡҡан һайыҫҡан осоптуҙынып шыҡырыҡлап беҙҙе эйәртә бара башланы.

       - Бытбылдыҡ, әйҙә кире боролайыҡ? Шомланып өндәшәм.

       - Нимәнән шөр ебәрҙең тағы, әйкәйем?

       - Йомортҡа урлап яманаты сыҡҡан бурҙар ҡорондағы һайыҫҡан оҙата барған юл уңмай, тиҙәр.

       - Ә һин кемдең ҡорондаһың?

       - Кемдекендә булһын, һинекендә инде...

       - Ә мин суфый түгелмен! Һин дә эсе арҡаһына йәбешкән ас сәүектәй шыңшыма! – Сәркәш холоҡло Батырйән семтем дә май әҫәре ҡунмаған таҡталай эсемә төртөп алды ла бойороулы бышылданы.

       - Шыңшымайым да. Ныҡлығымды белдерергә теләп түбән һалынған сатин ыштанымды өҫкә тарттым. Алыҫламаҫ элек, уғрылыҡҡа ҡул һелтәп, төкөрөп тә бирмәй ҡайтайыҡ та китәйекме әллә, мин аҙна аҙағына саҡлы көтөргә риза.

       - Тик кенә бар. Риза имеш, как будты ҡарбуҙҙы һин ашайһың, башта Әлмәғиҙә ҡарсыҡты ҡайғыртыр инең, белекһеҙ!

  “Хаҡ һүҙгә яуап юҡ!” Эләгәйығыла, резинкаһы бушаған ыштанымды күтәрәкүтәрә ары юрғалайым.

     Ҡуйырҙанҡуймай ҙа баһа артыбыҙҙан эйәрә төшкән теге һайыҫҡан. Был юлы ул сәфәребеҙҙе киренән һаплап бәддоға уҡығандай, башын уңға-һулға ташлап шыҡырыҡлай, мискәһенә һаҡҡан һеперткеле Мәскәй әбей ише бер юғарыға сөйөлә, бер түбәнгә ташлана.

       - Был һайыҫҡан, тигәнең беҙҙе кире ҡайырырға самалай, ахры, был тикмәгә түгел.

       - Иғтибар итмә: өкө, ҡарға, һайыҫҡан, ҡоҙғон барыһы ла иблес ҡоштары!

       - Ә бытбылдыҡсы?

       - Нимә? - Батырйән һорауымды аңламағандай туҡталды. - Бытбылдыҡ ул философ, аҡыл, фекер эйәһе бик беләһең килһә! -  Абайламай ҡалдым, эңер ҡараңғылығында күрмәнем, ошо һүҙҙәрҙе раҫлап Батырйән тағы ла һуҡ бармағын юғарыға сәнсеп алды, шикелле.

       - Бытбылдыҡ ни ҡойроҡһоҙ, сыбар, ҡарап тороуға ҡойто ғына ҡош инде, ә бына өкөнөң зирәклеге хаҡында ишеткән бар.

       - Шым, телеңде тый, Һаҡмарға яҡынлайбыҙ, ә тау үренән ишетелгән тауыш әллә ҡайҙарға тарала!

        Һәрмәнеп, шыуып тигәндәй текә үрҙән төшә башланыҡ. Ошоғаса салғыйҙан тартып йөҙәткән селектубылғылар ярҙамға килде, улар йәбешеп түбәнләүе бик тә ҡулай. Бына беҙ тигеҙлеккә сығып, Һаҡмар ярына килеп терәлдек.

       - Оло юлда ятҡан кисеү өҫтәрәк. - Батырйән торған урыныбыҙҙы үҙенсә тоҫмалланы. - Әгәр шул яҡҡа барып һайыраҡ урындан сығабыҙ тиһәк, теге ярҙа был яҡҡа ҡарай тағы бер текә үрләсте аша төшөргә кәрәк. Уныһы үҙе бер ыҙа. Шулай булғас ошонан маташтырайыҡ, туранан тартайыҡ.

       - Сисенәбеҙме?

       - Ә һуңынан әйберҙәреңде нисек тапмаҡсыһың? Ошо килеш керәбеҙ һыуға. Кейем менән йылыраҡ та булыр әле.

       - Ә мин матурлыҡҡа сыҡҡандағын кейгәйнем бит әле. Сандалийҙарым да мәктәптеке. Мәтегә болғанғы килмәй.

       - Юлбаҫарҙарҙың ҡасан ҡупшы кейенеп юл баҫырға сыҡҡандарын күргәнең бар? Хәйер, һин гөнаһтың ни икәнен белмәгән мулла нәҫеленән бит әле, онота ла ебәрәм, улайтып тәтәйҙәй ҡуҫтарланып алғас, моғайын да урлыҡҡа барыуҙы кәләш кейәүләү йолаһы менән бутағанһыңдыр.

       - Бытбылдыҡ, бигерәк күп бытылдайһың. Улайһа мин алдан. - Шулай тип шыбырҙаным да балаҡтарымды төрә башланым.

       - Юҡ инде. Мин. Һин был һуҡмаҡты белмәйһең, ә миңә ярҙағы ғына түгел, һыу төбөндәге таштар ҙа таныш. Хәҙер сығып, теге яҡ ярға күтәрелгәс шыуышып илле-алтмыш аҙым ара барырға кәрәк. Ары рәшәткәле кәртә булыр. Был яҡ буйҙағы бер рәшәткәнең ҡаҙауы һурылған. Шуны ҡайырып инәһең дә...

       - Йылан көйшәгәнен һиҙеүҙән тыш, күрәм, уғрылыҡ шөғөлө лә һиңә ят түгел икән!

       - Килгән бар бында.

       - Улайһа бур-бытбылдыҡ булып сығаһың түгелме?

       - Һин дә гөнаһлы, элекке көн сәлдереп апҡайтҡан өгөрсәне маҡтаймаҡтай ашай инең әле.

       - Өләсәйем, әгәр харам ризыҡты һиңә мәжбүр итеп ашаталар икән, уның гөнаһы мәжбүр иткәнгә төшә, тип яҙылған ҡөрьәндә, ти.

       - Мин мәжбүр иттемме? Үҙең теләнселәнең!

       - Өгөрсәнең ниндәй юлдар менән килгәнен мин ҡайҙан белгән тиһең?!

       - Етте, күп лыбырҙайһың бигерәк, киттек. Был тирәлә һыуҙың тәрәнлеге күкрәк тәңгәленән юғары ҡалҡмай. Тоҡто юғалтып ҡуйма, тешләп алып сыҡ, юғиһә майғул була торғанһың.

       - Ә мин әлегә йөҙә белмәйем...

       - Эттәрсә лә белмәйһеңме?

       - Әҙәмсә лә эттәрсә лә!

Батырйән елкәһен тырнап алды:

       - Әйтәм бит тәрән түгел. Әгәр бик ҡурҡһаң минең күлдәк яғаһына йәбешеп бар. Вапшето тиҙәк һыуҙа батмай!

       - Тиҙәк, имеш, һин үҙең һыйыр ҡоймағы, бик тә беләһең килһә!

       - Бында һунарға килдеңме, әллә кәсекләшер өсөнмө? Эйәр миңә!

       Йәйге селлә ҡыҙҙырғандан һуң яңы һауылған һөттәй йылы тулҡындар тәнде наҙлы   иркәләне. Табаным менән тойҙом, һыу төбөндә ялпаҡ ҡына түгел, сурайып ятҡан таштар ҙа байтаҡ ҡына икән. Ни тиһәң дә өҫ кейеменән бигерәк сандалийҙар йәл: сейә ҡыҙыл төҫтә, ялтыр ҡаптырмалы инеләр. Эшлектән сығарҙым былай булғас күркәмлеккә тотонғанды.  

Беҙҙең барыр тарафты яҡтыртырға теләгәндәй, болот араһына боҫҡан ай күренде, тирәяҡ көмөшкә ҡойонғандай балҡып китте.

       - Нимәгә кәрәк булды әле был?! Хәйерсегә ел ҡаршы, бөтә ер ус төбөндәгеләй асыҡ күренә хәҙер! Батырйән ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Башҡаса сара юҡ, тәүәккәлләргә кәрәк, беҙгә кире ҡайтаһы ла бар бит әле, һуңға ҡалырға ярамай.

       Бына һыу тубыҡҡа етте, бил тапҡырынан булды, күкрәкте күмде. Бер нисә урында аяҡтар аҫтындағы таштарға абынып, соҡорға сумып һыу йотоуымды иҫәпкә алмағанда имен-аман сыҡтыҡ теге яҡҡа. Текә ярҙан артылған Батырйән ергә һылашып ятты ла йыландай уҫал ыҫылданы:

       - Инде ауыҙыңа һыу уртла, өнөң тығылһын, баҡсанан сығып кире теге яҡ ярға аяҡ баҫҡансы һөйләшеү, аралашыу бөттө, тапҡан табышың өсөн, имен-аманлығың өсөн бары үҙең яуаплы, бер кем дә түгел!

       - Әгәр берәй нимә миңә срушны талап ителһә?

       - Беҙ әлеге мәлдә бер генә нәмәгә килгәнбеҙ ҡарбуҙға, бары шул ғына. Рәшәткә егенән ингәс уң яҡ ҡулда ҡарбуҙ, һулаҡай яҡта өгөрсә түтәлдәре, тура тартһаң кишер һуғандар...

       - Тәжрибәле бурға оҡшағанһың.

       - Ярай фәрештә булып ҡыланма, һыуға бер тапҡыр төшкән кеше икенсе тапҡыр еүешләнеүҙән ҡурҡмай!

       - Мин бөгөн килдем һәм башҡаса йөрөмәйем. Ҡарбуҙҙы ла бер бөртөк кенә алам. Артығы кәрәкмәй.

       - Үҙең ҡара, ызначит мин һулаҡайға, һин уңға... Эшебеҙҙе ослағас теге ерҙә осрашабыҙ!

        Шыуышып 20-25 аҙым ара үттек, алға һуҙып һәрмәнгән ҡулыма әсеттереп сәнске ҡаҙалды, ауырттырып тубыҡ ташҡа бәрелде. Батырйән ҡорбанына боҫоп яҡынлаған һеләүһен ише йылғыр, тауышһыҙ шыуыша. Кәртә янына еткәс ул тоҫмаллап табып ҡаҙауы һурылған рәшәткәне бер яҡҡа ҡайырғайны, теге ваҡытһыҙ бимазалауға ризаһыҙлыҡ белдереп мыжығандай сыйнай биреп ҡуйҙы. Алыҫта, күҙ күреме ерҙә ҡарайып ҡалҡҡан, берҙәнбер тәҙрәһендә ут йызлаған будка яғынан йыбанып ҡына эт өрөүе ишетелде. Ишетелде лә тымды. Тынлыҡ. Тәбиғәттә лә ундай һиллек була икән дә баһа, ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ, хатта артыбыҙҙа ятҡан Һаҡмарҙың ағышы ла ишетелмәй. Батырйән эскә үтте лә ҡомға һеңгән тамсылай юҡҡа сыҡты. Ә мин икеләнеп ҡалдым; алдымда кәртә, был яҡта яҡшылыҡ, теге яҡта яманлыҡ, әлегә мин гөнаһһыҙ, бер аҙҙан шул кәртәне аша сығып ят кешенең биләмәһенә инһәм, сикте үтһәм ҡараҡҡа әүереләм. Ни эшләргә? Баштан уҡ ризалашмаҫҡа кәрәккән, хәҙер һуң инде... Күҙ алдыма кинәт ҡаҡ һөйәккә ҡалып түшәгендә ятҡан Әлмәғиҙә ҡарсыҡ килеп баҫты, уның хәлһеҙ тауышы ҡолағымда яңғырағандай итте: “Һалҡын ғына ҡарбуҙҙан ауыҙ иткем килә үҙәгемә үтеп...” Бәлки ул, ошо әжәл дарыуылай ризыҡтан ауыҙ итһә шәбәйеп китер, кем белә. Кәрәк тирәкте йыҡтыра, юҡ, кире сигергә ярамай! “Ҡарбуҙҙы апҡайтам да тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы биҙрәгә һалам... Ул сағында боҙҙай ҡарбуҙ кетерҙәп кенә торасаҡ!  Емеш шәрбәтен ауыҙымда тойғандай ҡылҡылдатып шайығымды йотоп ҡуйҙым. – Тфү, биғәләш, мин ятам тау башындағы ҡуянға һыу йылытып!..” Икеле-микеле уйҙарға бирелеп  тишеккә яйһыҙ тығылғайным, салбарым сөйгә эләкте бит ҡәһәрең, бөгөлгән тутыҡ ҡаҙау ҡармаҡтай эләктереп алды, еңел генә ҡотолормон тимә! Ысҡынмаҡ булып балаҡтан нығыраҡ тартҡайным, кәртә һелкенгәндәй итте лә баһыу буйына тимер сымдарға тағылған буш кәнсирҙәр дөңгөр ҡаҡҡандай даңғыр ҙа доңғор килә башланылар. Бая йоҡомһораған эт ҡабаттан яр һалып өрөргә тотондо,  һүрән яҡтылыҡ бөркөп будка ишеге шар асылып китте. Кинәт ҡалҡып миңә ҡарай йүгергән ҡарасҡы яйын табып, тимер сымдар араһына йылғыр тығылып баһыу аша һикерҙе, шул мәлдә будка яғынан мылтыҡ атҡан тауыш ишетелде. Гөрһөлдәү ҡолаҡты тондороп тирәяҡҡа таралды ла беҙ килгән тау яғына барып ҡаҡлыҡҡас ҡайтауазға әүерелеп кире ҡайырылды, шунан тулҡынтулҡын булып тирәяҡҡа таралды.Ҡурҡҡанға ҡуш күренә бит инде ул, бындай шартлауҙы тәүләп ишетәм һымаҡ. Ергә һылаштым. Эт бәйен өҙөрҙәй булып быуылып өрөүен дауам итте. Ҡарасҡы сумған тарафтан тауыштын ишетелмәй. Тимәк ҡарауылсы уға тоҫҡап атҡан. Тура, йән еренә тейҙергәндер, юғиһә теге терелеген нисек тә белдерер ине.

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас