АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
24 Августа 2022, 10:31

Яланғас король

       Юғары урынға үрләтелгән берәй түрәне ян-тирәһендәге ярамһаҡ ярандары урынһыҙ ололарға керешеп китһә, мин уның бер килеп яланғас тороп ҡалыр көнөн күҙ алдына баҫтырам.   

Яланғас корольЯланғас король
Яланғас король

        Урта быуаттарҙан алып беҙҙең көндәргә саҡлы бер лаҡап килеп еткән. Йәнәһе лә, тәхеткә бисмиллаға менеп ҡунаҡлаған королдең өҫ-башын үлтереп маҡтайҙар икән, тик алдашыуҙың ни икәнлеген әлегә белмәгән, алдыҡ-хәйләнең асылын аҙағынаса төшөнмәгән, ҡылйыуғыслыҡтың мәғәнәһен аңламаған саф күңелле бер бала ғына уның яланғас икәнлеген әйтергә батырсылыҡ итә.

  Көләмәсте хәтерләткән лаҡапҡа ла ҡайһы саҡ тел менән тылҡыу кәрәкмәгән, уратып һуҡтырған тәрән кинәйә һалына. Бөгөн дә бит халыҡ бәғзе хакимдарҙы эшенән төшөрөп ташлаһалар уны шартлы рәүештә сисендереп, инәнән-тыума ҡалдырып, тиргәргә керешеп китә.

  Быуаттар алмашынһа ла әҙәм балаһының булмышындағы сәйер холҡо үҙгәрә һалып бармай шул. Юғары урынға үрләтелгән берәй түрәне ян-тирәһендәге ярамһаҡ ярандары урынһыҙ ололарға керешеп китһә, мин уның бер килеп яланғас тороп ҡалыр көнөн күҙ алдына баҫтырам. 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас