АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
23 Августа 2022, 03:50

Ҡунаҡсыллыҡ

           Был юлы мин беренсе булып сәләмләнем:       - Әйҙүк, һөйләмәй генә йөрөйһөгөҙ, бик тә ваҡытлы килдегеҙ!

ҠунаҡсыллыҡҠунаҡсыллыҡ
Ҡунаҡсыллыҡ

     Яңы ғына өйләнешкән саҡ. Иртәнге сәйгә ултырғайныҡ ҡына, асыҡ ишектән сәләмләү ишетелде: “Һаумыһығыҙ, туғандар!” Уңғансы тәбәнәк кенә ир кешенең тере-мек һыны ишек ауыҙында пәйҙә булды. Ҡатыным урынынан ҡупты ла килеүсене әйҙүкләп түргә ҡунаҡлатып уҡ ҡуйҙы. Тикмәгә түгел! Әмәл юҡ, мин дә таныш түгел ке-шегә иғтибар, ихласлыҡ күрһәтергә тырышып эргәһенә ултырып хәл-әхүәл һораша башланым. Тиҙ арала өҫтәл һый менән тулды. Иргәйел йәйелеп ултырып тәғәмләнә башланы, уртын тултырып уныһын-быныһын упылдап ашай, шул арала ҡойолдороп хәбәрен дә һөйләп өлгөрә. Ситтән килгәнде сәй менән генә алдаштырып булмай бит инде, аш һалып ебәрҙек, тиҙҙән мунса ла өлгөрҙө. Ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәс күрһәтәйем инде, тип, быны эләүкәгә йәйелдереп һалып әйләндереп-тулғандырып са-бындырып та алдым, әйҙә, рәхәтләнһен, кемдең кем икәнлеген белһен! Ҡыҙара-бүртеп, муйынына һалынған таҫтамалға тирләгән биттәрен, маңлайын, муйынын ҡор-ота-ҡорта сәй һемергән хөрмәтле ҡунағыбыҙ һуңғы сиктә беҙгә һуғылыу сәбәбен аңлатты:

       - Эрәхмәт инде, ҡана һуң һәр кем һеҙҙең ише ҡабул итһә… Мин коммерсант, ауылдар буйлап сауҙа итеп йөрөйөм. Сәй һатам, алмайһығыҙмы?

    Тегене оҙатҡандан һуң аптырашып ултыра инек, иң беренсе булып ҡатыным ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башланы:

       - Туйға килмәгән ҡайнаға беҙгә килгән икән, тип йөрөйөм тағы…

      - Шул саҡлы ла эләгеп-йығылып өлтөрәгәсең мин дә уны әлегә күрмәгән һинең еҙнәйең икән, тип ҡабул иттем…

    Шул мәлдә тыштан ҡатын-ҡыҙ сәләмләүе ишетелде:

      - Һаумыһығыҙ, туғандар!..

    Төн йөҙөндә кем йөрөй тағы?! Ҡоҙағый уҡ булмаһа ла моғайын да был әлегә мин күрмәгән ҡайынбикә, ҡайынеңгә, йә берәй балдыҙҙыр… Теләйһеңме-юҡмы ҡундырып сығарырға тура килер…

      Был юлы мин беренсе булып сәләмләнем:

      - Әйҙүк, һөйләмәй генә йөрөйһөгөҙ, бик тә ваҡытлы килдегеҙ!

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас