Атайсал
23 Августа 2022, 12:01

Мин урыҫса белмәйем!

 - Мин башҡорт төркөмөнә барам тигәс, барам. Яҙмаһағыҙ ҙа шунда барып ултырам!        - Ни сәбәптән?!        - Сәбәбе шул – мин урыҫса белмәйем!           

Мин урыҫса белмәйем!Мин урыҫса белмәйем!
Мин урыҫса белмәйем!

        Яҙыусылар ойошмаһында эшләгән саҡта миңә Рауил Бикбай таң менән шылтырата:

       - Хәйҙәр, һаумы! Миңә Зиннур Ғөбәйҙуллович кәрәк ине лә, әле ул эш урынында түгел икән. Минең мәсьәләне урынбаҫарҙарынан тағы ла кем хәл итә ала?!

       - Чернов инде, башҡа кем булһын! – Шулай тинем дә уның телефон номерын атаным.

      Бер аҙҙан Рауил ағай ҡабаттан шылтырата:

       - Һин миңә кемдең номерын яҙҙырҙың ул?

       - Семен Николаевичтыҡын.

       - Ғәжәп хәл, ул башҡортсаны ҡара башҡорттан да шәберәк белә лә баһа, әңгәмәләшкән мәлдә исмаһам бер рус һүҙен ҡулланһасы, ҡыҫтырһасы, тәмләп кенә, урын-еренә еткереп үҙебеҙсә аралаша. Ҡайһы берәүҙәргә әйтәм әле, Сибай институтына Семен Николаевичҡа барып нисек итеп һөйләшергә өйрәнеп ҡайтһындар.

       Бер тапҡыр БСТ-ла икәүләп Сибай ҡалаһы исеменән тапшырыуҙа ҡатнашып ҡайттыҡ. Бик күптәр белмәгән, ҡулланмаған, хатта аңлап етмәгән башҡорт һүҙҙәрен урынлы ҡулланып, ҡойоп ҡына һөйләй был. Шунан тапшырыу барышында китте һоҡланыулы шылтыратыуҙар!

        Семен Николаевичҡа бәйле бер ҡыҙыҡ хәл дә хәтерҙә.

        Ул Сибай педагогия училищыһына уҡырға ингән. Тик бына бәлә, уны нишләптер рус төркөмөнә яҙып ҡуйғандар. Йәш студент киткән училищы директоры Мәмбәтҡоловҡа ҡабул итеүгә. Бәҙри Мөжәүирович республикала бик билдәле шәхес, һуғыш ветераны өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, талантлы педагог. Ҡабул итеү бүлмәһендә кеше бик күп ти. Семен оҙаҡ көтөп ултырып булһа ла ингән директорға.

       - Һаумы, егет, ни йомош?!

       - Мине яңылыш рус төркөмөнә яҙып ҡуйғандар.

       - Тәк, аңлашылды. Нисек инде яңылыш? Фамилияң?

       - Чернов.

       - Исемең?

       - Семен.

       - Атайыңдыҡысы?

       - Николай.

       - Башты ҡатырып йөрөмә, рус төркөмөнә бараһың.

      Йомошон йомошлай алмаған Семен иртәгеһен ҡара таң менән кабинеттың ишек төбөндә директорҙы көтөп тороп йәнә инә.

       - Мине башҡорт төркөмөнә яҙығыҙ инде. Үтенәм!

       - Фамилияң?

       - Һуң кисә әйттем дә баһа!

       - Ә һинме ни әле был, Белов, әйттем бит бер тапҡыр, рус төркөмөнә бараһың!

       Ошондай хәл көн барышында бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

       Һуңғы ингәнендә иламһыраған Семен ҡәтғи итеп былай ти.

       - Мин башҡорт төркөмөнә барам тигәс, барам. Яҙмаһағыҙ ҙа шунда барып ултырам!

       - Ни сәбәптән?!

       - Сәбәбе шул – мин урыҫса белмәйем!

 

        

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас