АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
22 Август 2022, 04:42

Һыйыр хаҡында йыр

       Кис етһә гел ҡарағусҡылланған асманға күҙ талдырып бағам, унда әсәйем Йондоҙон нурҙан үрелгән бау менән етәкләп, Ҡош Юлы буйлап ожмах ҡапҡаларын си-ратлап ҡағып йөрөп ята һымаҡ...

Һыйыр хаҡында йырҺыйыр хаҡында йыр
Һыйыр хаҡында йыр

     Бесән осоронда ормаһарҙан ауылдашымды ҡыҙҙырып ташланым:

       - Йәй йәмен күрмәй, ҡырҙан ҡайтып инмәй, ал-ял белмәй бесән сабаһығыҙ! Тотоноғоҙ шул һыйырығыҙҙы! Сығым-килем йәһәтенән ҡарағанда үҙен аҡламай хәҙер мал тотоу, тимәк буштан-бушҡа, бер файҙаһыҙға бил бөгәһегеҙ булып сыға!

       - Һуң ҡайҙа ғына итәйек һәүкәшебеҙҙе?! Аҫрай, баға торғас күнегеүҙән ғәйре уны ғаилә ағзаһылай күреп эҫенеп бөткәнбеҙ, муйынына бысаҡ һалырға ҡулыбыҙ бармай, һис юғында хаҡ бесеп мәшәҡәтләнмәй генә берәйһенә тоттороп ебәрер инек тә, кемдең ҡулына барып эләгә бит әле, шуныһы ауыр мәсьәлә, - тип яуапланы сыбыҡ осо ҡустым.

      Бер ҡатлылар психологияһы, мал йәнлелек!

      Тәпәй баҫҡан тупраҡтан айырылып ҡатлы йорттоң бейегенә менеп ҡунаҡлағас мин дә, ана ҡайһылай, ҡаласа, тар, мәғәнәһеҙ фекер йөрөтә башлағанмын! Мал йәнлелек, тигәндәй, ошо һүҙбәйләнеш әҙәм балаһының ҡылыҡ-фиғелен  байытыр миһырбанлыҡ, шәфҡәтселлек, кешелеклелек төшөнсәләренә барып ялғана. Ҡана ла һуң ундай күркәм холоҡлолар күберәк булһа?! Ул саҡта йыртҡыслыҡ, хайуанлыҡ күренештәре көнитмештә  һирәгерәк осрар ине, бәлки.

      Һыйыр алыҫ Һиндостанда ғына изгеләрҙән-изге иҫәпләнмәй, төптәнерәк уйлап ҡараһаң ул да ҡасандыр беҙҙең муллыҡ, байманлыҡ билдәләренең береһе ине. Көтөүлектәрҙә йәйрәгән малдың бихисап, ферма һарайҙарының лыҡа тулы сағын әйтеүем. Төпкөлдә көн иткәндәрҙең ашаулығын бөгөн дә аҡтан-аҡ ризыҡһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ауыл ерендә бит борон-борондан ваҡыт бөтөнләй икенсе үлсәм юҫығында: “көтөү ҡыуғас”, “көтөү  ҡайтыр алдынан”, “һыйыр һау-ғас”, “һөт айыртҡандан һуң”... Һүҙҙең рәт-сүрәтен белмәгән ҡаланан килгән берәй белекһеҙ аптыранып ҡалған хәлдә лә тәбиғәт балаһы айыра шуны, яңылышма-йынса, сәғәтенә, хатта минут-ына ҡәҙәр тап килтереп теүәл билдәләй ала! Бер халыҡ артисы менән әңгәмәләшкәндә ул һүҙ ыңғайы әйтә ҡуйҙы:

       - Райондар буйлап гастролдәргә сығырға йыйынып йөрөлә.

       - Концерттарыңды сәғәт нисәгә ҡуяһың ғәҙәттә?

       - Билдәле инде, халыҡ бесәндән ҡайтып, көтөү ҡаршылап һыйырҙарын һауғас...

    Ауыл малайҙары булараҡ аңлаштыҡ шулай.

        Бала саҡтың  иң матур, хәтерҙә ҡалған күренеше шул: таң менән йоҡонан күҙҙәреңде тырнап асаһың да ҡулыңа көрөшкә эләк-тереп ялан кәртә яғына йүнәлә-һең, ә унда биҙрәгә һөттөң гөбөрләп ағылған тауышы ишетелә. Һыйыр күҙҙәрен йомоп рәхәтләнеп көйшәй, ә мамыҡтай һөт күбеге ҡалҡа бара, ҡалҡа бара. Әсәйҙең һауыт-ыңа ҡойоп биргән йылымыс һөтөнән тәнеңә йылылыҡ, яҡтылыҡ аҡ-лыҡ һәм паклыҡ тарала...

       Беҙҙең дә ҙур ҡашҡалы Йондоҙ ҡушаматлы шауҡал һыйырыбыҙ бар ине. Ҡаҡса, эре һөйәкле булғас тәү ҡарашҡа күрмәлекһеҙ, күтәртергә йыйынған малға тартым күренә, әммә аҡыллы, әсәйем мал йәнле булһа, быныһы инде  кеше фиғелле, һөйләшеп, һүҙ ҡушырлыҡ рәт-самаһы ғына юҡ. Уның ҡарауы барлыҡ һиҙгер зиһене төпһөҙ  күҙҙәрендә сағыла. Оло көтөүҙе эйәртеп һәлмәк, ҡабаланмай баҫып гел алдан төшә, беренсе булып, һөткә тиртеп тулышҡан еленен талғын бәүелтеп ҡайтып инә. Унда-бында ташланып, ситкә тартып мөстәнләнмәгәс көтөүсе лә һыйырыбыҙға ҡатырғанмай, сыбыртҡыһы менән киҙәнмәй. Әсәйем дә ашар-эсерен алдан хәс-тәрләп ҡунаҡ ҡаршылағандай ҡапҡа тышына уҡ сығып баҫып уны ҡаршы алып тора.

       Мин Армияла саҡта әсәйемдән хат килһә ул иң башта һыйыры хаҡындағы оҙон-оҙаҡ хәбәрҙән һуң ғына ауылдың башҡа яңылыҡтарына күсер ине. 75-се, ҡоролоҡ йылы хәл-әхүәлде гел бер төрлөрәк башланы: “Сабынлыҡта семтем бесән үҫмәне быйыл. Көн һайын ураҡ менән сауҡа араларын, ағас төптәрен урып алып ҡайтам. Йондоҙҙоң тамағы ас  ҡалмаһа нисек тә бирешмәҫбеҙ әле...”

      Хаттарының береһендә былай тип тә яҙҙы: “Ғүмерҙә булмаған хәл, Йондоҙ бүлексә баҫыуына төшкән! Әбйәщик Рафайыл ағайың ашлыҡты тапаған малды һарайға шартлатып бикләгән дә беҙҙекен өй-гә ҡыуып алып килгән. - Был ни хәл, апай? - тип аптырай.   - Икебеҙҙә лә ғәйеп, - тип яуапланым, - бөгөн иртән онотоп ашлы һыуын ашатмай ебәргәйнем шул, ҡоромағыр, һөйләшермен, аңлатырмын, инде был боҙоҡлоҡ ҡабатланмаҫ!”

       Өйләнгәс әле, кәләшем һыйыр һауыр мәлдә беләгенә биҙ-рәһен элгән дә күрше ҡатын менән һыу буйы һүҙгә төшөп киткән. Көтөп арыған Йондоҙ уның эргәһенә килде лә мороно менән бөйөрөнә ҡағылғайны быны  аласыҡтың асыҡ ишегенән күреп ҡалған әсәйем иҫ-кәрмәһен яһай һалды: “Артыҡлап тотҡарланма әле, килен, ана бит Йондоҙ һауа һал, тип сабырһыҙлана! ”

       Хәҙер шулай өйрәнгәнмен, шулай ғәҙәтләнгәнмен, әсәйемде гел шул һыйыры менән йәнәш ҡуйып күҙ алдына баҫтырам. Уларҙы айырыу мөмкин түгел. Мине гел бер сетерекле һорау ҡыҙыҡһындыра, ожмахҡа икешә-рләп индерәләр микән?  Әгәр ундай хилафлыҡ рөхсәт ителмәһә моғай-ын да әсәйем һыйырын ҡалдырып, тегеһе хужабикәһенән айырылып йәннәткә аяҡ баҫмаҫ!

  Кис етһә гел ҡарағусҡылланған асманға күҙ талдырып бағам, унда әсәйем Йондоҙон нурҙан үрелгән бау менән етәкләп, Ҡош Юлы буйлап ожмах ҡапҡаларын сиратлап ҡағып йөрөп ята һымаҡ...

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас