АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
18 Августа 2022, 09:36

Һандыҡ

       Бөгөн һандыҡ иҫемә килеп төшһә уйлап ҡуям, баҡтиһәң ул нәмә ябайҙың ябайы булған икән дә баһа, ә бына күңел байрамдарын Сәлимә инәй ойошторған. Башҡа-ларҙы хайран иткән, һоҡландырған мөғжизә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, уны кеше тыуҙыра.

ҺандыҡҺандыҡ
Һандыҡ

      Сәлимә ҡарсыҡтың һандығы булды. Асыҡ зәңгәр төҫкә буялған, көмөш төҫөндәге маҡбал менән семәрләнгән, йәш сағында инәйгә бирнә менән эйәреп килгән, йоҡа ҡарағас таҡтанан ҡоршалған ыҡсым ғына һандыҡ. Өҫтөнә ҡорамыш, буй юрғандар, һуғылған балаҫтар өйөлгән, ҡабырғалары сигеүле һөлгө менән ябылған күркәм ҡар-алты урындыҡ түрен биләне, биҙәне.  Беҙ бала саҡта әйенселәп, йә берәй һылтауын табып барып инәбеҙ ҙә шунан сыҡҡан тәмлекәстәр менән һыйланабыҙ. Тумалаҡ манпасыйҙы уртыма ҡыҫтырған ыңғайы фекер төйнәп ҡуям: “Мының эсе тулы кәнфиттер!..” Икенсе барғаныбыҙҙа  инәйебеҙ “төпһөҙ ҡоҙоҡ”тан уйынсыҡтар алып тарата. Йәнә башымда хыялый уй сыуала: “Моғайын да был һандыҡ төрлө уйынсыҡтар менән нышып тултырылғандыр...” Ҡытай сиреүендәй күмәк балаларҙың һәммәһенең ты-уған көнөнә етерлек бүләктәр ҙә теге ерҙә һаҡлана икән дә баһа!. Донъяның байлыҡтарын үҙенә һыйҙырған ҡот сығанағы булды ул. Ағинәйҙе ерләшергә барғанда тағы шуны белдем, һанһыҙ ниғмәттәрҙең иң аҫтында инәйебеҙҙең ожмахҡа юлланғанда кейергә әҙерләгән кәфенлеге лә ятҡан...

   Бөгөн һандыҡ иҫемә килеп төшһә уйлап ҡуям, баҡтиһәң ул нәмә ябайҙың ябайы булған икән дә баһа, ә бына күңел байрамдарын Сәлимә инәй ойошторған. Башҡа-ларҙы хайран иткән, һоҡландырған мөғжизә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, уны кеше тыуҙыра.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас