Атайсал
17 Августа 2022, 06:23

Йәлләү

       Шуны йәлләп илайым. Нисәнсе тапҡыр ул төшөмә инә. Бына мин үлеп китермен дә шул бала барыр еренә барып етә алмай минең менән китер. Шуныһы үк-енесле…

ЙәлләүЙәлләү
Йәлләү

        Ауылда медпунктта эшләгәндә яман шеш менән яфаланыусы, көнө түшәккә ҡа-лған бер апайға көнөнә ике тапҡыр барып һыҙланыуҙы баҫа торған укол ҡаҙай торғайным. Апай хәле үтә мөшкөл булыуға ҡарамаҫтан бирешергә теләмәй, үҙен сабыр тота. Мәгәр бер барғанымда туҡтай алмай түгелеп илай ине. Янына ултырып тынысланғанын көттөм. Сиренә көйәләнеп илай икән был, тиһәм әлеге мәлдә уның ғәме икенселә икән дә баһа. Ул күҙ йәштәрен ҡоротҡас былай тине:

       - Ете йәшлек етем ҡыҙ бала өләсәһенең хәйергә төшкән аҡсаһын усына йомоп кейергә хыяллаған мәктәп формаһы һатып алырға тип йәйәүләп күрше ауылға китеп бара, әммә һаман барып етә алмай. Шуны йәлләп илайым. Нисәнсе тапҡыр ул төшөмә инә. Бына мин үлеп китермен дә шул бала барыр еренә барып етә алмай минең менән китер. Шуныһы үкенесле…

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас