Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Август 2022, 10:52

Урыны ҡала...

       Рәнйеү ошо тутыҡҡан ҡаҙау менән бер бит ул, күңелдән алып ырғытһаң да бөтәшмәҫлек булып урыны ҡала…

Урыны ҡала...
Урыны ҡала...

       Балта оҫтаһы Ғаяздың ҡатыны Фәрхәнә ғүмере буйы ирен яңғыҙаҡ ҡатындарға көнләне, шул арҡала ғаиләләрендә йыш ҡына талаш-тартыш ҡуба. Ә ағайҙы яҡшы беләм; эшсән, ипле, итәғәтле кеше, тиктомалдан тағылған йөрөмтәллек йәрлеге лә ышандырып етмәй, ҡырын ғәмәл-хилафлыҡты һәммәһе лә ус төбөндәгеләй асыҡ күренгән-сағылған ауыл мөхитендә йәшереп-боҫороп ҡалыу мөмкин түгел.

     Ферма янынан үтеп барһам мал һарайын ремонтлаған Ғаяз төшкө аш мәле етһә лә һаман да ҡайтмайынса эш урынында уныһын-быныһын эшләп мөштөрҙәп йөрөй. Эргәһенә барып түмәр ҡырҡындыһына һаҡтым. Теге лә яныма ултырып ҡабаланмай ғына тәмәке ҡабыҙҙы. Ауыҙына һыу уртлағандай быҫҡый, ваҡыт-ваҡыт ауыр көр-һөнөп тә ҡуя. Күренеп тора, кәйефе юҡ шыпа.

       - Әбит мәле лә баһа, ағай, тәғәмләнеп алһаңсы?

       - Тамаҡҡа аш үтмәй бит әле, ҡустым. Тағы урынһыҙға тәмһеҙләштек, сәбәбе билдәле…

    Уңғансы алыҫтағы тыҡрыҡ ауыҙына яр биреһеләй ярпайып баҫҡан еңгә беҙҙең яҡҡа ҡарап ҡул болғап һөрәнләне:

       - Атаһы, ништәп ығышаһың унда тағы, бынағайыш, ҡайт, ашым һыуына ла баһа! – Бер аҙҙан ғәфү үтенгәндәй өҫтәне. - Ярай, биғәйбә, үпкәләмә, был юлы ла хаҡлы түгелмен. Онот.

       - Беҙҙең талаш гел шулай бер төрлө тамамлана. - Ғаяз тамағына тығылған төйөрҙән ҡотолорға теләгәндәй  көсәнеп тамағын ҡырып алды ла тороп, ҡулына ҡыпһы-уыр эләктереп, тишектәр сыбарлаған бағананан яртылаш бөгәрләнгән ҙур ҡаҙауҙы һурып сығарҙы. - Рәнйеү ошо тутыҡҡан ҡаҙау менән бер бит ул, күңелдән алып ыр-ғытһаң да бөтәшмәҫлек булып урыны ҡала…

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков