Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Август 2022, 09:52

Хан менән мосафир

       Ә һеҙҙең тар ханлығығыҙ, баҙға йәшергән байлығығыҙҙан башҡа бер нимәгеҙ ҙә юҡ бит!..

Хан менән мосафир
Хан менән мосафир

       Бөйөк хан ил гиҙеүсе мосафирҙы янына саҡыртып алған да:

       - Бына бит, бер килеп, барына шөкөр итеп ил гиҙгән ярлы бәндә менән дә осрашырға яҙҙы! - тигән.

       - Мин дә ниһайәт үҙемдән дә ярлы кешене тап иттем юлымда! – тип яуап ҡайтарған ҡунаҡ.

       - Тотош ханлыҡҡа хужамын, өйөр-өйөр малдарымдың, һандыҡтарҙағы алтын-көмөштөң иҫәбе-хисабы юҡ, ә һин йолҡош, мине фәҡирҙәр иҫәбенә керетәһең! – тип үпкәләгән хан.

       - Бәхәс юҡ, әйткәндәрегеҙҙә дөрөҫлөк бар, тип яуаплаған мосафир. – Тик һеҙ бер нимәне генә хәтерегеҙҙән сығарҙығыҙ, мин түшәгем иркен дала, яҫтығым ҡая таш, йортомдоң түшәме һанһыҙ йондоҙҙар емелдәгән сикһеҙ йыһан, аҙыҡты миңә тәбиғәт бирә, һыуҙы ла затлы сынаяҡтан түгел болондарҙан йүгергән саф шишмәнән ятып эсәм. Тағы ла юлдаш итеп һәр ваҡыт йөрәгемдә Аллаһты йөрөтәм. Ә һеҙҙең тар ханлығығыҙ, баҙға йәшергән байлығығыҙҙан башҡа бер нимәгеҙ ҙә юҡ бит! – тип яуап биргән мосафир.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков