АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Август 2022, 09:03

Драстуйте! Приходите!..

       Ҡайтһам юғарыға ҡарайым, унда болот-өләсәйем ап-аҡ булып ҡабарып, мине, шул иҫәптән һәммәһен дә төйәгебеҙгә ихласлап саҡыра төҫлө: “Йылы алып китергә ҡайттыңмы балам!?. - Шунан ҡалғандарға урыҫсалап мөрәжәғәт итә - Драстуйте! Приход-ите!..”

Драстуйте! Приходите!..
Драстуйте! Приходите!..

       Өләсәйем кендек әбейе ине. Ауыл балаларының тотошо уҡ булмаһа ла яртыһынан күбе моғайын да иң әүәл уның йылы устарына ятҡандыр. Шуға ла уға бөтәһе лә “әсәй” тип яратып өндәште. Аныҡ беләм, ул да мине яҡты донъяға ҡабул итеп алған. Өҫтөндә гел киң итәкле аҡ күлдәк булды, башына ла яҙып шул төҫтәге яулыҡты ябынды. Ҡайһы саҡ уны аҡ өрпәк болотҡа ла оҡшатып ҡуя инем. Ғүмере буйы ауылдан ситкә сығып йөрөмәгәнлектән урыҫса тик ике генә һүҙҙе белде: “драстуйте”, “приходите”.
       Ауылыбыҙ бейек тау битләүендә ята, шуға уға үткенсе болоттар ҙа һағып, яғылып барыусан. Ауылымда мине ҡаршы алырлыҡ яҡындарым ҡалманы хәҙер; әсәйем дә, апайҙарым да юҡ яҡты донъяла, япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Ҡайтһам юғарыға ҡарайым, унда болот-өләсәйем ап-аҡ булып ҡабарып, мине, шул иҫәп-тән һәммәһен дә төйәгебеҙгә ихласлап саҡыра төҫлө: “Йылы алып китергә ҡайттыңмы балам!?. - Шунан ҡалғандарға урыҫсалап мөрәжәғәт итә - Драстуйте! Приходите!..”

Автор:Хайдар Тапаков