

... Нисәнсе көн инде, үпкәмә һалҡын алдырып, госпиталь карауатында аунайым, нисәнсе көн ауыҙыма тәғәм ризыҡ ҡапҡаным юҡ. Күҙгә күренмәҫ көс мине постелгә ҡаҙаҡлап ҡуйған, ҡуҙғалырға ла әмәл юҡ, әйтерһең тимер ҡоршау ике сикәмде ҡыҫа.
Иптәштәр килеп хәлде һорашып торалар, йыуаталар, тиҙерәк һауығыуымды теләйҙәр, тик бер ҙә генә алға бара алған юҡ әле, хәлем көндән көн насарлана бара.
Тышта ла минең уйҙарым кеүек күңелһеҙ көн. Ҡурғаш һымаҡ ауыр ҡара болоттар, күк йөҙөн ҡаплап, бөтә донъяны иҙерҙәй булып түбән һалынғандар, йәнде өшөтөп ваҡ ямғыр һибәләй Ҡаршы яҡ тротуар ситендә үҫкән яңғыҙ тирәк шашып шаулай, әйтерһең ул яңғыҙлығына әсенә. Мәрхәмәтһеҙ көҙгө ел, тирәкте төбө-тамырынан йолҡорҙай булып, тирә-яҡҡа сайҡай, хәленән килмәгәс, уның һуңғы япраҡтарын аяуһыҙ йолҡоп ала ла, әсе көлөп, уларҙы һауала елгәрә, унан уйынсыҡтары менән уйнап туйған бала шикелле еүеш япраҡтарҙы кире ергә ырғыта. Ямғырҙан ҡасып ҡаршылағы өйҙөң ҡыйығына боҫҡан пар күгәрсен бер-береһенә һыйынышып тынып ҡалған...
Шулай ята торғас, бөтөнләй ойоп киткәнмен. Ҡолағыма алыҫ-алыҫтан ҡурай тауышы ишетелде...
Өнөммө был, төшөммө, әллә ҡолағыма ғына сағыламы? Һаташаммы әллә?.. Тын алырға ла ҡурҡып ята бирәм. Бына ҡурайға йырсының көслө тауышы ҡушылды:
Йырла егет, киреп киң күкрәгең,
Яңғыратып Уралдың буйҙарын...
Сихри моң күңел ҡылдарына һаҡ ҡына ҡағылды ла тыйып торғоһоҙ йыр шишмәһе булып тирә-яҡҡа таралды. “Һандуғас” бит был! Бала саҡтан көйләп үҫкән тыуған ерем моңон өнөмдә ишетәм!
Урынымдан тороп ултырҙым. Радионан һорауҙар буйынса концерт тапшыралар имеш. Ә палатала бер кем дә юҡ. Донъямды онотоп йыр тыңлайым.
... Йәш йөрәккәйеңдән сыҡҡан йырҙар,
Дәртләндерһен Уралдың улдарын...
Илаһи моң күңелемде арбаны, ысынбарлығымды солғап алып, үҙенең сәңгелдәгендә тирбәтте. Мул һыулы Һаҡмарым, бала саҡта тәпәй атлап үҫкән бәпкәле ауылым һуҡмағы күҙ алдыма килде, тыуған яғымдың шифалы һауаһы танауыма бәрелгәндәй булды.
Ҡасан ишеттем әле тәү тапҡыр ошо йырҙы! Хәтеремдә: бәләкәй инем әле, әсәйемә эйәреп Өфөнән килгән артистәрҙең концертын ҡарарға барғайным Уларҙың шаян йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен яратып ҡараныҡ. Шунан конферансье башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас” ты иғлан итте. Сәхнәгә олпат кәүҙәле, оло уҡ йәштәрҙәге ағай сығып баҫты. Быр артистең нисек йырлағанын әллә ни хәтерләмәйем, тик ул йырлағанда залда шылт иткән тауыш та юҡ ине. Йыр тамамланғас кемдер: “Өҙә бит үҙәкте”, - тип уфтанып ҡуйҙы, йәнәшәләге апай, яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөрттө...
Халыҡ күңеленән сыҡҡан ғына йыр йөрәк түренән урын ала икән ул. Унан һуң күп, бик күп тапҡыр ишеттем мин ул йырҙы, минең өсөн ул тыуған яғымдың бөтә матурлығын үҙ эсенә алған моңға әүерелде. Ҡайҙа барһам, шул йырҙы көйләп йөрөр булып киттем.
... Йәйге иртәлә яланаяҡ ысыҡ ярып, туғай буйлап киләм. Алдымда - күктәргә олғашҡан Аҡтау ҡаяһы. Бына тырыша торғас, уның иң бейек еренә лә менеп еттем. Аҫта Әлмөхәмәт битләүен, Аҡтау ҡаяһын көмөш билбауға урап, саҡма таштарға бәрелә-бәрелә, сылтырап Һаҡмар аға. Әле иртә булғанлыҡтан, һыу өҫтөнә, әсәйемдең иртәнге һауған һөтө һымаҡ, ҡуйы аҡ томан ятҡан, тау битләүҙәрендә үҫкән суҡ ҡайындар, һомғол уҫаҡтар, меңйәшәр ҡарағайҙар таңғы тынлыҡта ойоп, йоҡомһорап ултыра. Ҡояш сыҡмаған әле, шулай ҙа Ҡаулан һырты алһыулана башлаған инде, бына-бына ул тауҙар артынан йылмайып килеп сығыр ҙа тирә-яҡты алтын нурҙарға маныр. Һауа шундай саф, әйҙә рәхәтләнеп һула ла һула. Ә минең өҫтә икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр сатыр. Яҡында ғына ҡыуаҡлыҡта, баянан бирле һандуғас сутылдай, бәләкәй генә ҡошсоҡ та шул тиклем моңдо үҙенә һыйҙыра алыр икән!
Әлеге ағайға оҡшатып, ҡоласымды йәйеп йырлап ебәрәм:
Ҡайҙа ла ғына һайрай һандуғас,
Һыу буйҡайҙарында, туғайҙа...
Минең йырымды ҡаялар эләктереп алдылар ҙа ҡеүәтләгәндәй ҡабатлай башланылар:
- Һыу буйҡайҙарында, туғайҙа...ғайҙа...ҙа...
... Бына йыр палатала бер аҙ яңғырап торҙо ла бөтөнләй тынып ҡалды.
- Иптәш, был ниндәй йыр булды әле? - тигәнгә әйләнеп ҡараһам, минең менән йәнәшәлә ятҡан егет эргәмә үк килеп баҫҡан. Уның палатаға ингәнен дә, минең менән йыр тыңлап торғанын да абайламағанмын.
- Ә былмы... Тыуған яҡ моңо ул, иптәш.
Мин иң нескә уй-тойғоларымды ошо һүҙҙәр менән генә аңлаттым. Икенсе һүҙҙәр менән әйтһәм, ул минең уйҙарымды бөтә тәрәнлеге менән аңлай алмаҫ ине, бәлки.
Ә күңелем һаман йырлай ине, башымдың ауыртыуы ла баҫылған һымаҡ, тәнем дә янмай, күңелде өйкәгән шомло уйҙар ҙа юҡҡа сыҡҡан.
Тәҙрәгә яҡын килдем. Тышта ла ел баҫылған. Болоттар араһынан көҙгө ҡояш йылмайҙы. Тереклеккә күпме генә йылылыҡ кәрәк тиһең.. Ана бит яңғыҙ тирәк тә ботаҡтарын киреп, нисек ирәйеп ултыра, ә күгәрсендәр ҡайһылай ашҡынып, ҡояшҡа ҡарап ынтыла.
Рәхмәт һиңә, тыуған яғым, мәңге ҡартаймаҫ илаһи моң тыуҙырғаның өсөн! Һин миңә моңоң менән йән бирҙең, йәшәүгә көс уяттың, моңоң менән алыҫ бала сағым хәтирәләрен алып килдең. Рәхмәт һиңә!
Әҙәби осрашыуҙар мәлендә миңә бик йыш ҡына бер һорауҙы бирәләр: "Ағай һеҙ ҡасан яҙыусы булып киттегеҙ әле?" Улайға уҡ китһә, яҙыусы булып китмәйҙәрҙер, яҙыусы булып тыуаларҙыр ул. Шулай ҙа...
70-се йылдар аҙағында ошо новелланы яҙҙым да "Совет Башҡортостаны" гәзитенә ебәрҙем. Шунан ҡунаҡ көткәндәй һәр гәзитте көтөп ала башланым, биттәрҙе аҡтарып ҡарай һалам: "Баҫырҙармы, юҡмы?" Сыҡты бит бер көн, бер һүҙен дә үҙгәртмәйенсә баҫҡандар! Ҡыуанысымдың сиге булманы, шул мәл үҙемде донъяла киң билдәле яҙыусы итеп тойҙом. Шаштырмайым, тап шулай булды! Тиҙҙән Марат Әбүзәровтан хат килеп төштө. Ул саҡта ул "Совет Башҡортостаны"нда махсус хәбәрсе булып эшләп йөрөй ине, аҙаҡтан "Ленинсы"ға, йәғни бөгөнгө "Йәшлек"кә баш мөхәррир итеп күсерҙеләр. Әҙәби һәләткә эйә шәхес ине ул, хатта бер драма яҙып сәхнәлә лә ҡуйҙыртты шикелле. Марат хатында минең новеллаға сикһеҙ ҡыуаныуын белдергән. Гәзиткә эшкә саҡырасаҡтары хаҡында ла ҡаға-һуға еткергән. Ысынлап та тиҙҙән районға мине эҙләп мөхәррир Мансур Әйүпов килеп төштө, райондың икенсе секретары Салауат Рәхмәтуллин менән Ҡәрйән йәйләүендә эҙләп таптылар. Салауат ағайҙың эйәреп йөрөүенең сәбәбе үтә лә ябай икән, бары бер төрлө һүҙҙәрҙе ҡабатлай: "Бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ, егет үҙебеҙгә кәрәк!" Шулай итеп Мансур Әнүәр улы ҡоро ҡул ҡайтып китте. Хәҙер уйлап ҡуям, шул саҡта башҡалаға юлланһам бөгөн кем булып йөрөп ятыр инем икән? Хәйер, һәр кем маңлайына яҙғанды ҡыуа инде ул. Шулай итеп иң беренсе сәсмә әҫәремдең бер өтөрөн дә үҙгәртмәй һеҙҙең хөкөмгә тәҡдим итәм, хөрмәтле уҡыусым! Ошонан аҙаҡ: "Ҡасан яҙыусы булып киттең?" тигән һорауҙы моғайын да бирмәҫтәр. Тыуған ерем минән яҙыусы яһаны, тиһәм моғайын да арттырыу, шаштырыу булмаҫтыр.