

Болгарияның үҙәгендә бәләкәй генә Габрово ҡалаһы бар. Бар донъяға ул үҙенең көләмәстәре менән билдәле. Уларҙы аңлау, ҡабул итеү өсөн шул ерҙә тыуып, шунда йәшәү кәрәктер, шуғалыр ҙа тегеләрҙең көләмәстәрен тыңлаһам уның нәғеҙен аңлап етмәйем, шыпа ла көлкөм килмәй.
Минең ауылымда ла мәрәкәсел халыҡ йәшәй. Ауылдаштарым кешене үпкәләтмәй генә шаяртып ебәрәләр, нескә юморҙы аңлайҙар, ябай ғына хәл-ваҡиғанан да ҡыҙыҡ уйлап сығаралар. Яңыраҡ класташым шылтырата: “Килеп сыҡ әле, беҙҙең лаҡаптарҙы яҙып алырға, юғиһә улар онотолоп бөтә, мәлендә теркәп барырға кәрәк!” Шуларҙы бер урынға туплап китапсыҡ сығарып ауылдаштарға бүләк итеү теләге лә йөрөй күңелдә. Әле шул ҡыҙыҡтарҙың бер нисәһен һеҙгә тәҡдим итмәксемен.
Иҫәнғолда йәшәгән еҙнәй менән апай яҙ башында, ҡырҙа һуйыр уйнаған мәлдә беҙгә ялға килеп төштөләр. Ҡунаҡ килеүен ишетеп ҡалған Риф ағайым йүгерә-атлай килеп етте лә хәбәрен һалды:
- Иртәгә төш мәлендә беҙгә һуйыр ашарға килегеҙ!
Киттек саҡырылған мәлдә матур итеп кейенеп. Барһаҡ яңы йоҡоһонан уянған ағайыбыҙ баҡса ултырғысында иртәнге ҡояшта ҡыҙынып йоҡомһорап китеп ултыра. Янына сүгәләгәйнек ул ғәйепле тонда аҡланды:
- Ҡәһәрең, иртәнсәк будильник ҡуйырға онотҡанмын, һунарға сығып булманы, шуға һуйыр ашау отменяется!
Арыһаң ҡал да ҡуй!
Ауылыбыҙҙан ете-һигеҙ саҡрым ерҙә Бараҡал йылғаһының буйында «Анносҡан» ҡаяһы бар. Атаманың килеп сығыуы үҙе бер тарих, уға туҡталып тормайым, һүҙем икенсе нимә хаҡында. Шул ҡаяның эргәһендәге туғайлыҡты бейек-бейек тауҙарға һылашҡан әҙәм үтмәҫлек шырлыҡ уратҡан. Нотфулла ағайҙың сабынлығы шунда. Ара йыраҡ булғас бесән осоро етһә Анносҡан аҡланының ҡырына ҡыуыш ҡороп, ҡатыны менән ҡуна ятып эшләйҙәр.
Бер көн атты яңы сабылған бесәнле арбаға бәйләп ҡуйып үҙҙәре ҡыуышҡа инеп маҙырап йоҡлап яталар икән былар. Таң алдынан томан баҫҡан йылға буйында айыу үкергән тауыш ишетелә. Ат үрәпсеп ушҡырып ебәрә. Нотфулла ағай ырғып тороп атына атланып алып сабып китә, хәтәр мәлдә бисә ҡайғыһымы?! Ә тегеһе теҙгенгә йәбешеп йәнәшәһенән етеҙ юрғалай, айыуҙан һуғылырға бер ҙә генә лә самаһы юҡ. Ир ғәзизен йәлләгәндер күрәһең, китә биргәс уны ҡайғыртып, эйелә биреп былай тип әйтә ти: «Файза, йүгерә барып хәлдән тайҙың бит инде, улайтып күпме ыҙаларға мөмкин, арыһаң ҡал да ҡуй!»
Һиңә мин атманым!
Был лаҡапты һунарсы дуҫым Әнүәр һөйләне, әллә ысын әллә буш.
Иртә таң менән Ураҙғол буйына ҡор ауларға киттек тә кистән үк барып хәстәрләп ҡуйған ҡыуышҡа инеп боҫтоҡ. Мин баҫыуҙың был башында, Рәшит ҡаршы яҡта. Игене һуғылһа ла ҡамылды әлегә һөрмәгәндәр, шуға ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан ем сүпләргә бында ҡорҙар йыйыласаҡ. Ята торғас абайлап ҡалдым - Рәшиткә арт яҡтан айыу яҡынлап килә бит. Ә юлдашым бер ни һиҙмәй ҙә күрмәй ҙә. Ни эшләргә, бәлә яҡынлауын ҡайһылайтып иҫкәртергә? Ни булһа ла булыр тип ҡорға тип яһаған яһ-ауымды айыуға тоҫҡап атып ебәрҙем. Ҡото алынған януар ҡыуышты емереп барып ауҙы. Үлемесле фажиғә янағанын һиҙеп өлгөргән Рәшит тә тороп йүгерә башланы, ә айыу бының артынан саба. Шартлауҙы ишеткән айыу һыпыртып ҡаса бит инде, ә Рәшит ул мине баҫтырып килә тип уйлай шикелле. Әҙерәктән хәле бөткән ҡотһоҙ һунарсы ҡайырылып инәлеүле ҡысҡырып ебәрҙе:
– Нишләп баҫтыраһың, һуң һиңә мин атманым да инде!