АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
12 Август 2022, 10:28

Һүҙ ҡәҙере

       Ә Зәйни менән Әсмә еңгәгә килгәндә яңыраҡ алтын туйҙарын үткәрҙеләр. Ярты быуат элек бер тапҡыр ғына әйтелгән алтын һүҙ йәшәтә уларҙы, донъяларын нур-лы һәм ҡотло итә!

Һүҙ ҡәҙереҺүҙ ҡәҙере
Һүҙ ҡәҙере

           Зәйни ағай туң фиғелле кеше. Уның һерелеге шунан ғибәрәт, һүҙҙе бер тапҡыр ғына әйтә һәм башҡаса ҡабатламай. Аңлаһаң аңла, төшөнмәйһең икән, уныһы инде һинең эш. Шул Туң Зәйни менән Әсмә еңгәнең сөкөрҙәшеүҙәрен сала-сарпы ишетеп ҡалдым:

       - Зәйни, һин мине яратаһыңмы у? - Ҡатындың иркәләнергә, һырпаланырға иҫәбелер.

       - Теге саҡ, өйләнгән йылы Һаҡмар ярында әйткәйнем дә баһа.

       - Нишләптер хәтерләмәйемсе…

       - Хәтерәмәҫкә ни, ул көндө боҙ ҡуҙғалғайны, йәнә һеҙҙең ала һыйырығыҙ быҙаулағайны. Шул мәл һеңдергәнсе төшөндөргәйнем дә баһа!

       - Эйе шу, әйткәйнең шу… - Еңгә үткәндәрҙе хәтерендә яңыртып аңшая биреп тора ла өҫтәп ҡуя. -  Шул биш былтырғы хәбәрҙе яңыртып әйтеп булмаймы тағы?

       - Кәнкритне бумай! - Ир өҙә һуға. - Һүҙҙе ике тапҡыр ҡабатлаһаң ҡәҙере китә уның, төҫө уңа.

       Беҙҙең йорттоң күрше подъезында бер ҡыҙ йәшәне. Был ҡуҫтарланып, биҙәнеп-яһанып Барби-ҡурсаҡ ише болконға сығып баҫһа аҫтан егете тамаҡ ярып һөрәнләй башлаған була:

       - Ты единственная моя! Люблю! Слышишь - люблю, люблю! - Көн һайын бер балыҡ башын сәйнәй, ялҡытып, күңелде болғандырып бөтөрҙө. Беҙҙе шулайтып йонсота, теңкәгә тейә торғас, ниһайәт, өйләнделәр былар… һәм ике ай үттеме-юҡмы айырылыштылар.

         Әйтелгән һүҙҙе ҡәҙерләй белергә кәрәктер, уны елгә елгәрергә ярамайҙыр, ҡыуанғанда ла сит-яттарға күрһәтмәй эстән ҡыуаныуың хәйерле, шатлығыңа күҙ тейеүе бар.

       Ә Зәйни менән Әсмә еңгәгә килгәндә яңыраҡ алтын туйҙарын үткәрҙеләр. Ярты быуат элек бер тапҡыр ғына әйтелгән алтын һүҙ йәшәтә уларҙы, донъяларын нурлы һәм ҡотло итә!

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас