Атайсал
9 Августа 2022, 04:42

Ҡабырға

       – Шунан, тип, сифатһыҙ ҡабырғанан яҡшы ҡатын-ҡыҙ әүәләп булмайҙыр ул. Шуны ғына әйтмәксе инем.

ҠабырғаҠабырға
Ҡабырға

       Өсәүләп ултырабыҙ. Эргәмдәге икәү генә үҙ-ара һөйләшәләр, ә мин бары һауа һуларға сыҡҡанмын, тегеләрҙең әңгәмәһенә ҡыҫылмайым. Сәстәре сыбыҡланған, йәмерәй бит-йөҙө ҡырылмаған, таушалған төҫ-башлы әрпеш ир эргәбеҙҙән үткән-һүткән ҡатын-ҡыҙҙы яратмай яманлай:

       - Ҡара әле анау бисәне ҡайһылайтып килешһеҙ итеп кейенеп алған булған, ә тегене күр, лыс буяҡ, сибәрмен, тип китеп баралыр инде. Анауһысы…

      Өлкән йәштәгеһе шуҡ йылмайҙы:

       - Ҡатын-ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ир кешенең ҡабырғаһынан яралтҡан, тигәнде ишеткәнең бармы?

       - Бар. Шунан?

        Һынамсыл ҡараш елдә елберҙәргә әҙер йоҡа кәүҙәне баштан-аяҡ үткәрҙе:

– Шунан, тип, сифатһыҙ ҡабырғанан яҡшы ҡатын-ҡыҙ әүәләп булмайҙыр ул. Шуны ғына әйтмәксе инем.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас