+13 °С
Ясно


Ир бала һуғышмайынса, танау ҡанатышмайынса үҫмәй бит инде ул. Бала саҡта сәкәләшеп китһәк еңелә башлаған берәйһе шундуҡ ҡурҡытып янай һала: “Атайыма әйтәм!” Яҡлау өмөт итер кешем булмағас шул һүҙҙе әйтмәҫ өсөн тештәремде ҡыҫып һуғышам һәм һәр саҡ өҫкә сығам. Ҡайһы саҡ туҡмалһам кеше күҙенән ҡасып шым ғына илайым. Шулай ғорур һәм еңмеш булып үҫтем.
Ҡурсалаусың булыу, кемгәлер арҡаланыу барыбер рәхәттер ул, хәҙер сәстәрем салланған көндә ауыр мәлдәр булып китһә бер аҙ еңеләймәҫме тип ғүмерҙә бер тапҡыр ҙа ҡулланмаған ошо һүҙҙәрҙе шыбырҙағым килә.