АТАЙСАЛ
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
7 Августа 2022, 04:01

Тыным тарыға!

       Был ни ғиллә – күҙ күреме ерҙә бер ағас үҫеп ултыра. Теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алған да былай тип бойорған: “Анау ағасты күрәһеңме, хәҙер үк ҡырҡып ырғыт, миңә иркенлек етмәй, тыным тарыға!”

Тыным тарыға!Тыным тарыға!
Тыным тарыға!

       Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай минең өсөн үтә яҡын кеше булды, бер-беребеҙгә гелән ағай, ҡусты мөнәсәбәтендә йөрөнөк. Өфөлә сағында хәл-әхүәлде һорашып-белешеп бик йыш шылтыратып ала, Сибай тарафтарына юлы төшһә туралап беҙгә килә. Бар һый-ниғмәтте алдына ҡуябыҙ, аҙаҡтан оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп тә ултырабыҙ. Йор һүҙле, мәрәкәсел кеше ине ағай, ябай ғына тормош күренешен дә нескә юмор менән көләмәскә әүерелдереп һөйләй тор-ғайны. Ырымбур тарафтарында тыуып үҫкәнгәме йәне һәр саҡ сикһеҙлеккә ынтылды, тартылды, кешеләргә лә күңеле киң. Бер нисә тапҡыр тау-урмандарҙан хасил тыуған яғыма барып әйләнергә лә димләп ҡараным, ә ул һәр саҡ мәрәкәләп баш тартты: “Ҡуй, урманың тар, унда һыя алмамдыр!” Ыңғайы бер шул тар-лыҡҡа бәйле һөйләгән көләмәсе лә хәтерҙә...
       Рауил ағайҙың йәйләп йөрөгән ҡартатаһы бер йәйләүҙән икенсеһенә күсенгән. Төн уртаһында ғына тәғәйен ергә барып етеп тирмә ҡорғандар былар. Йоҡо-һон туйҙырған ҡарт иртәнсәк торған да тирмәһенән сығып, ҡулын баш осона ҡуйып, уң яҡҡа ҡарап, һул яҡҡа ҡарашын ташлап икһеҙ-сикһеҙ даланы күҙәтеп тора икән. Был ни ғиллә – күҙ күреме ерҙә бер ағас үҫеп ултыра. Теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алған да былай тип бойорған: “Анау ағасты күрәһеңме, хәҙер үк ҡырҡып ырғыт, миңә иркенлек етмәй, тыным тарыға!”

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас