+25 °С
Ясна
Беҙҙең ауылда Ғәйшә әбей йәшәне. Үтә һәйбәт, ихлас, егәрле кеше ине, йәне йәннәттә булһын. Ул ҡара таң менән йоҡоһонан уяна ла ауылда иң беренсе булып мейес тоҡандырып ебәрә һәм урамға сығып ярпайып баҫып үткән береһен сәләмләгәндән һуң әйтеп ҡуя:
- Усағымды ҡабыҙҙым әле, тере икәнлегемде белһендәр!
Хәҙер бит заман башҡа, заң башҡа, иртән торам да бәйләнештәге битемде асып бер кәлимә фекер яҙып ҡуям һәм күңелемдән генә Ғәйшә инәйҙең теге саҡ әйткән һүҙҙәрен ҡабатлайым.