Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Июнь 2022, 13:00

Һалдат ашы тәмле була

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариатының йыйылма пунктында хәрби хеҙмәткә барыусыларҙы оҙатыу тантанаһы үтте. -Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм тыныслыҡ теләйбеҙ! Өйҙә һеҙҙе иң яратҡан, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ көтә. Ватанығыҙ алдында бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп, тыуған ергә имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр! -- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Һалдат ашы тәмле була
Һалдат ашы тәмле була

Тиҙҙән плацты тапаясаҡ 22 призывниктың туғандары һәм таныштары, тулҡынланып, йәштәрен һөртә. Егеттәр ҡаты һәм тотороҡло булырға тырыша, хәрби билет алырға теләгән егет ебеп ниндәй хәлдә лә ебеп төшөргә тейеш түгел.

Мәғлүмәт һәм фото Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев сәхифәһенән алынды.

Һалдат ашы тәмле була
Һалдат ашы тәмле була
Автор:Гульдар Кадаева