Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Июнь 2022, 12:25

Егеттәр китте әрмегә

Бөгөн иртә таңда Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районынан Рәсәй Хәрби көстәре сафына 17 егетте оҙаттылар.  Буласаҡ һалдаттарҙың Ватаны алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, тыуған ерҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Егеттәр китте әрмегә
Егеттәр китте әрмегә

1 апрелдә Рәсәй Президенты В.Путиндың яҙғы саҡырылыш тураһында приказы сыҡҡас башланған мөһим кампанияла беҙҙең төбәктән 109 йәш кеше әрмегә алынған. Шуларҙың 64-е -- Сибайҙан, 45-е Хәйбулла районынан.

Июнь-июль айҙарында хәрби комиссариаттан тағы 3 тапҡыр һалдатҡа оҙатыу сараһы ойоштороласаҡ.

Егеттәрҙең Ватаны алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, тыуған ерҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Фото Розалия ТУЛЫБАЕВА.

Автор:Гульдар Кадаева