0 °С
Болотло
Һәр бер ауылда емерек өйҙәр бар, эйеме? Беҙҙең бәләкәй генә Моҡас ауылында (Баймаҡ районы), мәҫәлән, иҫке өйҙәр автобус туҡталышы тәңгәленән үк башлана ла, урам буйында тағы бер нисәү иҫәпләнә. Ҡарап торһаң, һуғыш үткән, тиерһең. Шул юлдан түрә-ҡаралар үтә, күптән түгел Республика Башлығы Радий Хәбиров Төркмәнгә барҙы. Ауылым янынан үткәндә емерек өйҙәр ҡаршы алып, оҙатып ҡала. Шул тиклем йәмһеҙ күренеш.