АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Апрель 2022, 09:06

Атайсалдар менән осрашыу

       Юлдыбай ауылында “Атайсал”ды алдырыусылар, уҡыусылар бик күп, сара барышында тағы ла ун кеше гәзиткә яҙылып та ҡуйҙы. Кисә барышында улар араһында бүләктәр уйнатылды. Иң аҙаҡтан Хәйҙәр Тапаҡов күп һорауҙарға ентекле яуап бирҙе. Ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән осрашыу ике сәғәттән ашыуға һуҙылып китһә лә йы-йылыусылар осрашыуҙан рух күтәренкелеген алып, атайсалдар менән тиҙ арала яңынан осрашыу теләген белдереп ҡәнәғәт таралышты.

Атайсалдар менән осрашыу
Атайсалдар менән осрашыу

         Башҡортостанда ҙур башҡорт ауылдары иҫәбенә ингән Юлдыбайҙа “Атайсал” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды. Мәҙәниәт йортона халыҡ күп йыйыл-ғайны: ауыл кешеләре, урындағы колледж, мәктәп коллективы, уҡыусылар.

      Башта “Ҡанифа” исемен йөрөткән ағинәйҙәр ҡоро матур йола күрһәтте, ары кейемдәр, ҡул эштәре күргәҙмәһе булды. Гәзиттең баш мөхәррир вазифаһын башҡар-ыусы Хәйҙәр Тапаҡов баҫманың бөгөнгө хәле, унда донъя күргән мәҡәләләр, үткәрелгән, әле үткәрелеп ятҡан конкурстар хаҡында һөйләне, киләсәктәге пландары ме-нән уртаҡлашты.

       Әлеге мәлдә атайсалдар етеп килгән байрамдар, яҙғы баҫыу эштәрен яҡтыртыу менән мәшғүлдәр. Еңеү көнөнә иҡтисад фәндәре докторы, әлеге көндә Мәскәү ҡа-лаһында йәшәгән Зиннур Йәрмөхәмәтов бағыусы булған, гәзит мөхәрририәте ойошторған “Тере хәтер” конкурсына йомғаҡ май айының урталарында яһаласаҡ. Шулай уҡ Еңеү көнөнә “Һуғыш, тыл ветерандарына, һуғыш балаларына “Атайсал” гәзитен бүләк ит!” акцияһы старт алды, уға Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзала-ры, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, типография директоры Булат Әбдрәфиҡов, эшҡыуар Роман Зәйдуллин бик тә теләп ҡушылдылар, Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов ун кешегә гәзит бүләк итергә теләк белдерҙе.

    Юлдыбай ауылында “Атайсал”ды алдырыусылар, уҡыусылар бик күп, сара барышында тағы ла ун кеше гәзиткә яҙылып та ҡуйҙы. Кисә барышында улар араһында бүләктәр уйнатылды. Иң аҙаҡтан Хәйҙәр Тапаҡов күп һорауҙарға ентекле яуап бирҙе. Ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән осрашыу ике сәғәттән ашыуға һуҙылып китһә лә йы-йылыусылар осрашыуҙан рух күтәренкелеген алып, атайсалдар менән тиҙ арала яңынан осрашыу теләген белдереп ҡәнәғәт таралышты.

Автор:Хайдар Тапаков