АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
25 Апрель 2022, 09:05

Еңеү аллеяһын булдыралар

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы һәм "Атайсал" проекты сиктәрендә "Еңеү аллеяһын" булдырыу буйынса ҙур өмә ойошторолған. -Сарала 30-ҙан ашыу ир-егет ҡатнашты. Төшкә тиклем бағаналар ултыртылһа, төштән һуң ҡоймалар ҡатылды, -- тип хәбәр итә ауыл хакимиәте етәкселеге.

Еңеү аллеяһын булдыралар
Еңеү аллеяһын булдыралар

Аллея өсөн имән бағаналарҙы Аҡнаҙар ауылы эшҡыуары Муса Ишҡыуатов әҙерләп бирһә, таҡталарҙы Вәзәм ауылынан Азамат Сурин, уның ағаһы Муса, ҡустыһы Сыңғыҙ менән бысҡан. Берҙәмлектә көс, афарин, вәзәмдәр!

#Айыҡауыл2021
#БәләкәйАрыҫланғол

Еңеү аллеяһын булдыралар
Еңеү аллеяһын булдыралар
Автор:Гульдар Кадаева