Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
31 Март 2022, 12:05

ЭЙ, АУЛАҠ ӨЙ, АУЛАҠ ӨЙ...

Хәйбулла районы Иләс ауылында ағинәйҙәр аулаҡ өй ойошторған.

ЭЙ, АУЛАҠ ӨЙ, АУЛАҠ ӨЙ...
ЭЙ, АУЛАҠ ӨЙ, АУЛАҠ ӨЙ...

Хәйбулла районы Иләс мәҙәниәт йортонда башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәте йылына арналған бик матур сара уҙҙы. Ҡунаҡҡа Яңы Ергән, Садовый, Ҡараһыу, Татыр-Үҙәк һәм Әбүбәкер ауылдары ағинәйҙәре барған. Улар өсөн аулаҡ өй ойошторолған.
"Етегән" халыҡ фольклор коллективы "Яусылау" һәм "Бирнә йыйыу" йолаларын сәхнәлештергән. Үҙҙәренең ҡул эштәренән торған күргәҙмә лә ойошторғандар.
Был сарала ҡатнашыусылар киләсәктә лә аралашып, ошондай сараларҙы йышыраҡ уҙғарыу ниәте менән таралышҡан.

Автор:Резеда Валиева