Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Март 2022, 14:38

Яҙҙы бурысһыҙ ҡаршыла

Сибайҙа бурыслыларҙы асыҡлау маҡсатында ҡала урамдарында рейдтар уҙғарыла. Махсус операция суд приставтары хеҙмәте һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторҙары менән берлектә ойошторола.

Видео:Сибай телевидениеһы / https://www.youtube.com/watch?v=GtJvzXOeFPc&feature=youtu.be

Бындай саралар бурыстарын түләүҙе кисектереп килеүселәрҙе асыҡлар өсөн бик кәрәкле. Хеҙмәткәрҙәр ҡала урамдарында тороп водителдәрҙе туҡтата һәм бурыстарын тикшерә. Һалым, кредит, түләнмәгән штрафтары булғандарға киҫәтеү яһала. Ундайҙарға мөлкәттәренә арест һалыныу ихтималлығын аңлаталар.

Быйылғы йылдың өс айында ғына ошондай рейдтар һөҙөмтәһендә суд приставтары 35 административ протокол төҙөгән. Шуларҙың 16-һы транспорт сараһы менән идара иткән ваҡытта алған штрафтарын түләмәгән. Штрафтар юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларға һалына, йә булмаһа автомобиль хужалары үҙ транспорты менән идара итеүгә спиртлы эсемлек эскән кешене ултырҡан өсөн яуапҡа тарттырыла. Дөйөм алғанда суд приставтары 1 миллион һумдан ашыу штраф буйынса бурыстарҙы түләтеүгә өлгәшкән.

--28 февралдән республикабыҙ биләмәләрендә “Яҙҙы бурысһыҙ ҡаршы ал” мәғлүмәт кампанияһы старт алды. Ошо сара сиктәрендә беҙҙең хеҙмәт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторҙары менән берлектә рейдҡа сыҡтыҡ. Мәғлүмәт кампанияһының маҡсаты – бурыслыларҙы асыҡлау һәм уларҙы киҫәтеү, түләү мөмкинлектәрен аңлатыу, --

Сибай суд приставтары хеҙмәтенең суд приставы-башҡарыусыһы Морат Моратов

21 мартҡа ҡәҙәр дауам иткән рейдтарҙа күп кенә бурыслылар асыҡланған һәм был хаҡта тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрөлгән. Башҡарма производство асылып та бурыс түләүҙән ҡасып йөрөүселәрҙең хоҡуҡтары ла сикле. Улар сит илгә сыға алмай, кредит юллау, ипотекаға торлаҡ алыу кеүек аҡсаға бәйле операциялар башҡарыу мөмкинлеге юҡ.

ә һеҙҙең бурысығыҙ бармы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева