Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Март 2022, 14:43

«Ижади майҙан» йыйҙы

Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән беренсе күсмә комплекслы сараһы үтте.

Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән «Ижади майҙан» беренсе күсмә комплекслы сараһы үтте. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған йыйын Урал аръяғы райондары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен бер урынға тупланы.

 

Саралағы кәңәшмәләр, оҫталыҡ дәрестәре комплексы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы асҡан мөмкинлектәрҙе, урындағы таланттарҙы табыу, үҫтереү юлдарын күрһәтте, мәҙәни һәм рухи мираҫ хазиналарын үҫештә файҙаланыу мөмкинлектәрен асты.

Йыйында Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Роза Бикбова етәкселегендәге делегация ҡатнашты.

«Маҡсатлы аудиторияға башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ ҡиммәттәрен нисек еткерергә?»--был тематик йыл саралары планын төҙөгәндә төп һорау булды. Кәңәшмәлә эшләгән 10 йүнәлештең һәр ҡайһыһы башҡорт халҡының бай этномәҙәниәтен айырым-айырым үҙләштерергә ярҙам итте. Быуаттар мираҫы музей экспонаты түгел, ул заманға ҡулайлашып, мәҙәниәттә, мәғарифта, фәндә яңы үрҙәргә нигеҙ булырға тейеш. Бөрйәндәге кәңәшмә район, ҡала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡулайлы сара булды. Нәҡ улар ошо өлкәлә халыҡ менән туранан-тура эшләй.

«Ижади майҙан» кәңәшмәһенең «Һүрәт төшөрөү һәм ғәмәли сәнғәт» майҙансығында ҡатнашыусылар ошо өлкәләге үҙенсәлектәрҙе өйрәнде, башҡорт легендалары сюжеты буйынса оҫталыҡ дәресе барышында белгәндәрен файҙаланырға, күрһәтергә ынтылды. Майҙансыҡта ҡатнашҡан белгес, Сибай балалар художество мәктәбенең һүрәт төшөрөү һәм декоратив-ғәмәли сәнғәт уҡытыусыһы Лилиә Ыласынова билдәләүенсә, мифтарҙы, легендаларҙы белгән әҙәбиәтсе-белгестәр менән профессиональ рәссамдарҙың ошондай осрашыуҙарын йәштәр араһында ла үткәреүҙе ойоштороу мөһим.

Йәштәр, театр, кинематография, әҙәбиәт, ата-әсәләр өсөн рухи-әхләҡи тәрбиә, туризмды үҫтереү, “Урал батыр” мәктәбе майҙансыҡтарында ла бик күп фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.

Бындай кәңәшмә йыл дауамында республикабыҙҙың тағы бер нисә төбәгендә уҙғарыласаҡ.

 

**

Автор:гульдар кадаева