АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Март 2022, 18:43

ИЗГЕ РАМАҘАН АЙЫ ЯҠЫНЛАША

Мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айына ла күп ҡалманы. Әгәр ҙә Аллаһ насип итһә, тиҙҙән ураҙаға ла инәсәкбеҙ. Беҙгә ошо изге айҙы биргән, тәүбәләр ҡылып, гонаһтарыбыҙҙан арыныр, ғибәҙәттәр ҡылып, әжер күбәйтер мөмкинселектәр биргән Аллаһҡа маҡтау.

Әгәр ҙә ошо изге айға етә алһаҡ, был Аллаһтың иң ҙур бүләге буласаҡ. Тимәк, Ул беҙгә, гонаһтарыбыҙҙан арыныр өсөн тағы бер мөмкинселек бирә. Аллаһ рәсүле : “Был айҙа ниндәйҙер өҫтәлмә ғибәҙәт ҡылыусының әжере, башҡа айҙарҙа мотлаҡ булған ғибәҙәтте эшләүсенең әжеренә тиң. Ә мотлаҡ булған ғибәҙәт ҡылыусының әжере, башҡа айҙарҙа ошондай етмеш ғибәҙәт эшләүгә тиң,” – тип әйткән. Гонаһтарҙан арыныуға килгәндә инде, уның ошондай һүҙҙәре билдәле: “Биш намаҙ, шулай уҡ икенсе йомаға тиклем йома намаҙы һәм киләһе Рамаҙанға тиклем Рамаҙан айы – быларҙың барыһы ла, әгәр ҙә оло гонаһтар ҡылынмаһа, гонаһтарҙан арыныу булып тора”.

Рамаҙан айы – ураҙа тотоу, күберәк тәүбә ҡылыу, төнгө намаҙҙар уҡыу саҙаҡа таратыу, Ҡөрьән уҡыу айы. Был айҙа үҙен мосолман тип тапҡан һәр кеше мотлаҡ рәүештә ураҙа тоторға тейеш. Ауырлы йә имеҙеүсе ҡатындарға, сәфәрҙә булғандарға, сирлеләргә ураҙанан баш тартыу рөхсәт ителә. Бер ниндәй сәбәпһеҙ ураҙаны ҡалдырыу – оло гонаһ. Шулай уҡ ураҙаны Рамаҙан айы буйына тоторға кәрәк. Йәғни, 29 йәки 30 көн буйына. Ә айҙың башында, уртаһында, аҙағында бер нисә көнләп түгел. Рамаҙан айындағы ураҙа еренә еткереп тотолғанда ғына камил һанала һәм Аллаһ тарафынан ҡабул ителә.

Рамаҙан айы алдынан ниҙәр эшләргә кәрәк? Айҙың башланыуын ҡайҙан беләбеҙ? Билдәле булыуынса, Пәйғәмбәребеҙ Рамаҙан айынан бер ай алда, йәғни, Шәғбән айында күберәк ғибәҙәт ҡылырға, күберәк өҫтәлмә ураҙа тоторға тырышҡан. Сәхәбәләр Рамаҙан айына тиклем ярты йыл дауамында Аллаһтан ошо изге айға тиклем ғүмер биреүен һораған. Ә Рамаҙан айы үтеп киткәс инде ярты йыл буйы Раббыбыҙҙан ураҙаларын ҡабул итеүен һорағандар.

Беҙҙең илдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рамаҙан айына әҙерләнеү, уны ҡыуанып ҡаршы алыу күренештәре юҡ. Мосолман илдәрендә, ғәҙәттә, бер ай алдан уҡ ҡыуаныс атмосфераһы һиҙелә, мосолмандар был изге айҙы көтөп ала. Мысырҙа, мәҫәлән, урамдар төрлөсә биҙәлә, йорт-тирә таҙартыла, яңы йыһаз алына, хәленән килмәгәндәр балаҫ алып булһа ла түшәргә тырыша. Былар бары тышҡы күренеш. Беҙ эске яҡтан да ошо изге айҙы ҡаршы алырға әҙерләнергә тейешбеҙ. Бар ғибәҙәттәребеҙ тик Аллаһ ризалығы өсөн ихлас күңелдән булырға тейеш. Рамаҙан айы килеп еткәс инде Мысыр урамдарында ифтар (ауыҙ астырыр) өсөн махсус палаткалар ҡуйыла. Унда теләгән кеше инеп ашап сыға ала. Рамаҙан айы шулай уҡ төнгө намаҙҙарҙы көсәйтеү менән дә билдәле. Был айҙа йәстү намаҙынан һуң тәрәүих намаҙы уҡыла.

Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Рамаҙан айында ураҙа тотоу – мосолман өсөн фарыз ғәмәл. Аллаһ Тәғәлә былай тип әйткән:

“Эй һеҙ, иман килтереүселәр! Һеҙгә тиклем булғандарға ҡушылған кеүек үк, һеҙгә лә ураҙа тоторға ҡушылды. Бәлки, һеҙ тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ” (“Әл-Баҡара”, 183).

Күптәр ураҙа тотоу ҡояш ҡалҡҡандан алып, байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылыу тип уйлап, яңылыша. Ураҙа тотоуҙың маҡсаты күпкә бөйөгөрәк. Төп маҡсат булып тәҡүәлеккә ирешеү тора. Тәҡүәлеккә ирешеү, тимәк, Аллаһтан тейешенсә ҡурҡыу, Уның ризалығына ынтылыу.

Иң тәү сиратта Рамаҙан айы тәүбәне яңыртыу, көсәйтеү айы булып тора. Был айҙың Рамаҙан тип аталыуына “гонаһтарҙың янып бөтөүе” тигән мәғәнә һалынған. Ошо изге айҙа һәр ваҡыт гонаһтары өсөн тәүбә ҡылып, изге эштәр эшләп, кеше уларҙан арына. Гонаһһыҙ кеше булмай, сөнки әҙәм балаһы һәр ваҡыт яңылыша. Гонаһтарҙан арыныуҙың иң яҡшы юлы – ихлас күңелдән тәүбә ҡылыу. Сөнки: “Ысынлап та, Аллаһ тәүбә ҡылыусыларҙы ярата” (“Әл-Баҡара”, 222). Рамаҙан айында күп итеп тәүбә эшләргә, һәм һуңынан да был изге эште дауам итергә кәрәк.

Ураҙа тотоуҙың киләһе маҡсаты – ихтияр көсөн көсәйтеү. Ихтияр көсө ныҡ булғанда әҙәм балаһы күп нәмәгә ирешә ала. Рамаҙан айында кеше ашап-эсеүҙән тыйылып, күберәк изге эштәр эшләргә ынтылып, насар эштәрҙән ары торорға тырышып ихтияр көсөн үҫтерә. Рух ныҡлығы, ихтияр көсө күп ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә, күңел төшөнкөлөгөнән аралай. Юҡҡамы ни, зәғиф, ауырыу кешеләр һаү-сәләмәт кешеләргә ҡарағанда күпкә рухи яҡтан көслөрәк була, маҡсаттарға нығыраҡ ынтыла. Тимәк, улар булғанына шөкөр итә белә, ихтияр көсөн нығыта.

Рамаҙан айында әҙәм балаһы шулай уҡ ихласлыҡҡа өйрәнә. Сөнки ураҙа тотоуҙың төп шарты – ихлас ниәт. Беҙ ураҙаны ихлас күңелдән тик Аллаһ Тәғәлә өсөн генә тоторға, ошо ниәттебеҙҙе көн һайын яңыртып торорға тейешбеҙ. Бөтә ғәмәлдәрҙең дә ихлас күңелдән эшләнелеүе – уларҙың ҡабул булыуы өсөн төп шарт

Ураҙа тотҡан кеше гонаһтарҙан ары торорға, нәфсеһен тыйырға, тыйылған нәмәләрҙе ҡалдырырға тырыша. Ураҙа тотҡан кешегә телен насар һүҙ һөйләүҙән тыйырға кәрәк. Сөнки ғәйбәт һүҙ һөйләү, алдашыу ураҙаны боҙа. Аллаһ Тәғәләгә бындай кешенең ашап-эсеүҙән тыйылыуы кәрәкмәй. Ураҙа тотаһың икән, тимәк, бөтә тән ағзаларыңды ла гонаһтан араларға тейешһең.

Тимәк, ураҙа тотоуҙың тағы бер маҡсаты – әхләғеңде үҙгәртеү. Рамаҙан айында гонаһтарҙан ары торорға тырышыу менән бер рәттән әҙәбең өҫтөндә лә эшләргә кәрәк. Был изге айҙа талашып, әрләшеп йөрөү килешмәй. Кем дә булһа һине битәрләргә тотона, талашырға сәбәп эҙләй икән, Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә: “Мин – ураҙала,” – тип әйтергә кәрәк.

Ашап-эсеүҙән, ғәйбәт һүҙ һөйләүҙән, әрепләшеүҙән баш тартыу өсөн, ихтияр көсөнән тыш, ҙур түҙемлек тә кәрәк. Тимәк, ураҙа тотоуҙың тағы бер маҡсаты – сабырлыҡҡа өйрәнеү. Аллаһ сабырҙарҙы ярата. ҡыйын саҡтарҙа ла сабырлыҡ күрһәтә белергә кәрәк. Тейешенсә сабырлыҡ күрһәтеүселәргә әжер-сауаптар ҡаралған:

“Ысынлап та, сабыр булғандарға әжерҙәре тулыһынса иҫәпһеҙ-һанһыҙ бирелер" (“Әз-Зумар”, 39).

Ошо маҡсаттарҙың барыһынан да сығып, дөйөмләштереп әйткәндә, ураҙа тотоу – ул Раббыбыҙға буйһонорға ла өйрәнеү. Әммә был буйһоноуыбыҙ ураҙа тотҡан ваҡытта ғына түгел, һәр ваҡыт булырға тейеш.

Изге Рамаҙан айынан алда ошо маҡсаттарҙы тағы бер ҡат иҫкә төшөрөп, ниәтебеҙҙе дөрөҫләргә онотмаһаҡ ине.

Рамаҙан айының ҡасан башланыуына килгәндә инде, беҙ уны Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, айға ҡарап беләбеҙ. Тимәк, Шәғбән айының 29-сы йәки 30-сы көнөндә яңы айҙың тыуыуын күҙәтергә кәрәк. Яңы ай тыуа икән – Рамаҙан айы башланды, ураҙаға инергә ваҡыт тигән һүҙ. Ә инде бер йыл алдан астрономик календарь төҙөп, шуның буйынса ураҙаны башлау дөрөҫ түгел. Сөнки ҡайһы саҡта яңылышлыҡ китергә мөмкин. Яңы айҙың ҡасан башланырын бары Аллаһ ҡына белә. Уны алдан уҡ билдәләп ҡуйыу мөмкин түгел.

Нәркәс Алсынбаева.

#ураҙа2022_алсынбаева

 

Автор:гульдар кадаева