АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
10 Марта 2022, 12:59

Инвестицион һабантуйға әҙерлек башланды

Башҡортостанда “Урал аръяғы-2022” инвестицион һабантуйға әҙерлек башланды. Сибайҙа 2 июндән 4 июнгә ҡәҙәр “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестицинон һабантуй үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 9 мартта ҡарар сығарҙы.

Сара барышында Сибай ҡалаһына Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Белоруссия һәм башҡа илдәрҙән рәсми делегациялар килеүе көтөлә.

Форумда Рәсәй финанс министрлығының Фәнни-тикшеренеү финанс институты менән берлектә эшкәрткән Урал аръяғының инфраструктур үҫеше программаһы презентацияланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быға ҡәҙәр инвестицион һабантуй республиканың 2022 йылға Эшлекле календарына индерелгәйне.

инвестицион һабантуй уҙғарыуҙың һөҙөмтәһе бармы?
эйе
юҡ
Ответить
Автор:гульдар кадаева
Читайте нас