АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Март 2022, 09:32

Торлаҡ мәсьәләһен хәл итер өсөн

Баймаҡ районының 17 даланлы ғаиләһе торлаҡ һатып алыуға, маҡсатлы кредитты ҡаплауға һәм шәхси йорт һалыуға сертификаттар алып ҡыуанды. Йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” федераль программаһы сиктәрендә бүленде.

Сертификат аҡсаһын әҙер торлаҡ һатып алыуға, йорт төҙөлөшөнә тотонорға йәки алынған ипотеканы ҡапларға мөмкин.

Баймаҡ районында программа ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып, йәғни 2007 йылдан 266 йәш ғаилә ошондай ярҙам арҡылы торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән.

Ғаиләләргә сертификатты район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тапшырҙы.

 

Ссылка на фотографии: https://vk.com/album-121076135_282631165

 

ә һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙә бер тапҡыр булһа ла дәүләттән ярҙам алдығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева