

--Күптән көткән көнөгөҙ килеп етте! Ихлас ҡотлайым! Ғаиләләрегеҙгә именлек, татыулыҡ теләйем! – тине Рөстәм Әхмәткәрим улы, изге теләктәрен еткереп.
Даланлы ғаиләләр араһында Дилә һәм Фирғәт Ҡотлоғоловтар ҙа бар. Улар Тимур, Рәмил һәм Айгөл исемле матур балалар үҫтерә.
--Сертификатты оҙаҡ көттөк, йәш ғаилә булараҡ, башҡа ташламаларҙан ҡалып бөттөк, шулай ҙа моратыбыҙға ирештек: күп балалы ғаиләгә әүерелдек, ғаиләбеҙгә биҙәк өҫтәп ҡыҙыбыҙ тыуыуы был тәңгәлдә эште ҡуҙғатты, сиратыбыҙ шундуҡ алға шылды һәм ниһайәт, таныҡлыҡ беҙҙең ҡулда! Өс бүлмәле фатир һатып алырға иҫәп, -- тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты күп балалы әсә Дилә Батыр ҡыҙы.
Шулай уҡ башлыҡ ҡулынан Эльвира Хәйбуллина, Гөлназ, Мөнир Яҡшымбәтовтар, Илмир, Луиза Матиновтар, Айнур, Гөлсинә Ермеевтар, Нәсимә Ҡәйепҡолова, Фирүзә, Нурбулат Халиҡовтар ҙа бар.
Дәүләт ярҙамы мәнфәғәтегеҙгә яҙһын! Донъялар имен, тыныс торһон! Балаларыбыҙ бәхетле, тулы ғаиләлә тәрбиәләнһен!