+12 °С
Дождь


“Хатта берәүҙәренең күҙенә йәш төйөлдө! Шатлыҡтан был күҙ йәштәре! Иларлыҡ та шул: Геннадий һәм Елена Түләбаевтар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙе 2010 йылдан алып көткән. Геннадий Түләбаев “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләп ғаиләһен аҫрай, ҡатыны әлегә декрет ялында.
Күп балалы Рәсүл һәм Светлана Ҡунафиндар ҙа бындай дәүләт ярҙамын алыуға тиҫтә йылдан ашыу сиратта торған. Ғаилә башлығы юл тармағы хеҙмәтендә эшләһә, ҡатыны бала бағып өйҙә ултыра. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы ғаиләләр дәүләт ярҙамын тейешле юҫыҡта ҡулланып, тиҙ арала торлаҡ шарттарын яҡшыртырҙар тип ышанам,-- тине Рөстәм Динислам улы.