АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Декабрь 2021, 16:24

Исемдәре оҙон, әммә мәғәнәле

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 4-се пар игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлде. Алишер Мәхмүт улы һәм Зарифа Абдубаннобовна Холкуновтарҙың игеҙәк улдары тыуған. Сабыйҙарҙың өс апайы бар: өлкәндәре Дильдораға—8, Гульераға—7, Шахлоға 3 йәш.

Исемдәре оҙон, әммә мәғәнәле
Исемдәре оҙон, әммә мәғәнәле

--Өс ҡыҙҙан һуң шул тиклем улыбыҙ тыуыуын теләнем. Аллаһ Тәғәләнән һәр ваҡыт нәҫелемде дауам итеүсе биреүен һораным. Һәм Аллаһ минең теләгемде ишетеп, үтенесемде икеләтә ҡайтарып бирҙе! Хәҙер минең бер түгел, ике улым бар!  Бәпестәремдең алдан тыуғанына Мухаммадсодик, икенсеһенә Мухаммадюсуф тип исем ҡуштыҡ. Табиптар икенсе узи тикшереүендә игеҙәктәр тыуасағын әйтте, ә малайҙар буласағын өсөнсө тикшеренеүҙә генә күрҙеләр, -- тип ҡыуана бәхетле атай Алишер.

Биш балалы ишле Холкуновтар ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сибай ҡала хакиммиәте етәкселеге иһә малайҙарға ике урынлыҡ коляска бүләк итәсәк. Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү урында “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

Фото: интернет селтәренән алынды.

Исемдәре оҙон, әммә мәғәнәле
Исемдәре оҙон, әммә мәғәнәле
Автор:Гульдар Кадаева